Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған йорт нигеҙе ҡоромаҫ
– Тор, Камил! Ысыҡта бер һыуһын бесән сабып ҡал!
Ун йәшлек үҫмер, тәмле йоҡоһона баш була алмай, кире әйләнеп ятты.
– Тор инде, тор! Йылдың бер көнө йылды туйҙыра, балам! Ысыҡта бесән йомшаҡ, салғы үткер була, – тип ейәненең арҡаһынан тупылдатып һөйҙө өләсәһе. Уның майҙай йомшаҡ ҡулдары биш йәшендә атай һөйөүенән мәхрүм ҡалған Камилдың йоҡоһон осороп, тороп ултырырға мәжбүр итте.
Йәйҙең һәр көнө эш менән үтә. Бигерәк тә малға бесән әҙерләгәндә ауырға тура килә мускулдары нығынмаған балаға. Атаһы Юныс граждандар һуғышында комбриг Мортазиндың отрядында йөрөп ҡайтҡандан һуң фажиғәле һәләк булғас, Камил бер туған Мәрхәбә апаһы менән Бәҙриямал өләсәһе тәрбиәһендә ҡалғайны. Әсәһен, Мәликә апайҙы, ҡәйнәһе боронғо йола буйынса ҡәйнешенә димләне һәм яңылышманы. Өс ҡустыһы һәм ҡәрендәше донъяға килде. Өләсәһенең ҡулында йәшәүенә зарланмай үҫмер, үҙен ҡаҡмай-һуҡмай ҡарайҙар, кәртә тултырып һыйыр-кәзә аҫрайҙар. Ҡарағастан эшләнгән мал-тыуар аҙбары, келәттәр, аласыҡ әлегәсә уларға хеҙмәт итә. Бәҙриямал өләсәһенең ул саҡтағы бай, етеш тормошон һуғыш осорондағы йәш-елкәнсәк, ҡарт-ҡоро йөн иләгән, емеш-еләк йыйған мәлдәрҙә оҙаҡ иҫләп ултырыр ине.
– Ҡышҡыһын тубыҡтан ҡар кисеп, Ҡырҡты тауы аҫтына баланға барыр ине. Урмандағы бер емеште ҡалдырмаҫ инәй булды…
– Уныҡынан да тәмлерәк ҡорот булмағандыр. Һуғыш осоронда өй башына менеп, кипкән ҡоротон урлап ашай инек…
– Етем-ябағаны үҙенә йыйҙы. Көн аша һарынаға алып йөрөнө…
– Һыйырын биреп, тәүгеләрҙән колхозға инде. Ударница булған өсөн колхоз уға сепаратор бүләк иткәйне. Бөтә ауыл халҡы уға һөт айыртырға йөрөнө…
Ауылдаштары хәтирәләрендә йәшәгән Бәҙриямал инәй генә түгел, уның ейәне Камил да күптән баҡыйлыҡҡа күскән. Тарихта һәр кемдең урыны бар: хеҙмәт батырымы ул, һуғыш ҡаһарманымы… Еңеүгә һәммәһе тос өлөшөн индергән. Фашисты еңер өсөн теләштәр ҙә крәҫтиәндең елкәһенә һалынған ҙур норманы түләгән. Яңғыҙ һыйыр аҫраһа ла, һигеҙ кило иретелгән һары майын, илле кило итен, уныһы булмаһа, көҙөн быҙауын, тауығы булыу-булмауына ҡарамаҫтан йөҙ дана йомортҡаһын тапшырып, тиҙерәк һуғыш бөтөрөнә өмөтләнгән. Туҡһан йәшлек Бәҙриямал өләсәй ауыр эштән йонсоған бала-сағаны мунсала ҡойондороп, әсәләре эштә саҡта сабыйҙарға күҙ-ҡолаҡ булып, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Утыҙ өйлө бәләкәй генә Теләш ауылында “Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалын алған ун дүрт ветеран булыуы – үҙе ғорурлыҡ.
Камил ауылдаштары менән көндөҙ Бикҡол ауылындағы саман фермалағы мал-тыуарға, төнөн үҙҙәренең хужалығына мал аҙығы әҙерләгән. Атаһынан ҡалған салғыны үткер бәкеләй иткәнсе тапарға әлеге лә баяғы тиктормаҫ өләсәһенән өйрәнгән ул.
“Малың булһа, ас ҡалмаҫһың” тигән һүҙҙәр мәрхүмәнең васыяты булып ғүмере буйы онотолмай. Өләсәһенең аманатына тоғро ине Камил – ысынлап та, мал йәнле булды. Алтмышынсы йылдар башында Теләш ауылында һөтсөлөк фермаһы төҙөлдө. Һыйырҙарға иртәнән ҡара кискә тиклем силос-сенажыңды ташып ҡына өлгөр! Камилдың колхозда нисек көс түгеүен ауылдаштары яҡшы күреп тора. Уның һандығындағы орден-миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары, коммунистик хеҙмәт ударнигы билдәләре, ҡиммәтле бүләктәр, ял йортона, сит илдәргә туристик путевкалар ошоға яҡшы дәлил түгелме ни? Совет дәүләте үҙенең хеҙмәт батырҙарын ҡәҙерләгән, ҙурлаған, һаулығын да ҡайғыртҡан. Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге хеҙмәте һәм дәүләткә малсылыҡ продукттары һатыу буйынса планды арттырып үтәгәне өсөн юғары исемгә лә ҡара тырыштар ғына лайыҡ булды, миҙалдар хәҙерге замандағы кеүек услап таратылманы.
Еңеү көнөнә бер йыл ҡалыуға Камил өләсәһен ерләй, аҙаҡ Мәскәү ҡалаһына алты йылға әрме сафына алына. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Ҡотоҡай тауы буйындағы шахтала марганец мәғдәне сығара. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына нәшер ителгән “Тыл геройҙары” китабындағы батырҙар исемлегенә индерелгән Камил Юныс улы Бәшәров бөтә ғүмерен хаҡлы ялға киткәнсе малсылыҡҡа бәйләне һәм үҙен намыҫлы, фиҙакәр эшсе итеп күрһәтте.
Бәҙриямал өләсәһенең ҡотло нигеҙендә Байым ауылы һылыуы Хәлиҙә апай менән кәртә тултырып мал көтөп, береһенән-береһе егәрлерәк биш малай үҫтереп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне Бәшәровтар. Ныҡлы ғаилә – ил терәге тигәндәй, бөгөн уларҙың барыһы ла тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Аҫаба башҡорттоң бер ерҙә лә яҙылмаған ҡанунын үтәүселәр– ата-бабаларыбыҙҙың нигеҙен туҙҙырмай, ҡотон юғалтмай һаҡлаусылар – Аллаға шөкөр, бар әле.


Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА. Әбйәлил районы, Ташбулат ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә