Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фәнгә файҙалы хеҙмәтен ҡалдырҙы
Фәнгә файҙалы хеҙмәтен ҡалдырҙыАуыл хужалығы буйынса күренекле ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың почетлы академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Нурәмбәк Ғиниәт улы Арыҫлановҡа ошо көндәрҙә 85 йәш тулған булыр ине.

Ул 1928 йылда Көйөргәҙе районының Икенсе Кинйә ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Һуғыш йылдарында колхозда эшләй. 1946 йылда Көйөргәҙе ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес бының менән генә туҡталып ҡалмай – К.А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында уҡып, республикаға ҡайтҡас, БАССР Ауыл хужалығы министрлығы МТС-ының Урал идаралығында баш белгес вазифаһында эш башлай. Дүрт йыл Ауырғазы, Ғафури райондарының Батыр МТС-ында баш белгес була. 1956–1959 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Иҡтисад институтында аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. БАССР Ауыл хужалығы министрлығында тағы ла дүрт йыл эшләгәндән һуң Нурәмбәк Ғиниәт улы тормошон фәнгә бәйләй.
1966 йылда ул Башҡортостан ауыл хужалығы институтына эшкә килә һәм илле йылға яҡын ғүмерен ошо уҡыу йортона арнай. Уҡытыуҙан тыш фәнни эштәр яҙа, ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләренә күп ваҡытын арнай, меңәрләгән иҡтисадсы-ойоштороусы, иҡтисадсы-бухгалтер, ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. БДАУ-ҙың иҡтисад теорияһы кафедраһы фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы ла ул. Аҙыҡ-түлек етештереүҙең һөҙөмтәлелеген һәм иҡтисадтың ауыл хужалығы тармағын өйрәнеү буйынса танылыу алған ғалим "Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия", "Башҡорт энциклопедияһы" кеүек хеҙмәттәрҙе әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнашты.
Нурәмбәк Ғиниәт улы йәмәғәт эшенә лә ваҡыт таба ине. Республика Хөкүмәтенең һәм башҡа дәүләт органдарының йомоштарын намыҫлы үтәне. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашып, "Аграр өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙар, ер мөнәсәбәттәре һәм милли мәсьәләләр" темаһына доклад менән сығыш яһаны. Ҡоролтайҙың икенсе йыйынында ойоштороу комитеты ағзаһы булды.
Нурәмбәк Арыҫланов Рәсәй төбәктәре өсөн әһәмиәтле булған иҡтисади тәжрибәләрҙе өйрәнде. 100-ҙән ашыу ғилми-тикшеренеү, ғилми-практик хеҙмәте бар. Ғилми-тикшеренеү һәм педагогик эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе ғилми, фәнни-методик, фәнни-популяр, уҡытыу-методик юҫыҡтағы 132 мәҡәләһендә сағылыш тапты. Шул иҫәптән, 12 монография, өс уҡыу пособиеһы, алты брошюра һәм ун тематик йыйынтыҡ, 67 ғилми мәҡәлә баҫтырҙы.
Ил алдында күрһәтҡән хеҙмәттәре өсөн Нурәмбәк Ғиниәт улы "1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" миҙалына, СССР Ауыл хужалығы министрлығының "Ауыл хужалығы отличнигы" билдәһенә һәм бик күп маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Беҙҙең өсөн ул ҙур тәжрибәгә эйә өлкән иптәш ине. Кешелеклелеге һәм яҡшылығы коллективта дуҫтарса мөхит тыуҙырҙы. Нурамбәк Ғиниәт улын оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.


Автор: Мазһар ИҪӘНБАЕВ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә