Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Есемеңде асыр исемең
Малайҙар өсөн
Алғышай бор. баш. — маҡтаулы, данлы
Алдархан монг., бор. төрк. — алдар+хан; данлыҡлы хан
Аллабирҙе ғәр., баш. — Аллаһ+бирҙе
Аллаяр ғәр., фарс. — Аллаһ+яр (иптәш, дуҫ)
Алмас баш. — аҫыл таш исеменән (бала ныҡ, үткер булһын тигән теләкте белдерә)
Алсын бор. баш. — ыласын
Алсынғужа баш., фарс. — ыласын+ғужа (хужа)
Алтын баш. — алтын һымаҡ ҡәҙерле
Алтынбай баш. — алтын+бай
Алтынғужа баш., фарс. — алтын+ғужа (хужа)
Алтындуға баш. — алтын+дуға
Алтынсура баш. — алтын+сура; батыр, улан
Алтынтимер баш. — алтын+тимер; бик ҡәҙерле, бик шәп
Аман ғәр. — иҫән-һау, имен
Амангилде ғәр., баш. — имен-аман+килде
Амантай ғәр., баш. — имен-аман+тай (тай — эйәлек аффиксы)
Арғынбай баш. — 1. арғын (ҡырағай ат)+бай; 2. арғын тигән боронғо ырыу исеменән
Арслан баш. — януар атамаһынан; батырлыҡ, ҡыйыулыҡ билдәһе
Арсланбәк баш. — арыҫлан+бәк (көслө)
Арслангәрәй баш., фарс. — арыҫлан+гәрәй (эйәреүсе, дауам итеүсе)
Артур неол. — кельт телендә: мыҡты, ғәйрәтле, көслө; Э. Войничтың "Овод" романындағы төп геройҙың исеменән алынған; Порт-Артурға ла бәйләнеше булыуы ихтимал
Асанбай баш. — асан (иҫән)+бай
Асаф ғәр. — сифат, билге; һәйбәт
Асҡар баш. — иң бейек тау, ҡая; таяныс, терәк; ҡәлғә
Асман фарс. — күк йөҙө, күк, һауа
Асмандияр фарс. — асман (күк, һауа)+яр (дуҫ, иптәш)
Асрар ғәр. — сер
Асфандияр фарс. — 1. асфан (күк, һауа)+яр (дуҫ, иптәш); 2. иран эпосы геройының исеме; 3. иран йыл иҫәбендәге ай исеме
Асыл ғәр. — 1. нигеҙ, тамыр; төп, ысын, аҫыл; 2. ҡәҙерле, ҡиммәтле
Асылай ғәр. — ысын
Асылбай ғәр., баш. — асыл+бай
Асылгәрәй ғәр., фарс. — асыл+гәрәй (эйәреүсе)
Асылзада ғәр., фарс — асыл+зада (улан, ир бала, вариҫ)
Аҫылбай ғәр., баш. — аҫыл+бай
Аҫылгәрәй ғәр., монг. — аҫыл+гәрәй
Аҫылғужа ғәр., фарс. — аҫыл+ғужа; ҡәҙерле кеше
Аҫылзада ғәр., фарс. — аҫыл+(ҡиммәтле)+зада (улан, ир бала, вариҫ)
Атаулла ғәр. — бүләк (ғатаулла тигән исемдән ҡыҫҡартылған)
Аусаф ғәр. — сифат, билдә; һәйбәт
Афзал ғәр. — иң яҡшы, иң һәйбәт, шәп

Ҡыҙҙар өсөн

Бибикамал фарс., ғәр. — биби+камал
Бибиниса фарс., ғәр. — биби+ниса
Бибинур фарс., ғәр. — биби+нур
Бибисара фарс., ғәр. — биби+сара (саф, иң шәп ҡыҙ)
Бибиәсмә фарс., ғәр. — биби+әсмә; бөйөк, олпат
Бибиямал фарс., ғәр. — биби+ямал; матур, һылыу ҡыҙ
Бикә баш. — хужабикә; ханым (боронғо заманда юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙҙың исеменә ҡушылып, дәрәжә атамаһы булып йөрөгән, һуңынан исемдәрҙең өлөшөнә әйләнгән)
Бостан фарс. — баҡса
Бүләк баш. — бүләк, мираҫ, ҡомартҡы
Бүләкәй баш. — бүләк+кәй (иркәләү ялғауы); ҡара: Бүләк
Былбыл фарс. — һандуғас
Бәҙеғол ғәр. — бәҙе (иң шәп, иң яҡшы)
Бәҙер / Бәҙри ғәр. — тулған ай
Бәҙерниса ғәр. — тулған ай кеүек матур ҡыҙ
Бәҙеръямал ғәр. — матурҙың матуры
Бәҙиға ғәр. — иҫ киткес матур, һылыу
Бәҙрикамал ғәр. — тулған ай һымаҡ матур
Бәҙринур ғәр. — бәҙри+нур; тулы ай нуры; бик матур
Бәҙәр ғәр. — тулған ай; матур
Бәлхиә фарс. — ер-һыу исеменән
Бәриҡә ғәр. — нур
Бәһирә ғәр. — табыш, өлөш
Бәһиә ғәр. — матур, сибәр, гүзәл
Бәһәр фарс. — яҙғы; яҙ кеүек
Бәширә фарс. — һөйөнөс килтереүсе

"Башҡорт исемдәре" (авторҙары —
Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) китабынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә