Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йоҡо яҫтыҡ һорамай, тиҙәр...
Йоҡо яҫтыҡ  һорамай, тиҙәр..."Башым мендәргә тейеү менән әүен баҙарына китәм, төнөн һәйбәт йоҡлайым. Шуға ҡарамаҫтан, көндөҙ туҡтауһыҙ ауыҙ асыла, серем итмәгән кеше һымаҡ эшемдә йоҡомһорап ултырам", — тигәнерәк һүҙҙәрҙе таныштарым араһында йыш ишетергә тура килә.

Ни өсөн йоҡо килеп ыҙалата һуң? Табип-неврологтар әйтеүенсә, сәбәптәре байтаҡ. Йоҡоноң ике фазаһы бар, ти улар. Һәр ҡайһыһы, береһен-береһе алмаштырып, сәғәт ярым самаһына һуҙыла. Төн эсендә шундай етеләп цикл була. Йоҡо килеү һәм иртән үҙеңде насар тойоу йыш ҡына ошо фазалар араһында уяна белмәүҙең һөҙөмтәһе, тип аңлаталар. Икенсе төрлө әйткәндә, ғиллә — йоҡоноң тотороҡһоҙ графигында. Бынан тыш, насар экология, бысранған һауа ла кире йоғонто яһай. Витаминдар етешмәүе лә үҙен шулай һиҙҙерә. Бүлмәлә кислород аҙ булһа һәм дөрөҫ туҡланмағанда ла, көндөҙ башың “яҫтыҡ һорауы” ихтимал.
Әгәр даими йоҡо килеп йөҙәтһә, быға сәбәп юҡ һымаҡ булһа, белгестәр табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.
*Йоҡомдо туйҙырам әле тип, ял көндәрендә оҙаҡ ятып ваҡытығыҙҙы сарыф итмәгеҙ. Барыбер туйғансы йоҡлай алмаясаҡһығыҙ. Иң һәйбәте — йәйәү йөрөү, саф һауа һулау.
*Эш бүлмәһен елләтеп тороғоҙ, сөнки йылытылған, эҫе бинала һауа етешмәй, ә был иһә матдәләр алмашыныуҙы һүлпәнәйтә, һөҙөмтәлә организм тиҙ арый.
*Ҡәһүә һәм тәмәке ҡулланмағыҙ. Йоҡо килеп йонсотмаһын өсөн иртәнсәк контраст душ аҫтында тороп алығыҙ.
*Йоҡоно ҡасырыу, йәғни организмды ҡыҙҙырып алыу өсөн бер аҙ (5-10 минут) йөрөп килеү һәйбәт.
*Муйын өлөшөнә, бармаҡтарға, күҙҙәргә һәм ҡолаҡҡа массаж яһау ярҙам итә.
*Иртән мотлаҡ ашарға кәрәк.
* В төркөмөнә ҡараған витаминдар ҡабул итегеҙ (көнөнә бер таблетка әллә нимә түгел-түгеллеген, әммә һөҙөмтәһен өс-дүрт тәүлектән үк һиҙерһегеҙ, ти табиптар).
*Мейе "әле көн һәм эшләргә кәрәк" тигән сигналды алһын өсөн эш урыны яҡты булырға тейеш.
*Көндөҙ 15-20 минут серем итеү кискә тиклем күтәренке кәйефтә йөрөргә булышлыҡ итә.
*Йәшел сәй эсегеҙ һәм уға бер нисә тамсы лимон һуты тамыҙығыҙ.
*Әфлисун, грейпфрут, лимон һәм мандарин ашағыҙ. Уларҙың хуш еҫе нервы-психик эшмәкәрлекте яҡшырта, иҫнәүҙе баҫа, етмәһә, талсыҡҡан организм өсөн витаминдары һис тә артыҡ түгел.
*Кис 20 минут саф һауала йөрөп инеү ҙә һәйбәт.
*Ятҡан урын бик үк ҡаты ла, йомшаҡ та булмаһын.
*Сәғәт 11-ҙән дә һуңға ҡалмай ятырға кәрәк (киске 11-ҙән 1-гә тиклемге ваҡыт ял өсөн иң һәйбәте тип иҫәпләнә).
*Киске аштың еңелсә булыуы яҡшы (мәҫәлән, бутҡа, майһыҙ һөт аҙыҡтары).
*Ете сәғәттән ашыу йоҡларға кәңәш ителә. Көн дә бер үк ваҡытта ятып-тороу мотлаҡ. Ул сағында төнгө ял файҙалы була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә