Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Барыһына ла гендар "ғәйепле"
Нимә ашау һеҙҙең өсөн файҙалы? Оҙон ғүмер кисереү өсөн ниндәй аҙыҡ-түлектән баш тартырға? Генетик анализ ярҙамында был һорауҙарға тулы яуап алырға мөмкин, ти ғалимдар.

Беҙҙең организмға эләккән аҙыҡ-түлек төрлө үҙгәреш кисерә. Ашҡаҙан-эсәк юлы бик ҡатмарлы, ул үҙ эсенә 700-ҙән ашыу реакцияны ала. Мәҫәлән, иртән ашаған майлы икмәк тәүҙә ваҡлана, беҙҙе энергия менән туйындыра, шул уҡ ваҡытта токсик матдәләр бүлеп сығара. Аҙаҡ ағыу нейтралләшә һәм организмдан сығарыла. Әгәр ҙә ошо ике процесс та тигеҙ бара икән, тимәк, сәләмәтлегегеҙ яҡшы. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең һуңғы фазаһында өҙөклөк тыуып, зарарлы аҙыҡтар тотҡарланһа, был хәл организм өсөн ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Һөҙөмтәлә күҙәнәктәр, тимәк, кеше үҙе лә ҡартая. Аҙыҡ-түлек эшкәртеү өсөн яуаплылыҡ барыһынан да элек беҙҙең гендар өҫтөндә.
Ошо гендар арҡаһында бөтәбеҙ ҙә бер төрлө була алмайбыҙ. Сәстәрҙең ҡаралығы-аҡлығынан, күҙҙәрҙең һоро-күклегенән тыш, матдәләр алмашыныуҙа һәм организмды ағыуһыҙландырыуҙа ла айырма бар. Бер үк шарттарҙа йәшәгән, бер үк йәштәге, бер үк төрлө туҡланған кешеләрҙең сәләмәтлеге берҙәй булмауы мөмкин. Һәр кеше — үҙенсәлекле шәхес.
Шуға күрә көн дә ҡабатланған рекламаларға алданмағыҙ. Мәҫәлән, "томат һуты файҙалы, эсегеҙ" тип әйтеүселәр һис тә хаҡлы түгел. Эйе, күптәр өсөн уның ғәмәлдә файҙалы булыуы ихтимал. Ә һеҙ ошо "бәхетлеләр" араһындамы, түгелме икәнлегегеҙҙе гендар буйынса төҙөлгән шәхси туҡланыу программаһы менән танышҡандан һуң ғына әйтә алаһығыҙ. Кемдер ит ашауҙан баш тарта. Ысынлап та, бындай диета уның файҙаһына: йөҙ-ҡиәфәтенән сәләмәтлек, йәшлек бөркөлөп торғандай. Әммә вегетарианлыҡ һәр кемгә лә килешмәй, хатта һаулыҡ өсөн зарарлы булыуы ихтимал. Бәлки, һеҙ В төркөмөнә ҡараған витаминдарға мохтажлыҡ кисерәһегеҙҙер? Ә улар ит аҙыҡтарынан айырыуса яҡшы үҙләштерелә. Ит ашауҙан баш тартҡан хәлдә инфаркт хәүефен иҫкәртеү өсөн махсус витаминдар комплексын эсергә тура киләсәк.
Йәнә бер миҫал. Үҙен яҡшы тәрбиәләгән, сәләмәтлеген даими ҡайғыртҡан, табип булып эшләгән ханымдың ҡанында холестериндың норманан юғары булыуы асыҡлана. Бында ла генетик тест ярҙамға килә. Сәләмәтләнеү өсөн ҡыҙыл дөгө сүпрәһенән яһалған препарат ҡабул итеү ҙә етә.
Гендарҙы үҙгәртеп булмай, әммә тирә-яҡты үҙгәртеү ҡулыбыҙҙан килә. Мәҫәлән, әгәр кеше үҙенең өлкәнәйгәс остепорозға дусар буласағын 35 йәшендә үк белһә, сәләмәтлеген алдан хәстәрләр, яҙмышын үҙгәртә алыр ине, ти ғалимдар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә