Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәрҙәре изге лә, ҡурҡыныс та
[/right]Һөнәрҙәре изге лә, ҡурҡыныс та– Ҡотҡарығыҙ! Балам батты! – тигән әрнеүле тауыш яңғырау менән яр буйындағы шау-шыу ҡапыл тынып ҡалды. Тынлыҡ шундай йән өшөткөс ине. Өлкәндәрҙән һыу буйында өсәү генәбеҙ. Балаһы батҡан ҡатын, ирем һәм мин. Күгәргән, тын алмаған баланы эсенә әйләндереп һалдыҡ. Артабан нимә эшләргә белмәй аптырашта ҡалғанбыҙ. Ярай, арыраҡ бер балыҡсы бар ине. Шул ағай баланы үлемдән йолоп алып ҡалды. Бәхеткә күрә, ул яһалма һулыш алыу алымдарын белә. Ул булмаһа, хәлдең аяныслы тамамланыуы бик ихтимал ине. Был ваҡиға бөтәбеҙгә лә ауыр тәьҫир итте. Баланың күгәргән йөҙө күҙ алдынан оҙаҡ китмәне, төшкә инде. Уның иҫән ҡалыуына Хоҙайға мең-мең рәхмәттәр уҡыныҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, әлбиттә, беҙҙең менән көн һайын булмай. Шулай ҙа уларға әҙер торорға кәрәк.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика журналистарына һөнәр алмаштырыу мөмкинлеге биргәс, блокнот тотоп, һөйләшелгән урынға барҙым. Ләкин блокнот менән ҡәләмдең кәрәге теймәне.
Тәүҙә хәбәрселәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һынау-уҡытыу күнекмәләр полигонына алып барҙылар. Бында беҙҙе республиканың янғын һүндереү-практик спорты йыйылма командаһының өлкән тренеры Александр Кадочников һәм уның тәрбиәләнеүселәре ҡаршы алды. Командала шөғөлләнеүсе спортсылар уртаса 23 йәштә. Полигон асылыуға – дүрт йыл. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәрҙең күрһәткестәре күҙгә күренеп яҡшырған. Мәҫәлән, Рәсәй төбәк-ара ярышында республика йыйылма командаһы быйыл икенсе урынға сыҡҡан. Командала шөғөлләнеүсе Сергей Афанасьев, Рәсәй йыйылма командаһы составында быйыл Германияла үткән ярышта ҡатнашып, донъя рекорды ҡуйыуға өлгәшкән. Әлеге сарала 18 илдең көслө спортсылары ҡатнашҡан. 100 метрға йүгереү һәм баҫҡыс менән бейеклеккә менеүҙә көс һынашҡанда, Сергейҙың ваҡыты 28.62 секунд тәшкил иткән. Быға тиклем ҡуйылған рекорд 28.82 секунд булған. Егет киләһе ярыштарҙа үҙенең рекордын яҡшыртмаҡсы. “Был спортҡа мине ағайым алып килде. Ул ваҡытта мин Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй инем. 2001 йылдан республика, Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнаша башланым. Әлбиттә, спорт күп көс, иғтибарлылыҡ талап итә, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә, сөнки төрлө тән йәрәхәттәре алыу ихтималлығы ҙур. Шулай ҙа ул – минең тормошом. 2013 йылда Ҡазанда үтәсәк универсиадала был төр буйынса ярыш буласаҡ, һәм мин команда составына инермен тип өмөтләнәм”, – тип һөйләне йәш спортсы.
Егеттәр оҫталыҡтарын күрһәткән арала бер етеҙ үҫмер иғтибарҙы йәлеп итте. Ул Межгорье ҡалаһынан Эрнест Шәйәхмәтов булып сыҡты. Ҡаланың 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә XI класта уҡый. Әле үҫмерҙәр араһында үтәсәк Бөтөн Рәсәй ярыштарына әҙерләнер өсөн килгән. Эрнест әлеге спорт төрө менән һигеҙ йыл шөғөлләнә. Быйыл Рәсәй буйынса спорт мастеры исемен яулаған. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә бындай күнекмәләр полигоны юҡ. Шуға мөһим ярыштар алдынан Өфөгә килеп шөғөлләнәм. Киләсәгемде лә ошо спорт менән бәйләргә йыйынам”, – тип уй-маҡсаттары менән ихлас уртаҡлашты Эрнест. Үҫмерҙең янғын һүндереүсе һөнәрен һайлауы юҡҡа түгел. Был спортҡа уны атаһы Радик бала саҡтан ылыҡтырған. Ул – янғын һүндереү-практик спорты буйынса тренер. Әсәһе Гүзәл дә янғын һүндереү часында диспетчер булып эшләй. “Һәр ата-әсәнең үҙ маҡсаты бар. Улымды белемле, көслө итеп аяҡҡа баҫтырырға иҫәп тотам. Шуға бала саҡтан уны күнекмәләргә алып йөрөнөм. Үҙендә лә ҡыҙыҡһыныу көслө булғас, ылығып китте. Әле малайҙың уңыштары ҡыуандыра. Йәрәхәттәр алмай ғына артабан шөғөлләнергә, уңыштар яуларға яҙһын”, – тип теләй атай кеше улына.
Ир-егеттәр баҫҡыс ярҙамында икенсе ҡатҡа менеү күнекмәләрен башҡарған арала, беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, полигон буйлап йүгерергә ҡушылды. Йүгерәбеҙ, ни хәл итәһең. Ысынлап та, янғын һүндереүсегә физик яҡтан сыныҡҡан булырға кәрәк. Янғын була ҡалһа, баҫҡыс ярҙамында бер нисә ҡатлы өйҙөң стенаһы буйлап өҫкә үрмәләргә кәрәк бит. Журналист ир-аттарҙың дүртенсе ҡатҡа менергә маташыуына тоҫмаллап йүгерәбеҙ. Уртаса буйлы, мыҡты ғына егет беҙҙе бер нисә тапҡыр уҙып китте. Полигондағы ығы-зығыға ҡарамай, үҙ күнекмәләре менән шөғөлләнә. Уның артынан төштөк тә, һорау яуҙыра башланыҡ. Егет Өфө ҡалаһы Совет районының икенсе янғын һүндереү часында дүрт йыл эшләй икән. Әле оҫталығын арттырыу өсөн полигонға күнекмәләргә йөрөй. Һәр янғын һүндереүсе оҫталығын камиллаштырыу өсөн ваҡыты-ваҡыты менән бында шөғөлләнә.
– Күнекмәләр физик яҡтан ғына түгел, психологик яҡтан да янғынға әҙер булырға өйрәтә. Һәр хәрәкәтте теүәл үтәргә кәрәк. Ошо йәһәттән оҫталыҡты камиллаштырыу зарур. Янғын һүндереү часында ике йыл эшләгәндән һуң, Нижегородка биҫтәһенә бик көслө янғын һүндерергә барҙыҡ. Дүрт ҡатлы бина яна ине. Эсенә үттек һәм утты һүндерә башланыҡ. Шул мәл стена өҫкә ауҙы. Ошо хәлдән һуң физик һәм психологик яҡтан һауығыуы ифрат ҡыйын булды. Реабилитация үттем. Әле лә шөғөлләнеүҙе дауам итәм. Киләсәктә, бындай ҡатмарлы янғын сыҡмаһын ине тип теләйем. Һәр кем янғын хәүефлеген иҫенән сығармаһа, абайлығын юғалтмаһа, аяныслы хәлдәр булмаҫ тигән ышаныста ҡалам, – тип һөйләне Илшат.
Артабан беҙҙе янғын һүндереүселәр күнекмә үткән төтөн камераһына алып киттеләр. Биш килограмм ауырлыҡтағы костюм, ауырлығы ике килограмм тирәһе булған каска, арҡаға биш килоға торошло һауа баллоны аҫып, төтөн тулған камераға индереп ебәрҙеләр. Камера тигәс тә, ул ҡыҫыҡ бүлмә түгел. Киреһенсә, ярайһы ғына, ҙур майҙансыҡ. Унда төрлө ҡаршылыҡтар эшләнгән. Ҡайһы бер ерҙәрен имгәкләп, шыуышып үтергә кәрәк. Бер ни күренмәй, ҡурҡыныс! Айырыуса тын алыуы ҡыйын. Шыуышҡанда маска ҡамасаулай. Ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыҡҡансы манма тиргә баттым. Янғын һүндереүселәр был күнекмәләрҙән һуң 4-5 килограмм ауырлыҡты ташларға мөмкин тип тынысландырған булды. Шулайҙыр. Көнөнә биш километр самаһы йүгерһәң, эҫе, төтөн борлап торған камерала йылы ыштан, фуфайка кейеп шыуышып йөрөһәң, тал һымаҡ һомғол ғына булаһыңдыр инде. Хәбәрселәр, әлбиттә, һәр күнекмәне шаяра-шаяра башҡарҙы. Шулай ҙа ысын янғын шарттарында беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ нимә эшләр ине? Юғалып ҡалыр инек, моғайын. Янғын һүндереүгә тағы психологик яҡтан да әҙер булырға кәрәк бит. Команданың сәғәт һымаҡ теүәл эшләүе лә — тәүшарттарҙың береһе. Шуға күрә янғын һүндереүселәрҙең эше бер ҙә еңел түгеллегенә тап ошо төтөн камераһында инандыҡ.
Артабан Башҡортостан Республикаһында Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методика үҙәгенә юлландыҡ. Бында ҡотҡарыусылар хәбәрселәрҙе “Гоша” тип исемләнгән манекенда яһалма тын алдырыу, йөрәккә массаж эшләү һәм башҡа ҡотҡарыу сараларына өйрәтте. Кеше ғүмере хәүеф аҫтында ҡалғанда, эргәлә беренсе ярҙам күрһәтә алыусы булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Йәйгеһен быға үҙем дә инандым, тип башта уҡ әйткәйнем инде. Бына мин “Гоша” алдында торам. Уға яһалма тын алдырыу алымын эшләп ҡарайым. Робот миңә: “Һеҙ минең ҡабырғамды һындырҙығыҙ”, – ти. Шулай итеп, минән янғын һүндереүсе лә, ҡотҡарыусы ла сыҡманы, буғай. Тик Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән үткән көн файҙаға ғына булды. Тәү сиратта, ваҡыт булыу менән кеше ғүмерен ҡотҡарыу сараларын өйрәнеү өсөн махсус курстарға йөрөргә һүҙ бирҙем. Ҡотҡарыусы һөнәренең ни тиклем яуаплы икәнен үҙ иңеңдә тойоу ҙа уларға икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итте.
[right]Лилиә НУРЕТДИНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20