Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәҙеллек һәм тәртип һағында
Ғәҙеллек һәм тәртип һағындаБер көн концерттан һуң һигеҙенселә уҡып йөрөгән Айҙарҙы үҙенән биш йәшкә өлкән ҡыҙ туҡтата һәм өйөнә тиклем оҙатып ҡуйыуҙы һорай. Үҫмер үтенесте кире ҡаҡмай. Бында, әлбиттә, ғишыҡ-мишыҡ тураһында һүҙ бармай – ҡыҙға яңы ғына әрменән ҡайтҡан егет бәйләнә икән. Ә Айҙарҙың спорт өлкәһендәге уңыштары хаҡында күптәр белә, тимәк, гүзәл заттың нәҡ уға мөрәжәғәт итеүе урынлы.

Был юлы ла осрай кисәге һалдат. Оҡшатып йөрөгән ҡыҙын күргәс тә, ғәҙәттәгесә бәйләнә, ҡулынан тартҡылай башлай. Ә янында барған үҫмерҙе: «Кит бынан, салага!» – тип ҡаты һүгенеп, этеп ебәрергә самалай. Тик Айҙар юғалып ҡалғандарҙан түгел шул, «һә» тигәнсә егет йоратын ергә һалып ҡуя, бәйләнсек аңғармай ҙа ҡала…
Тәртип, ғәҙеллек өсөн көрәште бына шулай үҫмер сағынан уҡ ҡанына һеңдереп үҫә хәҙер инде Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Профессиональ әҙерлек үҙәге начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Айҙар Йомағужин. Шуға ла уның ҡануниәт һағына баҫыуына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Дәрәжәле офицерҙы хеҙмәт юлы, тормош елдәре ҡайҙа ғына ташламай, ниндәй кешеләр менән генә осраштырмай ваҡытында...
БДУ-ның «башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филолог» тигән яҙыулы дипломын ҡулына алғанда Айҙар Йомағужин инде әрме һурпаһын татыған, өйләнеп, бер бала тәрбиәләгән типһә тимер өҙөрлөк ир була. Мәктәп директоры, хатта радиоға тапшырыуҙар алып барыусы итеп саҡыралар көр тауышлы, аҡыллы егетте. Әммә бала саҡ хыялына хыянат итә алмай ул: тыуған Белорет районына, Инйәрҙә яңы ғына асылған милиция бүлегенә эшкә ҡайта. Бына шунда ала ла инде буласаҡ полковник үҙенең тәүге эш тәжрибәһен, ҙур тормош һабағын.
Айҙарҙы шунда уҡ бәлиғ булмаған балалар менән эшләү бүлексәһенә йүнәлтәләр. Ә был ябай бурыс түгел, бигерәк тә үҫмерҙәр енәйәт юлына баҫһа.
– Кемдәр менән генә эш итергә тура килмәне. Урлашыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, көсләүселәр ҙә бар ине араларында. Оло йәштәге енәйәтсене, яза бирһәң, ярай, аҡылға ҡайтарыу мөмкин, ә йәш быуындың бындай аҙымды икенсе төрлө ҡабул итеүе ихтимал. Шуға һәр бер ваҡ ҡына деталде лә күҙ уңында тотоу мотлаҡ. Беренсе сиратта енәйәтсене язалау түгел, тәүбәгә килтереү хаҡында уйларға кәрәк, – тип иҫкә ала әңгәмәсем хеҙмәт йылдарын.
Лейтенант Йомағужин үҫмер йәштәр араһында тәртипте бер нисә ай эсендә урынлаштыра. Балаларҙы аҡылға ултыртыу ғына түгел, уларҙы ҡурсалау буйынса ла бурысын үтәй. Мәҫәлән, эскән ата-әсә араһында иҫкәртеү эшен башҡара. Кемгәлер бер ҡабат әйтеү етә был йәһәттән, икенселәргә йыш «ҡунаҡҡа» инеп сығырға тура килә. Әйткәндәй, бер ваҡыт Йомағужин алып барған эш буйынса балаларын ҡарамаған өсөн әсә кеше хөкөмгә тарттырыла. Бындай ваҡиға республикала тәүге тапҡыр була.
Һөҙөмтә күрһәтеп өлгөргән хеҙмәткәрҙе оҙаҡламай артта ҡалған икенсе төбәккә участковый итеп күсерәләр. Йылғыр милиционер зонаһын арҡырыға-буйға үтеп сыға. Йәйҙең селләһе, яҙ менән көҙҙөң бысрағы, ҡыштың һыуығы менән бураны – бер нәмә лә ҡамасаулай алмай уға. Аттан төшкән эт еккән тигәндәй, үтә алған ерен – машинала, үтә алмағанын һыбай барырға тура килә. Тәртип урынлаштырам тип аҙна-ун көн өйөнә ҡайтмаған саҡтары ла була.
Төпкөл ауыл халҡы ябай түгел, уларҙың яҙылмаған үҙ ҡанундары байтаҡ. Был йәһәттән урындағы ҡиммәттәрҙе белеү мотлаҡ. Шуға, сер түгел, һәр һүҙҙе, һәр аҙымды үлсәп эш итергә тура килә участковыйҙарға. Иң мөһиме — барыһын да ҡануниәт буйынса башҡарырға кәрәк. Был һынауҙы ла үтеп сыға Айҙар. Хөрмәтләй, һүҙен тыңлай башлайҙар, әлбиттә, күрә алмаусылар ҙа ишәйә. Һынау тигәндән, аҡса тәҡдим иткәндәр ҙә осрай Йомағужиндың юлында, муйынына – бысаҡ, күкрәгенә мылтыҡ терәлгән минуттарҙы ла кисерергә тура килә. Әммә бирешмәй башҡорт ир-егете! Ғаиләнән, мәктәп-интернаттан килгән көслө рух, тәрбиә, дзюдо түңәрәктәрендә сыныҡҡан кәүҙә һығылып төшөргә юл ҡуймай.
Артабан әңгәмәсем хеҙмәт юлын Миәкә районында дауам итә. Бында ла уға бәлиғ булмағандар менән эш итергә тура килә, аҙаҡ енәйәтте асыҡлау бүлегенә күсерелә. 2003 йылда майор Йомағужинды Өфөгә саҡыралар. Паспорт-виза хеҙмәтендә, Эске эштәр министрлығының кадрҙар идаралығында тәжрибәһен бер аҙ байытҡандан, Өфө юридик институтында белемен камиллаштырғандан һуң, Айҙар Басир улына әлеге урынды тәҡдим итәләр. Яңы ғына полиция рәтенә баҫҡан курсанттар менән эш итә ул. Йәш коллегаларын тәртип һағында намыҫлы һәм ғәҙел булырға өйрәтә. Ябай булмаған вазифа йөгөн тартып килеүсе полиция полковнигына уңыштар теләп: «Әлдә һеҙ бар әле!» – тиергә генә ҡалалыр.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә