Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйөнә белеү ғүмерҙе оҙайта
Һөйөнә белеү ғүмерҙе оҙайтаЕте тапҡыр ҡолаһаң, һигеҙенсеһендә аяҡҡа баҫырһың

Иң мөһиме — иңеңә төшкән мәсьәләне хәл итеү. Ә уның хаҡында көн-төн уйланыу, ҡайғырып-хәсрәтләнеү эште ҡатмарландыра. Бер кемде лә ғәйепләмәй, ҡаршылыҡтың сәбәбен эҙләп табыу, аңлау һәм ҡабул итеү — эштең башы ғына.

Социаль үҙгәрештәр, көрсөктәр дәүерендә, ғөмүмән, тыныс булмаған, буталсыҡ заманда йәшәйбеҙ. Бер үк мөхиттә ғүмер итһәк тә, төрлө хәл-ваҡиғала кешеләр үҙҙәрен төрлөсә тота. Тормош ауырлыҡтары берәүҙәрҙе хәлдән тайҙыра, психологик һәм физик йәһәттән көсһөҙләндерә, ә икенселәр, һынауҙарға ҡаршы тороуҙан тыш, рухи яҡтан камиллаша, сыныға төшә. Бер үк проблемалар уларҙың йәшерен йәшәү ресурстарын ҡуҙғытып, уятып ебәрә. Хатта тетрәндергес хәлдәр ҙә уларҙы сығырҙан сығара алмай.

Тормош беҙҙе нығыраҡ ҡаҡҡылай-һуҡҡылай, тип үпкә белдерергә ашыҡмағыҙ. Киреһенсә, ул беҙҙе йәшәтеү өсөн тырыша. Ниндәйҙер проблемаға юлығыу менән эске донъябыҙҙа йәшәү менән үлем көрәше башлана. Ә беҙ был көрәштең ҡайһы яғында һуң? Яҡшылыҡҡа ышаныс, күңел тыныслығын һаҡлау, оптимизм, ауырлыҡтарҙан һабаҡ алыу — кешене йәшәтеүсе таяныстар. Ҡурҡыу, асыу, төшөнкөлөк, ярһыу, ышанысты юғалтыу, үс алыу, сиргә һабышыу үлемгә юл тигән һүҙ ул. Уйлап ҡараһаң, яҡты донъянан упҡынға ҡолау өсөн күп тә кәрәкмәй. Аҙ ғына ҡыйынлыҡ тыуһа, үҙебеҙҙе йәлләтке, кемделер ғәйепләге, хатта туйғансы әрләшке килә. Күтәрелеп бәрелер өсөн сәбәптәр аҙым һайын. Эске тәртибе, дисциплинаһы булғандарға ғына был күңелһеҙ хәл ҡағылмай.
Тик һәр күңелсәк, киләсәккә өмөт менән ҡараусы кешенең тормошто һайлауы менән генә бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителә, ауырлыҡтар артҡа сигенә тигән һүҙ түгел. Бары ҡыйынлыҡтарҙы, һабаҡтарҙы ул башҡасараҡ ҡабул итә. Ғүмер юлындағы кәртәләрҙең асылын, мәғәнәһен аңлап, уларҙы юғарыраҡ күтәрелеү өсөн файҙаланыу яғын ҡарай, шуға күрә күңелен туҡтауһыҙ маҙаһыҙлап, ҡырып торған емерткес көскә эйә уй-хәсрәт тә юҡ. Хатта көрсөккә килеп терәлгәндә лә тормоштоң ҡиммәтен аңлау, баһалау хас уға. Төп бурыс — һынауҙарға күнекмәү, ғәҙәтләнмәү, киреһенсә, тормош шатлығын һаҡлап ҡалыу.
Күңел төшөнкөлөгөнән ҡотолоу юлы бармы? Әлбиттә! Беҙ әле йәшәйбеҙ икән, тимәк, яҡшыға өмөтләнергә хаҡыбыҙ бар. Бында һеҙҙең төп ярҙамсығыҙ — ихтыяр көсө. Насар уйҙарҙы башығыҙҙан ҡыуып сығарырға, аңлы рәүештә ыңғай фекерләргә тырышығыҙ.
Шул йәһәттән Рамаҙан айы — кешелек донъяһына күңелдәрҙе бушатыу, насар уй-ҡылыҡтарҙан арыныу, ғәфү итеү өсөн бик ҡулайлы осор. Тормош юлыңа иғтибарлы ҡараш ташлап, йәнә бер баһалау ҙа артыҡ булмаҫ. Ҡайҙа хаталар яһалған, ҡасан, кемде аңлап етмәгәнбеҙ, ғәфү итмәгәнбеҙ? Хәҙерге күҙлектән баһалағанда үткәндәге яңылышлыҡтар, кәмселектәр көҙгөләгеләй асыҡ сағыласаҡ.
Иң мөһиме — иңеңә төшкән мәсьәләне хәл итеү. Ә уның хаҡында көн-төн уйланыу, ҡайғырып-хәсрәтләнеү эште ҡатмарландыра. Бер кемде лә ғәйепләмәй, ҡаршылыҡтың сәбәбен эҙләп табыу, аңлау һәм ҡабул итеү — эштең башы ғына. Һәр кем үҙ тормошо өсөн үҙе яуап бирә, шулай булғас, баштағы уйҙарҙы һәм тойғо-кисерештәрҙе тәртипкә һалыу ҙа етди бурысыбыҙ. Донъяла бер ни ҙә еңел бирелмәй: йә уның өҙлөкһөҙ һынауҙарынан бөгөлөп төшөргә, йә үҙебеҙҙе ныҡлы тәрбиәләргә тейеш булабыҙ. Изге, яҡшы уйҙар тормоштоң гүзәл яҡтарын күрергә, тойорға ярҙам итә. Хатта бығаса хыялда ғына йөрөгән теләктәрҙең дә бойомға ашыуы мөмкин. Һөйөнөп һәм ҙур ҡәнәғәтлек кисереп йәшәйбеҙ икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда.
Тормош һәр кемде төрлөсә һынай. Йәшәйештең мәғәнәһе лә шунда бит: ете тапҡыр ергә ҡолаһаң да, һигеҙенсе тапҡырға аяҡҡа баҫыу. Ҡаршылыҡ, уңышһыҙлыҡ, стресс ҙур көсөргәнеш тыуҙырһа ла, бер яҡтан, улар көсһөҙҙәрҙе сыныҡтыра, икенсе яҡтан, үҙебеҙгә ышанысты һынап ҡарай. Нисек кенә булмаһын, киләсәккә өмөт, оптимизм — стрестан иң яҡшы дарыу.


Автор: Дилбәр ХӘСӘНОВА, медицина психологы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә