Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ТырнаҡгөлБеҙ бәләкәй саҡта ауыл ерендә әллә ни сәскә үҫтермәнеләр. Урман, болон тулы сәскә — нимә тип мәшәҡәтләнергә, эйе лә?.. Күп тигәндә төрлө төҫтәге баҡса ромашкаһы – космея осраштыра ине.
Тырнаҡгөлдө тәү күргәнемде шуға күрә бөгөнгөләй асыҡ хәтерләйем. 1964 йылдың йәйе, Өфө аэропорты (ул урында хәҙер аграр университет). Диҡҡәтемде түңәрәк кенә газонда үҫкән ҡыҙғылт-һары сәскә тартты. Мин тәбиғәттә бындай төҫлөһөн күргәнем юҡ ине. Алтындай балҡып ултырған сәскә миңә әкиәт иленән төшкәндәй тойолдо. Тиҙҙән ул ауылда ла үҫтерелә башланы, һәм мин уның тырнаҡгөл икәнен белдем. Яңынан-яңы сәскәләр уны матурлығы, сағыулығы менән баҫып китте, әммә мин уны гел бала сағым иҫтәлеге итеп сәсә килдем. Ә бына шифалы сифаттарын, ни ҡыҙғаныс, күп йылдар үткәс кенә белдем.
Ниндәй генә ауырыуҙарҙың “билен һындырмай” ҙа ниндәй генәһенән ҡурсымай икән! Уның тап ошо алтын сәскәһе – алтындарға торорлоҡ дарыу! Пәйғәмбәр тырнағы тигән икенсе атамаһы булыу ҙа күпте һөйләй. Йәйҙәрен мотлаҡ сәйгә ҡушып эсегеҙ. Аллергия ғына булмаһа инде. Һиндостанда уны изге үҫемлек, Ҡытайҙа оҙон ғүмерлелек билдәһе тип һанауҙары бер ҙә юҡтан түгел. Холецистит, гастрит, колит, гепатит, ашҡаҙан, бөйән яраһы, гипертония, стенокардия, аритмия, невроз, тромбофлебит, арпа, күҙ эренләү һ.б… Ярҙамы тейгән сирҙәрҙе һанап та сығырлыҡ түгел.
“Календула” тигән кремды беләһегеҙме? Тап ошо сәскәнең исемен йөрөтә ул, сөнки шунан эшләнгән. Ул төрлө йәрәхәттәрҙе, сабыртмаларҙы йүнәлтә.
Гиппократ уҡ әле: “Ашағаныбыҙ беҙгә дарыу булһын, ә дарыуыбыҙ ризыҡтан булһын”, — тигән. Шуның өсөн мин үҫемлектәрҙең дарыу ғына түгел, ризыҡ булырлығын да һайлап алам. Йәйгеһен бешергән торттарҙы биҙәгәндә, еләктәр араһындағы ерлеккә сәскәһен ҡаҙайым, телдәрен дә һибеп сығам.

Тырнаҡгөл — табында:

Тырнаҡгөлдө дөгө бутҡаһына һалырға тейешле йылы һөттә тотоп, һарҡытып алһағыҙ, ризығығыҙ матур алтынһыу төҫкә инер. Ҡамырға ла шул рәүешле ҡушырға мөмкин.
һеркәһенә, шыйыҡ майға һалынған сәскә уларға матур төҫ бирер.

Турама:

200 г тырнаҡгөл сәскәһе, 200 г ҡыяр, 100 г кишер, бешкән бер йомортҡа, ҡаймаҡ, укроп, һуған, тәменсә тоҙ.

Йәшелсәне шаҡмаҡлап турайбыҙ, сәскәләрҙе 5 минут самаһы ҡайнар һыуҙа тотоп һарҡытабыҙ ҙа кипшетеп алабыҙ. Тоҙ, ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ. Турама өҫтөнә укроп, һуған, ҡырғыс аша үткәрелгән йомортҡа һибәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә