Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Амнистия кәрәкме?
Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән проект Дәүләт Думаһында бер үҙгәрешһеҙ өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, Рәсәй Енәйәт кодексының эшҡыуарлыҡҡа бәйле 27-се һәм мутлашыу тураһындағы 159-сы статьялары буйынса тәүге тапҡыр хөкөм ителеүселәр иреккә сығарыла. Амнистия өсөн ғәйепләнеүсе мөлкәтте кире ҡайтарырға йәки зыян күреүселәрҙең матди юғалтыуҙарын ҡапларға тейеш. Гәзит уҡыусыларыбыҙға “Иҡтисади амнистияны нисек баһалайһығыҙ?” – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Артур ВАҺАПОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Юридик факультетта белем алып йөрөйөм. Шуға был өлкәләге һәр яңылыҡ ҡыҙыҡһындыра. Әле закон менән ентекле танышып сыҡтым, сөнки был һорау киләһе сессия ваҡытында бирелер, тип уйлайым. Ғөмүмән, әлеге амнистия — һуңғы 60 йыл дауамында иғлан ителгән иң күләмлеләрҙең береһе. 13 меңдән ашыу кеше иреккә сығырға тейеш. Мине бер мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра: Ходорковский амнистияға эләгерме икән?
Илшат ХӘКИМОВ, эшҡыуар:
— Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү бик ҡыйын һәм хәүефле тип әйтер инем, сөнки һәр яҡлап ҡыҫымға түҙергә кәрәк. Эшҡыуар бер яңылыш аҙым эшләһә — иҡтисади енәйәтсе була ла ҡуя. Кеше башынан йөрөп, байығыу өсөн төрлө хилафлыҡҡа барған таныштарым да юҡ түгел. Миңә ҡалһа, был закон — рейдерлыҡҡа ҡаршы көрәштең бер сағылышы. Уның ҡабул ителеүе — бер, ә бына тормошҡа ашырылыуы — икенсе мәсьәлә.
Ләйсән ҒӘЛИЕВА, эшсе:
— Заманында мин дә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп ҡараным, ләкин уңа алманым. Шуға ла аҡса “һуға” белгәндәргә гел көнләшеп ҡарайым. Әгәр эшҡыуар яҙыҡ юлға баҫмай, кешеләренә ваҡытында аҡса түләй, закондарҙы боҙмай икән, был һәйбәт. Әгәр ҙә ошо шарттар үтәлмәһә, уны төрмәгә ултыртырға кәрәк һәм ундай әҙәмде бер ниндәй ҙә амнистия ҡотҡармаһын ине.
Камил СӘЙФУЛЛИН, уҡытыусы:
— Иҡтисади енәйәт ҡылған кешеләргә төрмәлә ултырыу мотлаҡ түгел, тип уйлайым. Беҙҙең төрмәләр былай ҙа тулы. Унда ултырып сыҡҡан кешенең психикаһы ҡаҡшаясаҡ. Төрмәнән сығып та ул бизнес менән ҡайтанан шөғөлләнә аласаҡмы? Әгәр мутлашыуҙар асыҡланһа, елле генә штраф түләтеп, алданған кешегә аҡсаһын ҡайтарһалар, шул еткәндер. Дөрөҫ аҙым яһаны Путин. Уның менән килешәм.
Азат ҒӘЛИЕВ, эшсе:
— Миңә ҡалһа, ниндәй генә енәйәт ҡылһа ла, законды боҙған кеше төрмәлә ултырырға тейеш. Амнистия иһә намыҫһыҙҙарға мутлашырға мөмкинлек бирәсәк.


Автор: Л. ҒАФАРОВА яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә