Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иғтибарлы бул, ашыҡма
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә "Ҡөрьән Кәрим"дә әҙәм балаларына: "Сәфәр ҡылығыҙ, йөрөгөҙ, донъяны күрегеҙ", — тип бойорған. Кешеләрҙең күберәк йәйәү йөрөгән, юлды дөйәлә, карапта үткән мәлдәре булған. Хәҙер иһә машинала, самолетта, теплоходта хәрәкәтләнәбеҙ. Йөрөшөбөҙҙөң тиҙлеге лә артып китте. Әйтәйек, еңел машиналарҙыҡы сәғәтенә — уртаса 70 — 80 саҡрым тирәһе. Хатта ки унан да арттырыусылар бар. Автомобиль сәғәтенә 90 саҡрым тиҙлек менән барған хәлдә, бер секундта 20 метр тирәһе ер уҙа. Тимәк, 100 метрлыҡ ара дүрт секундта үтелә тигән һүҙ. Ифрат ҙур тиҙлек бит! Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл менән сағыштырғанда ғына — ер менән күк араһы.
Тормошобоҙ Аллаһ Тәғәләнең ҡануны буйынса бара: Ер әйләнә, ҡояш үҙ ваҡытында ҡалҡа, байый, йондоҙҙар хәрәкәт итә. Тәбиғәт күренештәренә күҙ һалғанда, йылға ағышының да ҡағиҙәһе бар. Баш ҡалабыҙҙан үткән Ҡариҙелде генә алайыҡ. Күреүебеҙсә, ул Өфөнө боролоп-боролоп әйләнеп сыға ла Ағиҙелгә ҡушыла. Унан Димде лә "алып", артабан китәләр. Әгәр йылғалар ошолай бормалы юл үтмәһә, туп-тура, ҙур тиҙлек менән аҡһа, экологияға, үҫемлектәргә, балыҡтарға ҙур зыян була икән.
Юл хәрәкәтендәге ҡанундар ҙа теүәл үтәлһә, тормошобоҙға зарар килмәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер ине. Ошо йәһәттән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисе бар. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: "Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым", — тип йәһәт кенә китергә булған. "Көтөп тор, ашыҡма, — тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. — Алдан дөйәңде яҡшылап ҡара, тыша, унан ғына Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың". Ошо хәҙискә бәйле, һәр әҙәм балаһы машинаға ултырғанға тиклем уның техник яҡтан төҙөк булыуын тикшерергә тейеш. Хатта ки атты ла алдан уҡ ауыҙлыҡлау зарур. Әгәр юлға әҙерлекһеҙ сығыуы арҡаһында кешегә ниндәйҙер зарар килә икән, гонаһы үҙенә була.
"Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә берәү ҙә зыян күрмәй", — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Шулай икән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙ юлда ла бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булырға, ҡағиҙәләрҙе һаҡларға тейеш. Юғиһә һәләкәттә ғүмере өҙөлгән кешеләрҙең һаны һуғыштағы ҡорбандарҙыҡына тиңләшеп бара. "Ир һынағың килһә, юлға сыҡ", "Һаҡланғанды һаҡлармын" тигән халыҡ мәҡәлен иҫтә тотайыҡ та бер-беребеҙгә хәстәрлекле, ихтирамлы булайыҡ, ышанысты юғалтмайыҡ. Ғаиләләребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы ҡайғы-хәсрәттән һаҡлау — изге бурысыбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлаусыларға рәхмәт белдерәйек, Аллаһ Тәғәлә уларға ауыр эшендә еңеллек, һаулыҡ-сәләмәтлек насип итһен. Юлаусыларҙың иһә "бисмилләһир-рахмәнир-рахим"дан башланған сәфәре уң булһын. Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә