Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Толпарҙарҙы уңғанлыҡ берләштерә
Толпарҙарҙы уңғанлыҡ берләштерәЙүнселдәр ниндәй генә кәсепкә тотонмай! Кемдер мал үрсетә, ҡорт тота, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Йәйге оҙон көндәрҙә ихатаһында арымай-талмай эшләп, үҙе етештергән аҙыҡ-түлектең артҡанын һатып, ғаиләһен бар яҡлап тәьмин итерлек килем туплап йәшәүселәр байтаҡ. Был йәһәттән төпкөлдәге Толпар ауылы халҡын өлгө итеп ҡуйырға була.

Бында күптәр ҡорт тотоп, мал үрсетеп, иркен, мул тормошта йәшәй. Йыбанмағандарға донъя көтөүгә бик ҡулай был төбәк. Йәй буйы Еҙем йылғаһы буйлап резина кәмәләрҙә, катамарандарҙа туристар йөҙә. Толпар халҡынан нимә генә һатып алмай улар: һөт-ҡаймағын, ҡорот, эремсек, яңы ғына күпереп бешкән икмәк, ит, бал. Ауылда ыҫланған ҡоротто ла бик оҫта эшләйҙәр. Урындағы халыҡ уны “ылаш ҡорото” тип йөрөтә. Һәр хужабикәнең аласығындағы утлыҡса өҫтөндә ылаш эленгән, унда йәш ҡоротто һалып, төтөнгә ыҫлап киптерәләр. Тап ошондай ҡоротто төрлө тарафтан килгән туристар яратып ала.
– Беҙҙең ауыл халҡы элек-электән йәйге осорҙа иркенләп һатыу итә. Бихисап турист үтеп китә ауыл аша. Үҙҙәренә кәрәкле ризыҡты өй беренсә йөрөп эҙләп һатып алалар. Шуға ла баҙар майҙансығы күп ваҡыт буш тора. Ауыл халҡы кемдең нимә һатҡанын яҡшы белә, килеүселәрҙе бер-береһенә төбәп ебәрәләр. Бер йәйҙә генә 50-80 мең һум самаһы аҡса эшләүселәр бар, – ти Толпар ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Зөлфиә Сөләймәнова.
Фәниә менән Риф Ваһаповтар ауылдың Билъялан тип аталған осонда ғүмер итә. Өс бала – Лариса, Роберт, Денисты үҫтерәләр. Бынан байтаҡ йылдар элек Ерекле ауылында йәшәгән ғаилә Толпарҙа бушап ҡалған өйҙө һатып алған. Йәшәгән йорттары төҙөк, матур булһа ла, йәнәшәлә тағы өр-яңы өй төҙөп ултыртҡандар. “Алла бирһә, быйыл өй туйлаясаҡбыҙ”, – ти Ваһаповтар. Өй эргәһендә яңы мунса ла ҡалҡып сыҡҡан. Риф Рәмир улы оҙаҡ йылдар урман хужалығында эшләгән, әле ихатаһында пилорама ҡороп ебәргән. Ғаилә бюджетына өҫтәмә килем булырҙай шөғөл ул. Улы Роберт атаһына ныҡ ярҙам итә. Таҡтаны ауыл халҡы ла һатып ала, ситтән дә киләләр. Ә урманға йөрөргә шәхси тракторы, йөк машинаһы бар.
Йылына бер нисә баш эре мал һимертеп һуя. Фәниә апай көн дә биш һыйыр һауа. Баҡсаларында теҙелешеп умарталар ултыра. Бал ҡорттары ла тырыш, талымһыҙ кешенең ҡул ҡотон аңлай, күрәһең, артҡандан-арта баралар.
Ләлә менән Нур Шәйәхмәтовтар ҙа тиҫтәнән артыҡ һыйыр малы, дүрт ат, һарыҡ, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Умарталары ла байтаҡ ҡына. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Әле өсәүһе үҙаллы донъя көтә инде. Улар ҙа үҙ көстәре менән етеш тормошта йәшәүсе ғаилә.
Зәкирә менән Уразбай Шәйәхмәтовтарҙың күркәм донъяһы йәнгә хозурлыҡ, ауылға йәм биреп ултыра. Бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек, ихаталары ла, кәртә-ҡуралары ла төҙөк, ялт итеп тора. Район һабантуйында “Иң матур ихата” номинацияһы бушҡа бирелмәгән шул уларға.
Йәмилә менән Фәлир Ишембәтовтар ҙа ҡура тултырып мал, күпләп ҡош-ҡорт аҫрап, донъяларын гөл итеп, ауылдаштарына өлгө булып йәшәй. Баҡса остарында туристар өсөн айырым өй һалғандар: Еҙем буйлап йөҙгән туристар өсөн тағы ла бер туҡталҡа, йәғни ял урыны булдырғандар.
Шәмсиә Шәйәхмәтованы ла ауылдаштары өлгөр, уңған ҡатын тип белә. Әйткәндәй, толпарҙар умартасылыҡтың бик төшөмлө шөғөл икәнен аңлай. Унда бөтәһенең дә тиерлек, оло йәштә булһынмы, яңы донъя ҡорған йәш ғаиләме – барыһының да әҙме-күпме умартаһы бар. Ҡорт тотоу өсөн бал ҡорттарынан да егәрлерәк булыу кәрәктер.
Миңзилә менән Фәнис Сөләймәновтар ҙа 50-гә яҡын умарта тота. Ҡош-ҡорт, эре, ваҡ малды тәрбиәләү, ҡорттарҙы ҡарау, теүәл һаҡлау – барыһына ла нисек өлгөрә был ауыл халҡы? Сөләймәновтар ҙа күптән түгел иркен йорт һалып ингән.
Миңзилә Фәлир ҡыҙы мәктәптә эшләй. Фәнис Фәрит улы, Ғафури урман хужалығы ҡуйған пилораманы ҡуртымға алып, таҡта ярҙырыу менән мәшғүл.
Был ғаиләләрҙең барыһын да уңғанлыҡ берләштерә. “Тырышлыҡ – донъя көтөүҙә, тормош йөгөн тартыуҙа иң кәрәкле сифат”, – ти улар.


Автор: Гөлсиә КӘРИМОВА. Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә