Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң ҙур бүләк — сәкән!
Иң ҙур бүләк — сәкән!Әлшәйҙә 19-сы хоккей ҡабы асылды
...Бит остарын семетеп-семетеп алған, һәр тарафтан сафлыҡ бөркөлгән ҡояшлы ҡышҡы көн. Аҡ миҙгелдең балҡып торған мәле. Селтәрле шәлен ябынған ағастарҙың матурлығына һоҡланып, аяҡ аҫтында шығырҙаған йымылдаҡ ҡарҙың талғын көйөн тыңлап, Себенле ауылында асылған катокка юл алдыҡ. Быныһы — Әлшәй районында быйыл барлыҡҡа килгән 19-сы хоккей ҡабы. Һис тә һуңғыһы түгел, егерменсеһе тиҙҙән Ниғмәтулла ауылында асыласаҡ, тиҙәр.
Ауыл өсөн бөтә уңайлыҡтары — хоккей ҡабы, тимер ҡапҡалары, электр уты булған ҡышҡы спорт майҙансығының төҙөлөүе — үҙе бер байрам. Себенлеләрҙең олоһо-кесеһе, мәктәп коллективы, уҡыусылар катокты асыу тантанаһынан һуң район хакимиәте һәм Себенле хоккейсылары араһындағы мауыҡтырғыс ярышты ла ҡараясаҡ.
Көйәрмәндәр ике яҡтан да етерлек. Район хакимиәте командаһы составында — эштәр идарасыһы, баш архитектор, иҡтисад буйынса урынбаҫар, полиция, МЧС хеҙмәткәрҙәре... Себенле намыҫын ауыл Советы хакимиәте етәкселәре, водителдәр, механизаторҙар яҡларға әҙерләнә. Ҡар өҫтөндә теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә — быу борҡотоп ҡайнап ултырған самауырҙар, тәмле-татлы ризыҡтар; ҡайнар сәйҙе өрә-өрә һыуытырға маташып сыр-сыу килгән бала-саға байрам кәйефенә йәм өҫтәй. Себенлеләрҙе ихлас күңелдән күркәм ваҡиға менән ҡотларға сыҡҡан район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин спортсылар эргәһенә буш ҡул менән килмәгән икән: өр-яңы коньки һәм сәкәндәр майҙан хужаларына тапшырылды.
— Бер хоккей ҡабын эшләтеү 100 мең һум тирәһенә төшә. Район бюджетынан аҡса сығармайынса, өмә менән үҙебеҙҙең халыҡҡа, бағыусылар, спорт һөйөүселәр, ауыл хакимиәттәре ярҙамына таянып, ошондай ҡаптар төҙөйбөҙ, төҙөкләндерәбеҙ, электр уты менән тәьмин итәбеҙ, — ти башлыҡ. — Катоктар буш тормай, йәше-ҡарты кис буйы ошонда. Беҙҙә хәҙер тыуған көндәргә коньки бүләк итеү матур йолаға әүерелеп бара. Һуңғы тапҡыр миңә лә сәкән бүләк итеп бик һөйөндөргәйнеләр...
— Спорт төрҙәрен арттырыу, уйындарға халыҡты күпләп йәлеп итеү һөҙөмтәһендә енәйәтселек осраҡтарын кәметә алдыҡ, күҙгә салынырлыҡ һөҙөмтә бар, — тип өҫтәй район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Закуан Әхмәтов. — Мәктәптәрҙең байтағын хоккей уйнау өсөн кәрәкле йыһаздар, формалар менән тәьмин иткәнбеҙ. Эшҡыуарҙар конькиҙарҙы районға ҡайтарып өлгөртә алмай, 800–1500 һумлыҡ инвентарҙар килеү менән һатылып бөтә. Ҡыштың оҙайлы кистәрен ауылдарҙа күңелле боҙ шоуҙары йәмләй. Һүҙ ҙә юҡ, ойоштороу эштәре ауыл интеллигенцияһы, мәктәптәр иңенә төшә.
...Себенлеләр һәм район хакимиәте хоккейсылары араһындағы ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа, көйәрмәндәргә лә өшөп-туңып, буш торорға форсат юҡ. Көсөргәнешле уйын ниндәй иҫәп менән тамамланһа ла, кемдең ҡапҡаһында ут күберәк тоҡанһа ла, уның бары сәләмәтлек, дуҫлыҡ файҙаһына ғына буласағы көн кеүек асыҡ.
Шәмбе көнөнөң етәкселәр өсөн айырыуса тынғыһыҙ, үтә тығын эш мәле икәнлеген дә яҡшы аңланыҡ: район үҙәгендә гер күтәреү буйынса ауыр атлетика ярышы бара, ә “Ыласын” балалар-үҫмерҙәр спорт клубы эргәһендә ҡалалар араһында I төркөм буйынса хоккей ярыштарының Башҡортостан чемпионаты башланған. “Өфөнөң “Легион”ы менән беҙҙең “Дим” командаһы көс һынашасаҡ, нисек тә барып өлгөрөргә, көйәрмәндәрҙе дәртләндерергә кәрәк”, — тип йәнә эш сәфәрен дауам итте етәкселәр.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә