Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иртәгә — Ҡәҙер кисе
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә Ҡәҙер кисе хаҡында айырым сүрә бар. Уның индерелеү тарихы былай: бер саҡ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына Аллаһ Тәғәлә юлында 80 йылдан ашыу тырышып хеҙмәт иткән кеше килгәс, сәхәбәләр уйға ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, беҙҙең ғүмер улай уҡ оҙон булмаҫ, ошондай дәрәжәгә өлгәшә алырбыҙмы?” — тип һораған улар Пәйғәмбәребеҙҙән. Яуап рәүешендә “Ҡөрьән”дә Ҡәҙер кисе тураһында айырым сүрә барлыҡҡа килгән. Уның мәғәнәһе шулай: әгәр ошо кистә иманлы бәндә ғәмәл-ғибәҙәт ҡыла икән, ул Аллаһ Тәғәләгә 80 йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшә.
Ҡәҙер кисендә Хоҙайҙың рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Был мәл Рамаҙан айының 27-се кисенә тура килә. Тимәк, быйыл, Аллаһ бойорһа, 3 августа ҡояш байыу менән Ҡәҙер кисен ҡаршылайбыҙ.
“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” — тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға “Эй, Раббым, һин — ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ла ярлыҡа” тигән доғаны уҡырға бойорған. Ғөмүмән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Рамаҙан айының ахырғы ун көнөндә кистәрен тотош ғаиләһе менән ғибәҙәттә булған. Хатта ки үҙе төндәрен мәсеттән сыҡмайынса намаҙ уҡыған.
Быйылғы Рамаҙандың хисаплы ғына көндәре ҡалды. 8 августа, иншаллаһ, изге айҙы тамамлап, Ураҙа ғәйетен үткәрербеҙ. Хоҙай ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе, ғибәҙәттәребеҙҙе, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын. Изге Ҡәҙер кисендә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә хәлебеҙҙән килгәнсә ғәмәл-ғибәҙәттә булырға насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.

Фытыр саҙаҡаһының күләме

“Фытыр саҙаҡаһы бирелмәһә, Рамаҙан айында башҡарылған изге ғәмәлдәр, Ураҙа Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй”, — тиелә мөбәрәк бер хәҙистә. Быйыл уның күләме түбәндәгесә килеп сыға:

Матди хәле уртасанан түбәнерәк мосолман өсөн — ғаиләһендәге һәр кемдән 30-ар һум;
Урта хәлле мосолман өсөн — ғаиләһендәге һәр кемдән 100-әр һум;
Хәлле мосолман өсөн — ғаиләһендәге һәр кемдән 200-әр һум.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә