Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Ғәҙеллек юҡ ул, Алла бар"
Гәзиттең сайтында (www.bash.bashgazet.ru) ҡайһы бер мәҡәләләр буйынса фекер алышыуҙар дауам итә. Уларҙың иң тостарына бөгөн туҡталырбыҙ. Был беҙгә уҡыусыны ниндәй мәсьәләләрҙең айырыуса ҡыҙыҡһындырыуын асыҡларға ярҙам итә. Иң уҡымлыларын иҫәпкә алып, артабан да ошо темаларҙы яҡтыртырға тырышырбыҙ. Уҡыусыларыбыҙ иһә йышыраҡ сайт киңлектәрен иңләп, фекерҙәре менән уртаҡлашыуын дауам итһен ине.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова менән тура бәйләнеш үткәреүебеҙ тураһында хәбәр итеүебеҙ булды, редакция телефондары йышыраҡ шылтырай башланы. Республиканың һәр төбәгенән үҙ һорауы, борсолоуы, рәхмәт һүҙе менән мөрәжәғәт итеүселәр бихисап булды. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Рияз Мәсәлим сайтта мәҡәлә менән танышҡандан һуң ошондай һүҙҙәрҙе яҙған: "Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта республика идаралығында йәш һәм тәжрибәле белгестәр дәүләт чиновниктары кимәлендә эшләй. Лилиә Салауат ҡыҙы шулар араһында күренекле урын алып тора. Күпме күҙәтәм, яҡташым Лилиә һылыу һәр ваҡыт халыҡ вәкилдәре менән туранан-тура аралаша, башҡортса матур, йөкмәткеле әңгәмәләр алып бара. Рәхмәт инде Лилиә Салауат ҡыҙына!" – тигән. Беҙ ҙә был фекер менән килешәбеҙ һәм редакцияла шылтыраған телефондар, тура бәйләнеш мәлендә ҡушылған әңгәмәселәрҙең күплеге лә быға аныҡ дәлил булып тора. Әйткәндәй, Динә Арыҫланова менән Дилбәр Ишморатова ҡағыҙға теркәгән һөйләшеүҙе сайтта йөҙҙән ашыу кеше уҡып сыҡҡан.
Хәлил Сафиуллиндың "Көнлөксө хәленән сығырбыҙмы?" тигән мәҡәләһе сайтта бәхәс тыуҙырған. Мәҫәлән, Ҡунаҡбикә псевдонимы аҫтында үҙ фекере менән уртаҡлашҡан гәзит уҡыусыбыҙ бына нимә яҙа: "Бик етди мәсьәлә күтәрәһегеҙ. "Хужа" ауыҙына ҡарап ултырыр көндәр килде, үкенескә ҡаршы. Оло йәштәгеләр өсөн генә түгел, йәштәр өсөн дә был оло проблема. Бөгөн "ҡулайлаштырыу" тигән булып, йәштәрҙе эш урынынан ҡыуалап маташыусылар күбәйҙе. Күптән түгел генә ошо сәбәптән 12 йыл эшләгән ерҙән китергә мәжбүр булдым. Ә минең урынымда был хеҙмәт тураһында бер нәмә лә аңламаған пенсионер ултырып ҡалды, сөнки ул "хужа"ның бик яҡшы танышы… Ә бит яҡлау эҙләп бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итерлек түгел. Ҡул ҡулды йыуа…" Беҙ иһә "Ҡунаҡбикә"не күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә саҡырабыҙ. "Башҡортостан" гәзите ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. "Юрист кәңәштәре", "Халыҡ тауышы", "Хат юлға саҡыра" рубрикалары тап халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың Рафаэль Аҙнағолов тураһындағы "Ырымбурҙың ырыҫлы улы" тигән яҙмаһы ла гәзит уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Мәҡәлә аҫтындағы ике фекерҙе лә һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ: "Күп яҡлы талант эйәһе Рафаэль Аҙнағолов! Яҙмаларын уҡып барам. Уның ише төплө мәҡәлә, фәнни эш яҙыусы педагогтар, ғөмүмән, һирәк. Рәхмәт!", "Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ринат Камал Рафаэль ағай хаҡында ҡайһылай матур яҙа! Рафаэль Аҙнағолов — милли телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаусы педагог-ғалим! Уның хеҙмәттәре, матбуғатта йыш күренгән яҙмалары беҙҙең өсөн, уҡытыусылар һәм ғалимдар өсөн иҫ киткес бай, ғәжәйеп тәрән аҡыллы сығанаҡ ул. Шундай олуғ башҡорт шәхесе тураһында йылы һүҙҙәре өсөн Ринат тиңдәшкә рәхмәт!" – тигәндәр.
Гәзит биттәрендә урман мәсьәләһенә ҡағылған материалдар йыш сыға. Шуларҙың береһе бәләкәй генә мәғлүмәттә Ҡыйғы район судының 336 төп ҡайынды законһыҙ киҫкән ғәйепләнеүсегә 1,3 миллион һумды ҡайтарыу тураһында ҡарар сығарылғанлығы тураһында бәйән ителә. "Р. Барал" тигән исем аҫтында үҙ фекерен белдергән гәзит уҡыусыбыҙ был хаҡта бына нимә яҙа: "Ауыл кешеһе миллион ярым һум аҡсаны ҡайҙан алһын?! Ни өсөн суд шундай рәхимһеҙ? Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Учалы райондарында, миңә мәғлүм булыуынса, ҡайһы бер түрәләрҙең "ҡыйыҡ" аҫтынан меңәрләгән кубометр иң ҡиммәтле ағастар "һул"ға оса. Ниңә шул мутлашыусыларҙы тотоп судҡа бирмәйҙәр? Ә бер ябай ауыл кешеһен "һә” тигәнсә тотоп, миллионлаған штраф һалып та ҡуялар! Ул ниндәй ҡиммәтле ҡайындарҙы ҡырҡҡан икән? Ә стратегик урмандарҙы юҡ итеүселәр рәхәтләнеп йәшәй! Эйе, ғәҙеллек юҡ, Алла бар! Оятығыҙ юҡ һеҙҙең, чиновниктар!"
Законһыҙ урман ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәш бара. Судтың ҡарарын инҡар итә алмайбыҙ. Шулай ҙа ғәҙелһеҙлектең шаһиты булған саҡта был турала мәҡәлә яҙыу мотлаҡ, әлбиттә.


Автор: Сайтты Лилиә НУРЕТДИНОВА байҡаны.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә