Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҫмерҙәр нисек сыныҡты?
Үҫмерҙәр нисек сыныҡты?Рәсәй скауттары ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе был хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙы тиҫтәнән ашыу йыл рәттән йәйге спорт-һауыҡтырыу лагерына алып сыға. Быға тиклем ул Туймазы һәм Өфө райондарында эшләһә, быйыл скауттар үҙ палаткаларын Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янындағы урман ситендә урынлаштырған.

Йөҙгә яҡын үҫмер тәжрибәле фекерҙәштәре менән бергә “Герой-III” тип аталған лагерҙа тәбиғи шарттарҙа йәшәгән. Баш ҡаланың зәңгәр галстуклыларына Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәренән килгән тиҫтерҙәре лә ҡушылған. Йәштәр үҙәге етәксеһе Ринат Шәйбәков әйтеүенсә, хәрби-ватансылыҡ тәрбиә биреү йүнәлешендәге лагерь төбәктә йыл да ойошторола. Быйыл иһә тәбиғәт ҡосағында көн итеүҙә тәжрибәлерәк булған скауттар менән берләшкәндәр.
– “Герой-III” программаһы балаларҙың йәйге ялы башланыр алдынан Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы үткәргән республика конкурсында иң яҡшыһы тип табылғайны, – ти Ринат. – Шуға ла скауттар менән лагерь бик файҙалы булды, уларҙан күп нәмәгә өйрәндек, ҡунаҡтар ҙа беҙҙән ниҙер алды. Ә иң мөһиме — малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙ-ара яҡындан танышты, күптәр яңы дуҫтар тапты. Скауттар менән аралашыу был хәрәкәтте үҙебеҙҙә лә йәнләндереүгә этәргес буласаҡ. Спорт-һауыҡтырыу лагерының төп ойоштороусыһы һәм уның башлығы – Рәсәй скауттары ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Марина Таран.
– Беҙҙең программа телевидениелағы “Һуңғы герой” уйынын хәтерләтә. Үҫмерҙәр көн дә өс һынау үтте, ә кис отрядта иң яҡшы өсәүҙе һайланылар. Шулай итеп лидерҙар билдәләнде.
Ысын скаут булып зәңгәр галстукты ғорур тағып йөрөү өсөн, мәҫәлән, шундай һынауҙар үтергә кәрәк: “тынлыҡ һаҡлау”, “ас тороу”, йәғни көн буйы бер һүҙ ҙә өндәшмәү һәм ашамау. Өсөнсөһө – “урманда төн үткәреү”. Уларҙың береһен генә башҡарып сыға алмаһаң да, имтихан теүәл бер йылға кисектерелә. Тәүге ике һынау – ихтыяр көсө, ә өсөнсөһө ныҡлыҡ һәм сыҙамлылыҡ тәрбиәләй.
Лагерҙа башҡа төр шәхси һәм отряд ярыштары, йөкмәткеле, күңелле саралар ойошторолған, мәҫәлән, катамаранда йөрөү күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Сараларҙың төп маҡсаты – малай һәм ҡыҙҙарҙы йәштәштәре менән еңел аралашырға, коллективта үҙ-үҙеңде тоторға өйрәтеү. Теге йәки был көсөргәнешле хәлдә дөрөҫ ҡарарға килеү, һәр ҡылығың өсөн яуап бирергә әҙерлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү ҙә иғтибар үҙәгендә булған. Поход медицинаһы һәм ялан кулинарияһы, иҫән ҡалыу һәм сынығыу мәктәбе кеүек скаут һөнәрҙәрен үҙләштереүгә күп ваҡыт бирелгән. Быларҙың барыһы ла һәр кемдә тәбиғәт шарттарына яраҡлашыу оҫталығын камиллаштырып, лидерлыҡ сифаттарын арттырыуға йүнәлтелгән.
Мәктәп йәшендәгеләр компьютер уйындары менән мауығып, виртуаль донъяла йөрөүҙе үҙ иткән заманда изге шөғөлдәрҙе маҡсат итеп ҡуйған скаут хәрәкәтенең ауыл-ҡалаларҙа артабан таралыуын ыңғай күренеш тип баһаларға кәрәк.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә