Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Талмаҫ ике ҡанатым
Талмаҫ ике ҡанатымХалыҡтар берҙәмлеге көнөндә ил Президенты Дмитрий Медведев сәнғәт әһелдәренә юғары наградалар тапшырғайны. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Асҡаровты (яҡташыбыҙға Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелде) күреү ҙур ғорурлыҡ ине. Ошо уңайҙан артист менән осраштыҡ.
– Алдан белмәһәң, бәлки, ҡыҙығыраҡтыр ҙа. Ысынында хәбәрҙар түгел инем, – тип һөйләне беҙгә Салауат Әхмәт улы. – Ә инде яҡын дуҫтарым был хаҡта “ҡолағыма тишкәс”, өҫтәүенә бер нисә көндән Мәскәүгә саҡырыу алғас, ифрат ҡыуандым. Шул уҡ ваҡытта: “Иртәрәк түгелме?” – тип тә уйландым. Кем әйтмешләй, тыуған көн йыл буйына дауам итә, тимәк, юбилейымды билдәләгән осорҙа унан да ҙурыраҡ бүләктең булыуы мөмкинме?
Уҡ баһаһы – атылғандан һуң, һүҙ баһаһы – әйтелгәндән һуң, тиҙәр. Иң-иңдәр юғары баһаланһын ине — теләгем шул. Хөкүмәт тарафынан иғтибар булыу ҡанатландыра, хатта ҡош телендәй генә лә маҡтау һүҙе ишетеү менән үҙеңде бер башҡа үҫкәндәй хис итәһең.
Биографиямда Шафран ҡасабаһында тыуыуым тураһында яҙыу бар. Дөрөҫ, сығышым — Әлшәйҙән. Атайымды Дыуан районына эшкә “ҡоҙалағандар”, ул бындай тәҡдимдән баш тартмаған. Шулай итеп, миңә бер йәш тулғанда, республиканың икенсе яғына барып төпләнгәнбеҙ.
Өс йыл Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрында солист булдым, ете йыл Александр Пушкин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт академия опера һәм балет театрында эшләнем. Һәр ҡайҙа ла үҙемде кәрәкле белгес итеп тойҙом. Ә хеҙмәт юлымды Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлағайным, урау юлдар аша туған театрыма кире ҡайттым. Тыуған яҡ минең өсөн иң изгеләрҙән һанала, ошо һүҙҙәргә тағы ла ниҙер өҫтәү мөмкинме?
Мин үҙемдә ижадтың ике ҡанатын күрәм: уңын йырсы тип алһаҡ, һулы – уҡытыусылыҡ эше. Әйткәндәй, студенттарың үксәңә баҫып килмәһә, унда ваҡыт уҙғарыуҙан ни фәтүә? Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов, Татьяна Никанорова, Инна Романова, Нәсимә Тимеровалар – уҡыусыларым. Әле Артур Ҡәйепҡолов менән шөғөлләнәм.
Остаздарымды онотаһым юҡ. Исемдәре бөтә донъяға киң билдәле Шәүрә Мортазина менән Валентина Ласькоға ғүмерем буйы рәхмәтлемен.
Танылған композитор Заһир Исмәғилевтең ижадына мөкиббән ғашиҡмын. “Ҡаһым түрә” операһындағы Буранбайҙы ҙур кинәнес менән башҡарам. “Урал илселәре” — көслө әҫәр, Иван Васильевичтың роленә ингәндә тетрәнмәү мөмкин түгел. Рәүеф Мортазиндың “Дауыл” операһында – Нияҙғол, “Шәүрә”лә – Аяҙғол, “Аҡмулла”ла Боранғолбай һәм башҡалар репертуарымдың төп өлөшөн тәшкил итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә