Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәҙеллек йондоҙо
Шәхес тураһында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт күҙ алдыма Рәми Ғарипов килеп баҫа. Донъянан китеүенә өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның исеме халыҡ телендә. Ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре шағирҙы мәңге тере итеп күрһә лә, йәштәр уны әҫәрҙәре, матбуғатта сыҡҡан иҫтәлектәр, ишеткән хәбәрҙәре аша ғына белә.

Рәми Ғариповтың сығыш яһағанда "Туған тел" исемле шиғырын уҡырға яратыуы әле лә хәтеремдә. Бал ҡорто кеүек, "йәнле ынйыларҙан хуш еҫле кәрәҙ"ҙе үҙе ҡойғанғалыр, туған тел шул тиклем ҡәҙерле тойолдо уға. Телде өҫтән-мөҫтән генә өйрәнгән ҡайһы бер әҙәмдәрҙең һүҙ ҡәҙерен белмәүе, мәктәптәрҙә туған тел уҡытыуҙағы етешһеҙлектәр — быларҙың бөтәһе лә телгә зыян килтерҙе. Ә Рәми ана шул саҡта ла хәүефләнеп саң ҡаҡты...
Рәми Ғарипов саҡматаш кеүек, ҡаты тамырҙары бүртеп сыҡҡан ағас олонондай ныҡ, мыҡты кәүҙәле ябай кеше ине. Сәнғәткә ғашиҡ шағир үҙе бигүк йырламаһа ла, моңдо бөтә йөрәге менән яратыр, музыканы тыңлағанда йөҙөндә йылмайыу балҡыр, күҙҙәрендә һағыш эркелер ине. Уның йылмайыуы ла ихлас, йөҙө нурлы икәнлеген хәтерләйем. Тик тура һүҙле булыуы арҡаһында күпме кешенең хәтерен ҡалдырҙы ул. Шуға ла уға асыу тотоусылар бихисап ине. Ә бына йәштәр уға үҙ намыҫына ҡараған кеүек ҡараны, тимәк, намыҫ менән йәшәү ҙә, эшләү ҙә еңелерәк. Шағир "Һарғамыш" совхозының комсомол ойошмаһы секретары булып эшләгән йылдарҙа, йәғни ялған, ялағайлыҡ, ике йөҙлөлөк хакимлыҡ иткән заманда был һирәк осрай торған матур сифаттарҙың береһе ине.
Ғәҙеллек, дөрөҫлөк, тыйып торғоһоҙ ташҡын булып, Рәмиҙең шиғырҙарына үтеп инде. Уның матбуғатта сыҡҡан һәр шиғырҙар шәлкеме уҡыусылар тарафынан ҙур бер асыш булараҡ ҡабул ителде.
1964 йылда яҙылған "Табыныу" поэмаһында тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеү мәсьәләһен күтәреп сыҡты Рәми. Был әҫәрендә ул шәхес культы, "ер аллаларына" һуҡыр рәүештә табыныуҙың фажиғәле эҙемтәләре тураһында бына нимә тип яҙҙы:
Эй, табыныу, һуҡыр табыныу һин,
Ни әшәке һинең ишенән!
Һәр әҙәмдә зиһен йоҡламаһа,
Ни көслө һуң ерҙә кешенән?
Был вәхшәтте Тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар.
Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,
Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!
Бөгөн, уй-фекерҙәреңде һәм хафаларыңды асыҡтан-асыҡ әйтеү мөмкинлеге бар саҡта мәшһүр шағирыбыҙ әллә ниндәй әҫәрҙәр яҙыр ине. "Табыныу" поэмаһы, әйткәндәй, урыҫсаға ла тәржемә ителгән.
Шағирҙың "Умырзая йыры" тигән китабына Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелеүе шатлыҡлы ваҡиға булды. Китаптың ҡайһы ғына битен асып уҡыма, бөгөнгөгә ауаздаш һәм киләсәктә лә һәр кешене уйландырырлыҡ, һиҫкәндерерлек шиғырға тап булаһың.
Халҡының тарихын, яҙмышын, һағышын иң изге нәмәләй күреп, йөрәк түрендә йөрөткән Рәми эш һәм һүҙ берлеген яҡлаған: үҙгәрмәүсән тәбиғәте менән ул беҙгә, килер быуындарға, бик ҡәҙерле. Киләсәктә лә Рәми таланты алдында күптәр баш эйер әле.


Автор: Зилә БУРАНҒОЛОВА. Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә