Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһарман флот ярҙам талап итә
Ҡаһарман флот ярҙам талап итәБеҙҙә диңгеҙ юҡ, әммә Башҡортостандың күп егеттәренең яҙмышы уның менән тығыҙ бәйле.
Мин үҙем хеҙмәт иткән йылдарҙа Башҡортостан вәкилдәрен һәр флотта осраттым. Кронштадт ҡалаһындағы артиллеристарҙы өйрәтеү мәктәбендә беҙҙең төркөмдәге 25 кешенең яртыһынан күберәге Башҡортостан егеттәре ине.

Беҙҙе артиллерия буйынса уҡытҡан һәм сәйәси дәрестәр алып барған офицер ҙа Белорет ҡалаһынан булып сыҡты. Ғәббәс Батырша улы Ғәлимшин Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша, аҙаҡ Кронштадтта Хәрби-диңгеҙ училищеһында уҡый, шунда хеҙмәт итә һәм бер нисә йылдан һуң яңынан Владивостокка ебәрелә. Карап составындағы техник хеҙмәт майоры званиеһына ҡәҙәр хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Белорет ҡалаһына ҡайта. Шуныһы ҡыҙыҡ: ике улы ла атаһының һөнәрен һайлаған, Хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлап, төрлө флоттарҙа хеҙмәт итә. Өлкәне Георгий хәҙер Белорет ҡалаһында йәшәй. Ошондай данлыҡлы диңгеҙселәр династияһы менән танышыуыма бик тә ҡәнәғәтмен. Ә улар аҙым һайын тигәндәй осрап ҡына торҙо.
Шишмә районы егете Роберт Абдулла улы Янбарисов (I ранг капитаны) Владивостокта һыу аҫты кәмәһендә, ә һуңынан Тымыҡ океан флотының сәйәси идараһында хеҙмәт итә. Башҡортостанға ҡайтҡас, бер аҙ партияның өлкә комитетында ла эшләп алды. Ул — философия фәндәре докторы. "Румбами тревожных глубин" тигән китап та баҫтырып сығарҙы. БДУ-ның юридик факультетында эшләгән сағында оҙаҡ ҡына һөйләшеп, флот яҙмышы тураһында фекер алышып та ултырырға яҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер нисә йыл элек вафат булды.
Тағы ла бер яҡташыбыҙ, философия фәндәре докторы, профессор Октябрь Кәли улы Вәлитов Владивостокта "Сенявин" крейсерында хеҙмәт итә, юғары уҡыу йортон тамамлап, оҙаҡ йылдар партияның өлкә комитетында эшләй. Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында директор вазифаһын уңышлы алып бара.
Йыл да осрашып, күрешеп торған диңгеҙселәрҙең тағы ла береһе — Тымыҡ океан флоты вәкиле, I ранг капитаны Мансур Мөнир улы Ахуновты — күптәр яҡшы беләлер.
Хәрби-диңгеҙ училищеһын һәм академияны тамамлап, ун йыл Төньяҡ флотта һәм шул ҡәҙәр ваҡыт Тымыҡ океанда хеҙмәт итә. Өфөгә күсергәс, баш ҡаланың Октябрь районы хәрби комиссары булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырманы. Өфөлә диңгеҙселәр йыйылышын ойошторҙо, бер ни тиклем ваҡыт уға етәкселек итте. Әле ул — Башҡортостанда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе.
Бер ваҡыт миңә Бөрө ҡалаһында йәшәүсе медицина хеҙмәте полковнигы Ремиз Ғимаев менән осрашырға яҙҙы. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, ул уҡырға ингән йылда Ленинград хәрби-медицина академияһына бөтә имтиханды ла тапшырыу ҡаралған була. Бындай һөҙөмтә менән һәр кем ғорурланыр ине: үҫмер барлыҡ имтиханды ла "бишле"гә тапшыра. Оҙаҡ йылдар һыу аҫты кәмәһендә врач булып хеҙмәт итә, һуңынан Ҡара диңгеҙ флотының медицина идаралығында эшләй. Уға хатта осраҡлы ғына йәрәхәт алған беренсе космонавт Юрий Алексеевич Гагаринды ла дауаларға тура килгән.
Башҡортостандағы Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының исемлеге тағы ла оҙонораҡ булыр ине. 1955 йылдың октябрендә шартлап, Ҡара диңгеҙҙә батҡан "Новороссийск" линкорында һәләк булған 611 кешенең бишәүһе Башҡортостандан икәнлеге мәғлүм. Ул йылдарҙа был фажиғә тураһында яҙыусы булманы. Ә бына "Курск" атом һыу аҫты кәмәһендә батҡан 118 кешенең дүртәүһе беҙҙең республиканан ине, һәм был фажиғәле хәл республика матбуғатында киң яҡтыртылды.
Хәҙерге көндә лә республикабыҙҙан флотҡа хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Әгәр ҙә улар эргәһенә запасҡа йәки отставкаға сыҡҡан диңгеҙселәрҙе өҫтәһәк, уларҙың дөйөм һаны бермә-бер артасаҡ.
Хәрби-диңгеҙ флоты көнө үткәрелә башлаған ваҡытҡа әйләнеп ҡайтайыҡ әле. СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флотының халыҡ комиссары Н.Г. Кузнецов (башта флоттың II ранг флагманы, ә 1940 йылдан — адмирал) етәкселекте үҙ ҡулына алғанда һуғыш башланырға ике йыл самаһы ваҡыт ҡалған була. Испаниялағы республика флотында хәрби-диңгеҙ советнигы һәм Тымыҡ океан флоты командующийы вазифаларын үтәгәндә тупланған тәжрибәһенә таянып, флотты шул заман талаптарына ярашлы әҙерләүгә күп көс һала. Уның инициативаһы менән индерелгән өс дәрәжәләге әҙерлек системаһы, ҡоралдарҙы һәм механизмдарҙы дөрөҫ файҙаланыу ысулдарын ҡуллана белеү — быларҙың барыһы ла һуғыштың тәүге көнөндә үк үҙен аҡланы. Әгәр ҙә беҙҙең авиация һуғыштың беренсе көнөндә 700-ҙән ашыу самолетын (күбеһе аэродромдарҙа) юғалтһа, дошмандың Балтик, Ҡара диңгеҙ, Төньяҡ флотҡа яһаған һауа һөжүме артиллерия уты менән ҡаршы алынды. Һөҙөмтәлә ул көндө флот бер карабын да юғалтманы. Фашистарҙың көтөлмәгән һөжүменән улар албырғап ҡалманы. Юғалтыуҙар булды, әлбиттә, ләкин улар инде — 1418 көн дауамында барған дәһшәтле һуғыш һөҙөмтәһе.
Фашист Германияһы илгә баҫып ингәндә, СССР-ҙа 600 самаһы һуғыш карабы (шулар араһында 218 һыу аҫты кәмәһе, өс линкор, ете крейсер) иҫәпләнә. Петр I әйткән һүҙҙәрҙе иҫкә алайыҡ: "Батшаның ҡоро ер ғәскәрҙәре генә бар икән, ул — бер ҡулы, ә инде флоты ла булһа — ике ҡулы".
Бөйөк Ватан һуғышы был фекерҙе тулыһынса раҫлай. СССР Ҡораллы Көстәре алдында торған төп мәсьәләләр ҡоро ер ғәскәрҙәре тарафынан хәл ителә. Шуға күрә уларға оборонала һәм диңгеҙ буйындағы бәрелештәрҙә ярҙам күрһәтеү флот өсөн иң мөһим бурысҡа әүерелә. Һуғыштың тәүге көнөнән башлап аҙаҡҡа ҡәҙәр шулай дауам итә. Күп кенә операцияларҙы йәки айырым бәрелештәрҙе уңышлы үткәреү өсөн флот лайыҡлы өлөшөн индерә.
Ил өсөн иң ауыр көндәрҙә 500 меңгә яҡын диңгеҙсе, ҡоро ер фронтына китеп, диңгеҙ пехотаһы һәм диңгеҙ уҡсылары бригадалары төҙөй. Улар Ленинград, Одесса, Севастополь, Таллинн һәм башҡа ҡалаларҙы обороналауҙа ҡатнаша.
Карап артиллерияһының алыҫҡа атыу өҫтөнлөгөнән файҙаланып, беҙҙең диңгеҙ көстәре дошмандың һөжүм итеүсе пехотаһын, ут нөктәләрен, штабтарын һәм команда пункттарын юҡҡа сығара. 1944 йылдың 14 ғинуарынан 30 ғинуарына ҡәҙәр осорҙа ғына ла дошманды Ленинград янында ҡыйратҡанда Балтик флотының 200 диңгеҙ орудиеһы дошман өҫтөнә 23500 снаряд яуҙырҙы.
Ҡоро ер ғәскәрҙәренә иң ҙур ярҙам — йөҙҙән ашыу оператив һәм тактик десант үткәреү. Унда ҡоралланған 250 мең кеше ҡатнаша. Операцияны 3 мең һуғыш карабы һәм 10 мең самолет тәьмин итә. Өс флоттың авиацияһы дошмандың 1523 танкын, 150 бронемашинаһын, 9443 автомашинаһын, 402 катерын, 305 ут нөктәһен, 428 келәтен, 49 тимер юл эшелонын, 135 мең һалдат һәм офицерын, 5 меңдән артыҡ самолетын юҡҡа сығара.
Һуғыш йылдарында һыу аҫты кәмәләребеҙ дошмандың 100 карабын һәм 300 транспортын батыра. Беҙҙең юғалтыуҙар ҙа ҙур: 6 мең самолет, 314 карап, 700-гә яҡын катер юҡҡа сығарыла. Һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр — 153 мең, яраланыусылар — 85 мең самаһы.
Моряктарҙың дошманды еңеүгә индергән өлөшө Совет Хөкүмәте тарафынан юғары баһа ала: 78 карап, часть, берләшмәләргә гвардия исеме бирелә, ә 238-е ордендар менән бүләкләнә. Шәхси батырлыҡтары өсөн 500-ҙән ашыу диңгеҙсе Советтар Союзы Геройы исемен ала.
13 диңгеҙгә сығыусы Рәсәй өсөн флоттың роле киләсәктә лә ҙур буласаҡ. Ләкин уның хәҙерге хәле бик аяныслы. Караптар ныҡ иҫкергән, уларҙың һаны ла өс-дүрт тапҡырға кәм. Оҙаҡ йылдар буйы яңылары төҙөлмәй, ремонт эше тиҫтәләгән йылға һуҙыла. Флотты аяҡҡа баҫтырыу өсөн ваҡыт талап ителә. Бюджетҡа аҡса бүлеү менән генә эш бөтмәй, уны үтәргә лә кәрәк.
Ошо хаҡта Мансур Ахунов менән фекер алышҡанда элекке хәлдәрҙе, уның көслө, дәрәжәле сағын да һағынып иҫкә төшөрҙөк. "Флоттың хәле мөшкөл", — тип ҡуйҙы ул. Тәртип, үҙ эшең өсөн яуаплылыҡ булғанда, коррупцияға ҡаршы киҫкен көрәш алып барылғанда ғына флотта эштәр яйланасаҡ тип уйлайбыҙ.
Сит илдән хәрби техника һатып алыуға, бюджет аҡсаһын төрлө юлдар менән үҙләштереүгә сик ҡуйылырға тейеш. Закон сығарыусылар һәм уларҙың үтәлешен тикшереүселәр араһында сит илдә аҡса иҫәптәре, виллалар тотоусы хужалар ҙа булмаҫҡа тейеш. Сомали пираттарына ҡаршы көрәш беҙҙең флот өсөн иң мөһим мәсьәлә була алмай. Адмирал Н.Г. Кузнецов әйткәнсә, беҙҙең флот океан киңлектәрендә йөрөй алырлыҡ ҡеүәткә эйә булырға тейеш.
Ә хәҙерге көндә уны үҙ бурысын үтәй алырлыҡ дәрәжәлә тип әйтә алмайбыҙ. Беҙҙең Ҡара диңгеҙ флоты Төркиә флотынан, ә Тымыҡ океан флоты Японияныҡынан көсһөҙөрәк. Әҙерлекле кадрҙар булдырыу, заман талаптарына яуап бирерлек караптар эшләү — ул дәүләт алдында торған мөҡәддәс бурыс. Йыһан һәм оборона техникаһын тулыһынса үҙебеҙгә етештерергә тейеш. Мөмкинлектәребеҙҙе тулыһынса файҙаланғанда ғына флот оборона системаһында үҙенең лайыҡлы урынын аласаҡ. Киләсәктә диңгеҙ һәм океандарҙың иҡтисади яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә буласағын да онотмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523