Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәжрибәһеҙлек + яуапһыҙлыҡ = фажиғәләр
Тәжрибәһеҙлек + яуапһыҙлыҡ = фажиғәләрРеспублика юлдарындағы авариялар буйынса ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһалды

Һуңғы яңылыҡтар менән танышырға тип телевизорҙы асһаң да, ҡулыңа гәзит алһаң да, Интернет селтәренә баҡһаң да юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусылар, ҡот осмалы авариялар тураһында һөйләйҙәр, даими яҙалар. Ғәҙәттә, Алла һаҡлаһын тибеҙ ҙә шунда уҡ иғтибарҙы икенсегә йүнәлтәбеҙ. Тик беҙ йөрөгән юлда таныштар, туғандар араһында ла аварияға тарыусылар барлығын да онотмайыҡ.

Яңыраҡ ошондай хәл Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһында була. "КамАЗ" машинаһы пассажир автобусына бәрелә. Һөҙөмтәлә 18 кешенең ғүмере өҙөлә. Был ваҡиға бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Күп һөйләнеләр, яҙҙылар. Һөҙөмтәлә ил етәкселеге юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата язаны көсәйтергә бойорҙо.
Тәү сиратта кешеләрҙең битарафлығына ҡаршы көрәшергә кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов "Интерфакс" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһағанда белдерҙе.
Рәсәй юлдарында хәл киҫкен, быны юлға сыҡҡан һәр кем үҙ миҫалында күрә. Йыл һайын меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә, ауыр тән йәрәхәте алалар. Быйыл алты айҙа Рәсәйҙә 83 меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 10 меңдән ашыу кеше һәләк булған, шул сама уҡ йәрәхәтләнгән. Был һандар хәлдең ни тиклем аяныслы икәнлеге тураһында һөйләй. Шуға ла "бындай хәл минең менән булыуы мөмкин түгел" тип уйларға ярамай. Бары тик юлда иғтибарлы, ихтирамлы булырға кәрәк.
Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, һуңғы алты айҙа республика юлдарында 1 877 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
— Үкенескә ҡаршы, 257 кеше һәләк булған, 2357-һе төрлө тән йәрәхәте алған. Ошо арауыҡ эсендә иҫерек водителдәр ҡатнашлығында 49 авария теркәлгән. Был ваҡиғаларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 67 кеше йәрәхәтләнгән. Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 299 юл фажиғәһендә 323 кеше һәләк булған, 272-һе төрлө тән йәрәхәте алған. Күңелде ҡырғаны балалар ҡатнашлығындағы — юл-транспорт ваҡиғаларының кәмемәүе. Каникулда бындай осраҡтар йышайҙы һәм 140-ҡа барып етте. Туғыҙ баланың ғүмере өҙөлдө, – тип әсенеп һөйләй ул.
ЮХХДИ хеҙмәтенең төп бурысы — юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Был йәһәттән күрелгән каиллаштырыу саралары үҙ һөҙөмтәһен биргән. Былтырғы ошо арауыҡ менән сағыштырғанда, юл-транспорт ваҡиғаһы һаны 197-гә әҙерәк булған. Әлбиттә, заманса технологияларҙы йәлеп итеү ҙә юлдарҙа тәртип урынлаштырыуға ниндәйҙер кимәлдә сәбәпсе булып тора. "Кречет" күҙәтеү ҡорамалдарының ни тиклем һөҙөмтәле эшләүен Динар Заһит улы айырыуса билдәләп үтте. Баш ҡала юлдарында яңыраҡ урынлаштырылған был система тәүлек әйләнәһенә бер ваҡытта уҡ юлдың дүрт һыҙатын да күҙәтә, тиҙлек арттырыу, автобустар йөрөгән айырым юл һыҙатына, ҡаршы һыҙатҡа сығыу һымаҡ ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәй. Тиҙлек тәртибен боҙоуҙы автоматик рәүештә теркәү буйынса "Арена" комплекстарын урынлаштырыу йылдам бара. Баш ҡалаға бындай 63 стационар ҡоролма бүленгән, уларҙың 40-ы Салауат Юлаев проспектында ҡуйылған.
Башҡортостан — Рәсәйҙең техника һаны иң күп һаналған биш төбәге иҫәбендә. Әле республикала 1 миллион 400 меңдән ашыу автомобиль һәм 100 меңдән ашыу автомототранспорт сараһы иҫәпкә ҡуйылған. Шулай ҙа автомобилдәр һанының артыуы — водителдәрҙең әҙерлек кимәле түбән килеш рулгә ултырыуына ла ишара. Быны статистика мәғлүмәттәре лә дәлилләй. Ә һәр өсөнсө юл-транспорт ваҡиғаһында тәжрибәһеҙ водитель ғәйепле. Әйткәндәй, йыл башынан 67 мең водитель танытмаһы бирелгән, шуларҙың 31 меңе таныҡлыҡты беренсе тапҡыр алған.
— ЮХХДИ идаралығы юлдарҙа авариялар һанын кәметеү йәһәтенән бер үҙе генә эшләй алмай. Ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн бөтөн министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың бер төптән эшләүе кәрәк. Был йәһәттән республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса 2013 – 2015 йылдарға маҡсатлы программа ҡабул ителде, – тине идаралыҡ етәксеһе.
Динар Ғилметдинов менән осрашыуға килгән журналистарҙы иң ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙарҙың береһе һуңғы арала республикала ғына түгел, илдә лә автобустар ҡатнашлығындағы аварияларҙың күплеге ине. Яңыраҡ Белорет районында туристар ултырған "ПАЗ" автобусы бәләгә тарыны, һөҙөмтәлә 14 кеше төрлө тән йәрәхәте алды, бер ҡатын һәләк булды.
— Тәү сиратта пассажир транспортының күплеген билдәләргә кәрәк. Өфө ҡалаһында ғына бөгөн уларҙың һаны 20 меңдән ашыу. Әйткәндәй, Белоретта һәләкәткә тарыған автобус баш ҡалала 272-се маршрут буйынса йөрөгән. Пассажир транспортының күплеге —тығындарға, аварияларға сәбәпсе, сөнки күберәк табыш алырға ниәтләгән водителдәр йыш ҡына юл ҡағиҙәләрен үтәмәй, уҙыш ойоштора. Белорет фажиғәһенә килгәндә иһә, 14 пассажир бәхетле осраҡ арҡаһында ғына иҫән ҡалған. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ышанысһыҙ, осһоҙ автобусҡа алданып, һаҡланыу сараһы тураһында уйламауҙарын шелтәләр инем. Һәр кем үҙ хәүефһеҙлеген тәү сиратта үҙе хәстәрләргә тейеш. Эшенә ышаныслы ҡараған "Башавтотранс" йәмғиәтенә мөрәжәғәт итеп, ҡайыштары булған автобус яллаһалар, бындай фажиғә булмаҫ ине, – тине Динар Заһит улы.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә

Илнар ҒӘЛИЕВ, Өфө ҡалаһы:
— Водитель танытмаһы алыуыма ун йыл ваҡыт үтеп киткән. Аллаға шөкөр, бер тапҡыр ҙа аварияға осраманым. Шулай ҙа ныҡ һаҡ булырға кәрәк. Саҡ ҡына иғтибарҙы кәметтеңме — бәләгә тарыуыңды көт тә тор. Юлда йөрөү мәҙәниәте түбән. Айырыуса "Газель" автобустарының водителдәре юл ҡағиҙәләрен йыш боҙа. Уларҙың эргәһенә яҡынламаҫҡа тырышам. Машинамдың төҙөклөгөнә ҙур иғтибар бүләм, "тимер ат" ышаныслы булырға тейеш. Ни генә тимә, ғаиләмдең хәүефһеҙлеге өсөн мин яуаплы бит.
Нияз ҠАҺАРМАНОВ, Сибай ҡалаһы:
— Юлда авариялар һанын кәметеү туранан-тура водителдәрҙең тәртибенә бәйле. Әгәр ҙә ихтирамлы һәм иғтибарлы булһаң, тиҙлекте арттырмаһаң, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Әммә ҡайһы бер водителдәр, айырыуса йәштәр, тиҙлекте ярата һәм эргә-тирәләгеләр тураһында уйламай. Тап шундайҙар арҡаһында авариялар була ла инде.
Ләлә ДАУЫТОВА, Шишмә районы:
— Бынан егерме йыл элек өләсәйем юл-транспорт һәләкәтендә вафат булды. Ошо хәлдән һуң һаман да юл аша сығырға ҡурҡам. Бер кешенең яуапһыҙлығы арҡаһында ғәйепһеҙҙәр ҡаза күрмәһен ине. Миңә ҡалһа, юл ҡағиҙәләрен даими боҙғандарға ҡарата яза ла ҡатыраҡ булырға тейеш. Шул саҡта ғына юлда тәртип булыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр камераға етәрәк кенә тиҙлеген кәметеп, артабан тағы ҡыуа.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә