Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оят менән иман етәкләшеп йөрөй
"Үҙҙәре мохтажлыҡ кисереп торған хәлдә лә, мосолмандар кешенән бер нәмә лә өмөт итмәй. Аллаһтың ризалығы өсөн булһын тип ризығынан фәҡирҙәргә, етемдәргә өлөш сығара, — тип өйрәтә изге "Ҡөрьән". — Шуның өсөн Аллаһ уларҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарыр, йөҙөнә — нур, күңеленә ҡыуаныс бирер”.
"Әл-Инсән", "Кеше" сүрәһенән.

* * *
Мохтажлығы булған һәр кемгә ярҙам итеү, йомартлыҡ — имандың татлы бер емеше, мәрхәмәт-шәфҡәттең гүзәл сағылышы. Әммә был малды уңға-һулға таратырға, исраф итергә мөмкин тигәнде аңлатмай. Аллаһ биргәндең ҡәҙерен ебәрмәйенсә, уртаҡлаша белеү кәрәк.
"Һаранланма ла, йомарт булам тип, саманан да үтеп китмә, — тип өйрәтә "Ҡөрьән". — Шулай икән, бәндәләр ҙә хупламаҫ, үҙең дә борсолоуҙан ҡотола алмаҫһың".
"Әл-Исра", "Төндәге күсереү" сүрәһенән.

* * *
"Иң күркәм иман — йомартлыҡ менән сабырлыҡ", — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Уларҙан һуң оялсанлыҡ килә. Уңайһыҙланыу, ялған, буш хәбәрҙәрҙән йыраҡ тороу — имандан, ә оятһыҙ һүҙҙәрҙән айырыла белмәү, тел биҫтәһе булыу — ике йөҙлөлөктөң, монафиҡлыҡтың билдәһе".
Бер саҡ Пәйғәмбәребеҙ мөьминдәрҙән берәүҙең бөтөнләй яланғасланып ғөсөл ҡойоноуын күрә лә: "Шәрә ҡалыуҙан һаҡланығыҙ! — ти. — Фәрештәләрҙең икәүһе лә һәр саҡ һеҙҙең эргәлә. Хәжәтегеҙҙе үтәгәндә һәм ҡатындарығыҙ янына ингәндә генә улар бер аҙ ситкә китеп тора. Уларҙан оялығыҙ, илтифатлы була белегеҙ! Оят менән иман етәкләшеп йөрөй, береһе китһә, икенсеһе лә юғала".
Изге "Ҡөрьән"дә: "Оятһыҙлыҡты ишәйтеп, таратып, иманлылар хаҡында юҡ-бар хәбәр һөйләп йөрөгән кешеләргә фани донъяла ла, ахирәттә лә әрнеүле ғазап булыр", — тиелгән.
"Нур" сүрәһенән.

* * *
"Күрә алмаусанлыҡ, дошманлыҡ холоҡтоң тотанаҡһыҙ булыуынан килә, — тип өйрәтә ғалимдар. — Ундай кеше ыҙғыш өсөн сәбәп эҙләп кенә йөрөй. Күп нәмәне дуҫтарса хәл итеү урынына, маһайыусанлығы, наҙанлығы сәбәпле, аҙым һайын янъялға юл асып ҡына тора".
Был йәһәттән дин әһелдәре, дини юлбашсылар элек-электән бәндәләргә яҡшылыҡ, изгелек, кешелеклелектең сағыу өлгөләрен үрһәтеп килгән, тормош һабаҡтарын тыуыр быуындарға ҡалдырған.
"Киң күңелле булмау — етешһеҙлектәрҙең иң насары, үс алырға ашығыу — гонаһтарҙың иң ҙуры", — тигән Ғәли хәҙрәт.
Мосолмандарҙы изге "Ҡөрьән" киң күңеллелеккә әйҙәп кенә тора: "Арағыҙҙан йомарт, малы етерлек булғандар ҡәрҙәштәренә, фәҡирҙәргә өлөш сығарыуҙан туҡталып ҡалмаһын, бәндәләрҙе ғәфү итһен, бәхилләтә белһен".
"Нур" сүрәһенән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә