Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Белемең файҙа килтерәме?
Эш башлау менән матур итеп кейенергә, буш ваҡытында иркенләп театрҙарға, концерттарға йөрөргә хыялланған Гөлнурҙың тәүге эш хаҡын алған көндө үк кәйефе ҡырылды.

Йә, ошо барлы-юҡлы аҡсаға ул нисек йәшәргә тейеш? Кейем алһаң, ашарға ҡалмаясаҡ. Биш йыл буйы аслы-туҡлы тигәндәй уҡып алған диплом, юғары белем шулай түбән баһаланамы ни? Уҡытыусы кешегә, балаларға белем биреүҙән тыш, ҡупшы, матур итеп кейенеп йөрөү ҙә мөһим.
Ун беренсе кластан һуң тота килеп, күрше ҡыҙына эйәреп, БДУ-ның тарих факультетына барып инеүенә бөгөн үҙе лә ғәжәпләнә Гөлнур. Уҡытыусы булыу хаҡында уйлағаны ла юҡ ине. Конкурстан үтә алмағас та ҡайтып китергә ашыҡманы ҡыҙ. Түләүле бүлеккә инергә тәҡдим иткәстәр, Гөлнур үҙе лә, ата-әсәһе лә ҡыуанып ризалашты. Бик тә студент булғыһы килә ине шул. Заманында үҙҙәре уҡый алмағас, ата-әсәһе лә ҡыҙҙарының вузға инеүен бик теләне. Әлбиттә, түләп уҡыу еңелдән түгел ине. Ата-әсәһе биш йыл буйы тапҡан-таянғанын ҡырып-һепереп тигәндәй, кәрәк икән, мал-тыуарын, картуфын һатып, ҡыҙҙарына ебәреп торҙо. Ярай, бер уҡып алһа, артабан үҙенә еңелеләк булыр, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫ, таҙа, еңел эштә йөрөр, тип йыуатты улар үҙҙәрен.
Бер мәл Гөлнур урамда класташы Зиләне осратты. Ауылдашының училище бөтөрөп, нефть эшкәртеү заводында эшләп йөрөүенә, эш хаҡын унан байтаҡҡа күберәк алыуына ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Ситтән тороп институтта уҡый икән. "Ахмаҡ, биш йыл буйы юҡ һөнәргә уҡып йөрөгәнмен, минең өсөн атай-әсәйем дә аҙ йонсоманы", — тип үҙен битәрләне ҡыҙ.
Үҙ һөнәре буйынса дүрт кенә ай эшләне ул. Ә көндәрҙең береһендә, бар эшкә лә ризамын, бары аҡсаһы ғына булһын, тигән уй менән хеҙмәт биржаһына юл тотто. "Парикмахерҙар курсына кешеләр йыябыҙ, ике-өс айҙа бына тигән һөнәргә эйә буласаҡһың", — тинеләр унда ҡыҙға...
Бына икенсе йыл Гөлнур парикмахер булып эшләй. Бөтә ерҙә лә кәрәкле һөнәр алыуына ҡыуанып бөтә алмай хәҙер. Үҙенә лә оҡшай был шөғөл. Ял көндәрендә, буш ваҡытында ла эшһеҙ ултырғаны юҡ. Хатта ауылға ҡайтҡанын да көтөп торалар. Халыҡ әйтмешләй, аҡмаһа ла тамып тора. Серегән бай булмаһа ла, аҡсаһы фатирға түләүгә, ашап-эсеүгә, йәне теләгән әйберҙе алып кейергә етә.
Бөгөн, моғайын, меңәрләгән үҫмерҙе ҡайҙа барырға, кем булырға тигән һорау борсойҙор. Үкенескә ҡаршы, күптәр үҙенең һөнәрен "һуҡыр килеш" һайлай. Ҡайһы берәүҙәр бары техникумға, колледжға, институтҡа инеүҙе, бәхетле студент тормошо менән йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуя, ә киләсәктә был һөнәрҙең перспективаһы, күпме эш хаҡы аласағы хаҡында уйлап та тормай. Ғәҙәттә, ауыл балалары гуманитар уҡыу йорттарына күпләп инә. Ә уҡып бөткәс, хеҙмәткә аҙ түләнеү сәбәпле, күпселеге алған һөнәренән риза булмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙә гуманитар белемле һөнәр эйәләренең хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай. Мәҫәлән, баҙар шарттарында, айырыуса ҡала ерлегендә, әгәр ярҙам итеүсе табылмаһа, яңы эш башлаған уҡытыусы йәки табип, тәрбиәселәр, шәфҡәт туташтары булыр-булмаҫ аҡсаға нисек йәшәһен дә, нисек фатир һатып алһын? Аграр университетты тамамлаусыларҙың күпселеге, йүнле эше лә, аҡсаһы ла булмағанлыҡтан, ауылдарға ҡайтырға ашыҡмай. Шуға ла улар артабан ҡалала ҡалыуҙы хуп күрә, полиция органдарына йәки башҡа эшкә урынлаша. Йәшерен түгел: егеттәрҙең ҡайһы берҙәре бары әрме хеҙмәтенән ҡотолоп ҡалыу өсөн генә юғары уҡыу йортона юл тота, инергә еңелерәк булған вузды һайлай, әммә ундайҙар ныҡ яңылыша. Был, моғайын, күп мәктәптәрҙең, ғаиләләрҙең уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш бирә белмәүенән дә киләлер. Ваҡытында, йәш саҡта, үҙеңде лә, ғаиләңде лә аҫрай алырлыҡ, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәр алыу мөһим. Мәҫәлән, бөгөн бухгалтерҙар, тәрбиәселәр, секретарҙар, иҡтисад белгестәре, юристар саманан тыш күп әҙерләнгән.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, хәҙер иң юғары эш хаҡын яғыулыҡ-энергетика тармағында, химия, нефть, банк өлкәләрендә эшләүселәр ала. Шуға ла йәштәр, киләсәген уйлап, техник уҡыу йорттары ишеген ҡыйыуыраҡ шаҡыһын ине. Ә мәктәптәрҙә теүәл фәндәргә иғтибарҙы арттырыу мөһим.
Әлбиттә, тормошта һәр ваҡыт әҙәм балаһы уйлағанса ғына булмай, бөтә кеше лә техникумға йәки юғары уҡыу йортона инә алмай. Ундайҙарға: "Борсолмағыҙ, вузда уҡымайынса ла бына тигән эше лә, аҡсаһы ла булған һөнәр алырға мөмкин", — тип әйтке килә.
Мәҫәлән, бөгөн республикала төҙөлөш киң ҡолас менән бара, шәхси йорт һалырға теләүселәр артҡандан-арта. Тимәк, төҙөүселәр бер ваҡытта ла эшһеҙ, аҡсаһыҙ интекмәйәсәк. Асфальт түшәүсе, ташсы, экскаватор машинисы, киң профилле тракторсы, йәшелсә үҫтереүсе, балта оҫтаһы, слесарь-сантехник, токарь, фрезлаусы, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа шундай эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Ун юрисҡа ҡарағанда бер оҫта иретеп йәбештереүсене табыуы ҡыйыныраҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ашханалар, кафелар, ресторандар, магазиндар күпләп асыла. Шулай булғас, үҙ эшен белгән кондитерҙар, һатыусылар, официант-бармен, ашнаҡсылар ҙа кәрәк. Билдәле булыуынса, был һөнәрҙәрҙе лицей һәм техникумдарҙа үҙләштерергә мөмкин.
Профессиональ белем биреү тармағының эшмәкәрлегенә туҡталып үтке килә, сөнки бөгөн нәҡ ошо йүнәлештә белгестәр әҙерләү өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй. Лицейҙа ике-өс ай уҡығандан һуң йәш кеше практикала үҙенең һөнәре менән яҡындан таныша, бер-ике йылда кәрәкле һөнәр алып сыға. Теләһә, һуңынан белемен юғары уҡыу йортонда камиллаштыра ала.
Һуңғы йылдарҙа ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдәрҙе тергеҙеүселәр арта, сөнки ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә ихтыяж бар. Шуға ла макраме, һырлап тәҙрә рамдары, һандыҡтар, каминдар эшләү һәм башҡа шундай кәсептәргә эйә булыу ҙа ғаиләгә табыш килтерәсәк.


Автор: Венер ИСХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә