Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Үҙеңдән дә яҡшы табип юҡ", — ти медицина фәндәре кандидаты, хирург Ғайсар Мөхәмәтйәнов
"Үҙеңдән дә яҡшы табип юҡ", — ти медицина фәндәре кандидаты, хирург Ғайсар МөхәмәтйәновКеше һаулығын хәстәрләргә бурыслы тармаҡтың да үҙенә генә хас "ауыртҡан", "һыҙлаған" урындары байтаҡ. Хатта баш ҡалала табиптарға ҡытлыҡ булыуы аптырашта ҡалдыра. Дауахана һәм поликлиникалар врачтар менән ни бары — 50, урта медицина хеҙмәткәрҙәре менән 60 процентҡа ғына тәьмин ителгән. Һәр табип ғәмәлдә 1,5 ставканы "һөйрәргә" мәжбүр.

Өфөләрҙе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә нимә ҡәнәғәтләндермәй, тигән һорауға яуаптарҙың төрлөсә яңғырауы ғәжәп түгел. "Берҙәм телефон" эшмәкәрлегенә лә, табип менән пациенттың араһы көндән-көн алыҫлаша барыуына ла, стационарға эләгеүҙең оло проблемаға әүерелеүенә лә, аҡ халатлыларҙың дорфалығына һәм битарафлығына ла дәғүәләре етерлек.
Ошондай ябай булмаған шарттарҙа медицина өлкәһен үҙ бурысы, йәшәү мәғәнәһе булараҡ ҡабул иткән һәм әлеге юлдан тайпылырға һис уйламаған йәш белгестәргә нимәгә һәләтле булыуыңды раҫлау анһат түгел. Һөйөнөскә күрә, ундай ныҡыштар, булдыҡлылар бар, һәм мөһим тармаҡтың киләсәген тап ошондай сабыр холоҡло, үҙ өҫтөндә даими эшләүсе, амбиция урынына профессионаллекте, кешелеклелекте өҫтөн ҡуйғандарҙың хәл итәсәгенә бик тә ышанғы килә.
Бөгөнгө геройыбыҙ медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының хирургия сирҙәре һәм яңы технологиялар кафедраһы доценты Ғайсар Мөхәмәтйәнов өсөн иң мөһиме — ауырыуҙан һуң аяҡҡа баҫып, йәшәүгә көс, өмөт алған кешенән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү. Пациенттың йылмайыуы, күңел күтәренкелеге табип өсөн дә шифалы дауа. Был һис тә арттырыу түгел, бөтә йөрәктән ярҙам итеү теләге докторҙың күңел талабына әүерелмәһә, ул, моғайын да, башҡа юлды һайлаған булыр ине.
...Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған үҫмергә бөтә һөнәр юлдары ла шар асыҡ. Класташтарының яртыһы авиация университетына ағыла. Ғайсар ҙа уларҙан ҡалышмай, әммә һуңғы сиктә медицинаны һайлай.
— Ике ут уртаһында ҡалдым. Йәшермәйем, табип булыу теләгемде атайым һис өнәмәне, ә әсәйем ҡуш ҡуллап риза булды, — тип йылмая хирург.
— Ә хәҙер нисек һуң, атайығыҙ фатихаһын бирҙеме инде?
— Өндәшмәй, тимәк, күнгән...
Бөтә ғүмерен педагогика фәненә арнаған, ғилем донъяһында бирелеп ижад иткән, шәкерттәренең белем хазинаһын байытыуға ҙур өлөш индергән ике ғалим ғаиләһендә үҫкән Ғайсар өсөн яуаплылыҡтың айырыуса ҙур булыуы бәхәсһеҙ, әлбиттә. Философия фәндәре докторы, профессор Самат Ғәбдрәхим улының һәм педагогия фәндәре кандидаты Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙының талапсанлығы, уйында халыҡ ғәме булған, көслө шәхес һәләте, сабырлыҡ һәм ябайлығы балалар тәрбиәләүҙә лә сағылыуы сер түгел. Аталы-уллы Мөхәмәтйәновтарҙың ошо көндәрҙә генә Бөтә Рәсәй иң яҡшы ғилми китап конкурсы лауреаттары булыуын гәзиттән уҡып белдек, ә ошондай юғары баһаға лайыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары хирургының хәбәрсе менән осрашыуҙа был хаҡта бер һүҙ ҙә өндәшмәүен үтә тотанаҡлыҡ, олпатлыҡ, үҙеңдең дәрәжәңде белеү билдәһелер тип ҡабул иттек. Лауреаттарҙың "Мейенең төҙөлөшө һәм текст өҫтөндә эшләү алымдары" тигән тикшереүенең 1267 юғары уҡыу йортонан һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеһынан биш мең ғалимдың эше араһында иң яҡшыһы тип табылыуы барыбыҙ өсөн дә һөйөнөслө. Уҡыу-методик ҡулланмаға уҡыусыларҙың шәхси сифаттары юҫығында текст өҫтөндә эшләүҙең асылы, уҡыу материалын ҡабул итеү үҙенсәлеге ҡарала, текст менән эшләү оҫталығына айырым иғтибар бирелә. Ғалимдарҙың раҫлауынса, һул ҡул менән яҙыу мейенең эшмәкәрлегенә генә түгел, кешенең шәхесенә лә йоғонто яһай. Ошо йүнәлештәге ныҡышмалы эштең холоҡ-фиғелде, әлегә тиклем асылмаған һәләттәрҙе үҫтереүе лә мөмкин, тип иҫәпләй улар.
Ғайсар Самат улының хирург һөнәрен фәҡәт "ир-аттыҡы" тип иҫәпләүе менән килешмәй булмай. Ҡайһы саҡта йәшен тиҙлегендәй тиҙ ҡарарға килеү, ҡатылыҡ, үҙ-үҙеңде тота белеү, ышаныслы тойоу, һалҡын ҡанлылыҡ кеүек сифаттарға эйә булыу менән бергә командала эшләү оҫталығы ла бик кәрәк. Иңеңдәге тауҙай яуаплылыҡты бер минутҡа ла иҫтән сығарырға ярамай.
— Ашығыс ярҙам күрһәтеүсе 22-се дауаханала дүрт йыл эшләү дәүерендә беҙ, йәш табиптар, мул тәжрибә тупланыҡ, өлгөргәнлеккә һынау үттек. Байтаҡ экстремаль хәлдәр шаһиты булырға яҙҙы. Дауахана ҙур, күп тармаҡлы, 900 урынлыҡ, идара итеүе лә анһат түгел...
Әлеге клиникала туғыҙынсы йыл эшләйем, кафедрабыҙ өр-яңы. Эҙләнеү, белемемде камиллаштырыу, фән ҡаҙаныштары менән байытыу өсөн мөмкинлек табырға тырышам, — ти ғалим.
Республика кардиология диспансерында махсуслашыу үткәндән һуң танылған хирург, профессор Рәмил Ишбулдинға ассистент булыу үҙе бер мәртәбә, оҫталыҡҡа һынау булһа, клиника базаһында йөрәк артерияларында аортокоронар шунтлау ярҙамында ҡан әйләнешен тергеҙеү операцияһын он-лайн режимында күҙәтеү мөмкинлеге студенттар өсөн тарихи күренешкә әүерелде. Республикала йыл да ошондай 500 тирәһе операция яһала, ә ихтыяж ҙур. Ике меңгә яҡын ауырыу медицина ярҙамының ошо төрөнә мохтаж.
— Һүҙ юҡ, бындай операцияларҙы яһау ҡиммәткә төшә, эште башлау өсөн генә лә дауахана ун миллион һум самаһы аҡса тотонорға тейеш, — ти Ғайсар Самат улы. — Ҡорамалдар үтә ҡиммәт, кадрҙар ҡытлығы ла һиҙелә. Бер операция бригадаһы ғына һигеҙ-ун белгестән туплана: өс хирург, ике анестезиолог, ярҙамсылар, шәфҡәт туташтары...
— Баш ҡаланың үҙендә лә табиптарға ҡытлыҡ булыуын аңлауы ауыр.
— Сәбәбе күп. Диплом алып сыҡҡан белгестәрҙең байтағы үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Күрше Татарстан төрлө юлдар менән йәштәрҙе үҙенең клиникаларына ылыҡтыра белә. Әлмәттә лә, Яр Саллыла Башҡортостандың байтаҡ өмөтлө йәш белгестәре хеҙмәт итә бөгөн. Өҫтәүенә шәхси медицина учреждениелары артҡандан-арта. Табиптарға ҡарата булған элекке хөрмәт, абруй, ҡәҙер ҙә һүнә барғандай, сөнки ауырыуҙы һауыҡтырыу бурысы урынына медицинаның яйлап бизнес яғына ауышыуын халыҡ аңлай ҙа, кисерә лә алмай. Табиптарҙың, парикмахер, сәғәт төҙәтеүсе, йыйыштырыусы кеүек үк, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүсе булыуы закон тарафынан нығытылған. Ғәжәп тойолһа ла, был — бөгөнгө ысынбарлыҡ.
— Үҙеңде хирург итеп тойоу өсөн күпме ваҡыт кәрәк?
— Бик оҙайлы процесс. Һәр хәлдә биш йыл эшләп ҡарамайынса, үҙеңде хирург тип атау ҙа уңайһыҙ. Бер үк операцияның да бер-береһен ҡабатламауы, ауырыуҙың уны төрлөсә үткәреүе ихтимал. Алдан планлаштырылған операцияларға әҙерлек тә бар, ышаныс та ныҡ. Ә бына ашығыс рәүештә яһалған, көтөлмәгән, хәле ҡыл өҫтөндә торған ауырыуҙарға операциялар үтә көсөргәнешле. Енәйәт ҡорбандары, наркомандарға ла йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙырға тура килә, өҫтәүенә уларҙың ниндәй сирҙәре булыуы тураһында мәғлүмәттең юҡлығы хәүефте ҡырҡа арттыра.
— Операция алдынан тулҡынланаһығыҙмы?
— Әлбиттә. Ҡурҡыу тойғоһо — организмдың һаҡланыу реакцияһы, иммунитет. Бары үҙеңде ҡулға алырға, еңергә бурыслыһың.
— Һеҙҙе, табип булараҡ, нимә айырыуса ныҡ борсой?
— Кешенең үҙ сәләмәтлегенә битарафлығы. Ана, күрәһегеҙме, беҙ көнө-төнө дауалаған ауырыуҙарыбыҙ, дауахана биләмәһенән ситкә китеп, нисек көйрәтә! Уларҙың ҡан тамырҙары шундай нескә, өҙөлөргә генә тора, операция яһағанда әллә күпме ҡатмарлыҡтарға юлығыла — күпме тылҡыһаң да барыбер тарталар. Хәҙер донъяла Рәсәй менән Ҡытайҙан башҡа "тәмәкесе" ил дә ҡалманы шикелле, һәр хәлдә алдынғы илдәрҙә сәләмәт йәшәү культы өҫтөнлөк алды. Иң яҡшы доктор — һин үҙең. Ошо хәҡиҡәтте аңларға беҙгә күптән ваҡыт. Артерияларының эске тиресәһе шешкән (эндартериит), ҡарамаҡҡа шап-шаҡтай пациенттарҙың аяғын ҡырҡыу хирург өсөн дә үтә ауыр, әммә ошо үкенесле хәл дә бәғзеләрҙе тәмәке тартыуҙан ваз кистерә алмай.
Ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына атеросклероз (тамыр тиресәләрен холестерин ҡаплай) сиренән яфалана. Ваҡытында дауаланғанда уны ла иҫкәртеп булыр ине. Мәҫәлән, АҠШ-та 45 йәштән һуң врач кәңәше буйынса ҡанды шыйыҡлатыусы аспирин препараттары эсеү һис тә ғәжәп тойолмай. Инсульт менән инфаркттың көтмәгәндә генә һағалап тороп, аяҡтан йығыу үҙенсәлеге бар. Ә бит сәләмәтлегегеҙҙең торошон белгәндә, тейешле анализдар биргәндә уларҙы ла иҫкәртеп булыр ине.
"Хәрәкәттә — бәрәкәт" әйтеме яңғырауыҡлы һүҙ генә түгел, ул йәшәү ҡағиҙәһе, тормош девизы булһа ине. Хәрәкәтләнеү, йөрөү дарыуға бәрәбәр. Көнөнә 10 мең аҙым яһау (яҡынса 5 километр) һеҙҙе ҡайһы бер сирҙәрҙән бөтөнләй арындырыу көсөнә эйә. Үҙегеҙҙән дә оло табип юҡ.
Йәш хирургтың аҡыллы кәңәштәрен беҙ ҙә хәтер һандығына һалып ҡуйҙыҡ. Кәрәге теймәй ҡалмаҫ. Уның: "Беҙгә килеп эләккән пациенттарҙың 25 процентына бер нисек тә ярҙам итә алмауыбыҙ үкенесле, сөнки ваҡыт үткән, һуңға ҡалынған", — тигән үҙәкте өҙөрлөк һүҙҙәре һәр кемде һиҫкәндерергә тейештер. Йылы мөнәсәбәте, тапҡыр кәңәше менән пациенттарының йөрәгенә юл таба белгән өмөтлө ғалимдың ижад юлы оҙайлы, емешле булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872