Караптар һәр саҡ диңгеҙҙә йөрөмәй. Базаға ҡайтып "ял итеп" тә ала. Был мәлдә унда төрлө йүнәтеү-төҙәтеү эштәре бара. Экипаж да ял итә. Әлбиттә, уны сағыштырмаса ғына әйтергә мөмкин, сөнки экипажды база тормошоноң төрлө эшенә йәлеп итәләр: йә камбузға, ҡала буйлап патрулгә, йә гауптвахтаға ҡарауылға (моряктар телендә — вахтаға) ҡуялар, йә тағы башҡа мәшәҡәт табалар. Ҡыҫҡаһы, бер офицер әйтмешләй, хәрби хеҙмәттәгеләрҙе буш тоторға ярамай, юғиһә эшһеҙлектән эш боҙоп ҡуйыуҙары бар.
Бына шулай, бер мәл базала торғанда, экипаждан бер төркөм морякты гауптвахтаға ҡарауылға ебәрҙеләр. Гауптвахтаны (төрмәне) үҙегеҙ беләһегеҙ: тәртип боҙғандарҙы йә эсеп эләккәндәрҙе, йә башҡа боҙоҡлоҡ ҡылғандарҙы ултырталар.
Ҡарауылда торған тәүлек тиҙ, мажараһыҙ, имен-аман үтте. Беҙ, моряктар, вахтаны тамамлап, ҡайтырға йыйынабыҙ. Офицерыбыҙ алмашҡа килгән икенсе экипажға вахтаны тапшырып йөрөй. Бескозыркаларын елдә елберҙәткән, киң балаҡлы салбар кейгән, бушлаттарын ҡара ҡайыш менән быуған, автомат, икешәр магазин патрон, штык таҡҡан егерменән ашыу матросты күҙ алдына килтерһәгеҙ, беҙ булабыҙ инде.
Вахтаның һуңғы минуттары яҡынлаша. Беҙ, матростар, комендатура алдындағы майҙанға эркелешеп сыҡтыҡ та тәмәке көйрәтергә ултырҙыҡ. Шул мәл комендатура лейтенанты (уларҙың погоны ҡыҙыл була) егермеләгән төрлө дәрәжәләге офицерҙар төркөмөн алып сыҡты. Уларҙың билдәге ҡайыштарының юҡлығынан күренеп тора — гауптвахтаға эләккән офицерҙар менән мичмандар. Лейтенант шунда уҡ уларҙы теҙҙе лә, маршҡа атларға өйрәткән ише: "Раз! Раз!.." — тип ҡысҡырып майҙан буйлап йөрөтә башланы.
Беҙ уларға әллә ни иғтибар итмәй тәмәке көйрәтәбеҙ. Ошо мәл гауптвахта биләмәһенә "ЗиЛ" автомашинаһы килеп инде. Уның кабинаһынан тәүҙә бер прапорщик, артынан бер ҡыҙ төштө. Алдан шуны әйтергә кәрәктер: был прапорщиктың "даны" бөтә эскадраға билдәле. Ул һалдат булып хеҙмәт итеп киткәндән һуң, үҙе теләп, комендатурала ҡала. Тәүҙә сержант булып йөрөй, һуңынан уның тырышлығын күреп, прапорщик дәрәжәһенә күтәрәләр. Әсирҙәргә ҡарата ҡанһыҙлығы тураһындағы даны тыуған ауылына ла барып етә, шуға уны, отпускыға ҡайтҡас, ауыл егеттәре туҡмай. Имеш-мимештәр буйынса, әсәһе лә уны ҡыуып сығарған, хәҙер ошонда төпләнеп йәшәй башлаған. Бына шундай комендатура "эте" ине ул.
Прапорщик плац буйлап йөрөгән офицерҙар төркөмөн күреү менән ҡыҙының ҡолағына нимәлер шыбырҙаны ла, әтәс кеүек ҡуҡырайып, ҡысҡырынған лейтенант эргәһенә килде. Күрешкәс, үҙ-ара һөйләшеп алдылар ҙа урындарын алмаштылар: лейтенант ҡыҙ менән китеп барҙы, прапорщик уның урынына әмер бирә башланы. "Яңы командир" бының менән сикләнеп ҡалманы, мыҫҡыл итеп ҡысҡыра башланы: "Эй, капитан, ниңә быҙау кеүек атлайһың! Раз! Раз!.. Өлкән лейтенант, аяғыңды нығыраҡ күтәр!"
Миңә ҡыйын булып китте. Нисек был йәш кеше үҙенә атай тейешле өлкәндәрҙе мыҫҡыл итә? Ауылда бит беҙҙе ололарҙы ихтирам итергә өйрәттеләр. Ә бында, флотта... Кеше, ғәйепләнеп, гауптвахтаға эләккән, әммә был уның шәхесенән көлөргә хоҡуҡ бирәме? Ниңә ул шулай ҡоторона? Кем уға "диңгеҙ бүреләре"н мыҫҡылларға рөхсәт иткән?
Шул саҡ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында булған, моряктар араһында телдән телгә күсеп килгән бер ваҡиға иҫемә төштө. Төньяҡ флотының һыу аҫты кәмәһе (командиры, әгәр яңылышмаһам, Советтар Союзы Геройы Мөхәмәт Ғаджиев), фашистарҙың өс карабын батырып, базаға ҡайта. Геройҙарҙы флот адмиралы үҙе ҡаршылай. Тантананан һуң герой-моряктар ҡалаға ял итергә сыға. Моряктарҙың салбар балаҡтарын үҙегеҙ беләһегеҙ: ҡатын-ҡыҙҙың юбкаһынан бер ҙә кәм түгел. Клуб эргәһендәге был ваҡиғаға экипаждан ситтәрәк торған бер старшинаның балағы сәбәп була.
Шул тирәлә эшһеҙ йөрөгән комендатура патруле старшинаның балағына бәйләнә. Йәнәһе, уставты боҙған. Шундай һылтау менән тегене комендатураға, гауптвахтаға алып китергә самалайҙар икән. Старшина аптырап тормай — шунда уҡ ике комендатура һалдатын ергә тәгәрәтә. Быны күреп ҡалған икенсе патруль ярҙамға ашыға. Шул саҡ моряктың бер төркөм хеҙмәттәше лә килеп сыға. Патруль, аптырағас, комендатураға шылтырата. Унан бер машина һалдат килеп төшә. Кино ҡайғыһы китә — тормош “киноһы” башлана: моряктарҙың "полундра!"һы бөтә экипажды патрулгә ҡаршы бер стена итеп баҫтыра. Етмәһә, кинотеатр эргәһенә йыйылған башҡа диңгеҙселәр моряктарға ярҙамға ташлана. Һөҙөмтәлә комендатура һалдаттарын туҡмап, машиналарына тейәп кире оҙаталар. Сәкәләш шуның менән генә бөтөр ине, әммә ҡала коменданты был хаҡта белгәс, ғорур, баш бирмәҫ моряктар кәрәктәрен бирмәксе була. Диңгеҙселәр, бер ни белмәй кинонан килеп сыҡһа, уларҙы ике колонна комендатура һалдаты ҡаршы ала. Шулай итеп герой-моряктарҙы гауптвахтаға ябалар.
Иртәгәһенә был мажара адмиралға барып етә. Уныһы, бөтә эшен ташлап, комендатураға килеп етә. Моряктарҙы теҙҙереп ҡуя ла комендантты улар алдына баҫтыртып ғәфү үтендертә.
— Көсөгөҙҙө ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме? — ти адмирал, был хәл өсөн моряктар алдында үҙе лә ғәфү үтенгәс. — Фашистарҙы дөмөктөргән моряктарға ҡаршы һуғышаһығыҙмы?
Адмирал шунда уҡ эргәһендә йөрөгән урынбаҫарына әмер бирә.
— Приказ яҙ: коменданттан башлап бөтәһен дә фронтҡа ебәрергә!.. Геройлыҡтарын шунда күрһәтһендәр...
Мин шулай уйланып ултырғанда, прапорщик: "Эй, офицерье, йырлағыҙ!" — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙе ҡәнәғәт йылмайып, атлаған төркөмдө оҙатып, беҙҙең тәңгәлгә етеп килә. Ул ғына түгел, йыйылышып эскәмйәлә тәмәке тартып ултырған матростарға ҡарап ала. Йәнәһе, күрегеҙ ағайығыҙҙы — ниндәй маладис! Ошо мәл, әллә башына тай типте, әллә беҙҙең моряктарҙы мыҫҡыл итергә булды — ҡапыл төркөмдө туҡтатты ла 3-сө ранг капитанына аҡырырға тотондо.
— Эй, һин, майор! "Йырла!" тигән әмерҙе ишетмәнеңме?! — Үҙе төкөрөгөн сәсеп, көҙгө әтәс кеүек, офицерҙың өҫтөнә менеп бара.
Моряктарҙы иң ныҡ мыҫҡыл итеү алымы — матросты һалдат, старшинаны сержант, мичманды прапорщик, 3-сө, 2-се, 1-се ранг капитандарын — майор, подполковник, полковник тип атау. Бындай саҡта моряк эргәһенән тиҙерәк табаныңды ялтырат! Юғиһә "диңгеҙ бүреһе" иҙмәңде иҙәсәк. Ҡайҙан килә был йола — уныһы миңә билдәһеҙ. Моғайын, диңгеҙ биргән тәрбиәлер. Диңгеҙгә булған тоғролоҡ, һөйөү шулай итәлер морякты.
— Майор, ас ауыҙыңды! Ә хәҙер йырла! — тип ҡысҡырҙы шул арала был комендатура көсөгө сал сәсле ҡарт морякка.
Мин был икәү араһына нисек барып ингәнемде хәтерләмәйем. 3-сө ранг капитанын арҡама ышыҡлап, прапорщикты автомат көбәге менән ситкә этәргәнем генә хәтерҙә ҡалған.
— Кит бынан, ҡәбәхәт! — тинем, тештәремде ҡыҫып. — К-кит имен сағыңда!..
Ҡыҙыулыҡ менән автоматтың предохранителен ысҡындырҙым.
Прапорщик бер аҙға ҡаушап ҡалды. Ни эшләргә белмәне: ҡайҙалыр ситтә ултырған матростар төркөмөнән бында бер ниндәй ҡағылышы булмаған кеше һинең эшеңә килеп ҡыҫылһын әле…
— Һин кем? — тип ҡысҡырып ебәрҙе был. — Ни өсөн ҡыҫылаһың?!
— Ә һин ниңә уларҙан мыҫҡыл итәһең?
— Унда һинең ни эшең бар? Кит бынан! — Ул сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе. — Дежурный! Бына был матросты гауптвахтаға ябығыҙ!
Прапорщик шулай тине лә миңә ҡарай килә башланы. Мин затворҙы тартып, патронды көбәккә ебәрҙем.
Теге күҙҙәремә төбәлде лә ни эшләргә белмәй, ҡарап ҡатты.
— Улым, — тигән тауыш ишеттем артымда. — Уның менән ҡулыңды бысратма. Ысынлап та, һине гауптвахтаға ябыуы бар. Беҙҙең арҡала үҙең бәләгә эләгерһең. Кит тиҙерәк...
Ул әйтеп бөтмәне, баяғы лейтенант һәм ике ҡыҙыл погонлы һалдат йүгереп килеп сыҡты. Һәр береһенең билендә — пистолет!
Прапорщик, табышын эләктергән ҡарсыға кеүек, күкле-йәшелле тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.
— Бына был матросты, дисциплинаны, уставты боҙған өсөн ҡулға алығыҙ! Комендантҡа үҙем докладной яҙып бирәм!
Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Нисек инде, ғәҙеллек өсөн, мыҫҡыл иткәндәрҙе яҡлап.... ә хәҙер үҙем әсир булам, улар көнөнә төшәмме?.. Ҡайҙа дөрөҫлөк?!
— Нимә ҡарап ҡаттығыҙ: тиҙерәк ҡулға алығыҙ матросты! — прапорщиктың тантана итеүе тауышына сыҡҡайны.
— Алып ҡарағыҙ! — тинем һәм автоматты уға төбәнем. — Әгәр улар миңә тейһә, һине атып үлтерәсәкмен.
— Матрос, автоматыңды бир бында! — тип ҡысҡырҙы лейтенант, ике һалдаты менән мине ҡамарға маташып. — Барыбер, һинең урының гауптвахтала!
Шул мәл артымда автомат затворҙарының шатор-шотор килеп көбәктәргә патрондар оҙатҡанын ишетеп ҡалдым. Нимә булды? Белергә тырышып, башымды тауыш килгән яҡҡа борҙом — был ни хәл: ошоға ҡәҙәр тыныс ултырған хеҙмәттәштәрем эргәмә килеп баҫҡан түгелме?.. Ул ғына түгел, шунда уҡ мине уратып алдылар ҙа, тегеләргә ҡарап, автоматтарын төбәнеләр.
— Йә, матросты ҡулға алығыҙ, ә беҙ ҡарап торайыҡ, — тине 2-се статьялы старшина, уларға мыҫҡыллы йылмайып.
— Һеҙ кәрәкмәйһегеҙ. Ҡамасауламағыҙ! — тине лейтенант. — Беҙгә, ана, теге матрос кәрәк!
— Алығыҙ, тинек бит.
Баянан бирле ни эшләргә белмәй торған әсир офицерҙар төркөмөнә йән инде.
— Бына, исмаһам, моряктар!
— Ниндәй татыу, дуҫтар! Маладис, егеттәр!
— Комендатура ҡомаҡтарын шулай итмәһәң, улар ҡоторғандан-ҡотора.
Шул мәл комендатура бинаһынан офицерыбыҙ килеп сыҡты. Беҙҙе күреп ни эшләргә белмәй ҡарап ҡатты. Лейтенант уның эргәһенә барҙы ла бышылдап ниҙер һөйләргә тотондо.
Тап ошо мәл, беҙҙе алмаштырырға килгән икенсе һыу аҫты кәмәһе экипажының бер матросы ҡарауыл бинаһынан тәмәке тартырға килеп сыҡты. Ниндәй ҡиәфәттә тороуыбыҙҙы күргәс, ул да тәүҙәрәк аптырап ҡалды. Тик оҙаҡҡа түгел — шунда уҡ ауыҙына ҡапҡан тәмәкеһен ситкә ырғытты ла артындағы ҡарауыл бинаһының ишеген асып, һөрәнләне.
— Моряки, полундра! Нашим угрожают!
Был оранды ишетеү менән дөбөр-шатыр йүгерешеп иптәштәре килеп сыҡты.
— Эй, ҡыҙыл погонлылар! Имен сағығыҙҙа ҡасып ҡотолоғоҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙеләр ҙә, бушлаттарын ысҡындырып, беҙгә табан килә башланылар.
Эштең былай килеп сығырын көтмәгән комендатура лейтенанты, прапорщикка тиҙ генә әсир офицерҙарҙы камераларға алып китергә ҡушты ла, беҙҙең офицерҙың мыҫҡыллы көлөүен күреп, һалдаттарын эйәртеп комендатураға инеп китте. Күп тә үтмәне, беҙҙең офицерҙы комендантҡа саҡырып алдылар.
Ә тағы бер ярты сәғәттән, карабыбыҙға ҡайтырға сыҡтыҡ.
Минең өсөн беҙҙең офицерға эләккәндер тип, унан ниңә саҡыртҡандарын һораным.
— Һине гауптвахтаға ябырға, ҡулға алырға ҡуштылар, — тине ул, ярым йылмайып. — Бар, үҙегеҙ ҡулға алығыҙ, тинем. Тик шуны онотмағыҙ: уны яҡлап, моряктарҙы мыҫҡыл иткәнегеҙ өсөн бөтә экипаж күтәреләсәк. Ә экипаж артынан — эскадра…