Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдар сифатлыраҡ булһын өсөн
Баш ҡалалағы юл-төҙөлөш лабораторияһы нимә менән мәшғүл?

Юлдар сифатлыраҡ булһын өсөнРеспублика юлдары, яҙ һайын ремонтлауҙарына ҡарамаҫтан, һаман да ҡәнәғәтләнерлек түгел әле. Шуға ла быйыл Президент Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән Өфөлә асфальттың сифатын тикшереүсе лаборатория булдырылды. Бөгөн баш ҡала урамдары ни хәлдә, юлдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ ямауҙарҙың берәй ҡасан аҙағы булырмы? Лаборатория иңенә ниндәй эш йөкмәтелгән, белгестәр юл сифатын ниндәй күрһәткестәр буйынса баһалай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн уның хеҙмәткәрҙәре менән тикшереүгә бергә сыҡтыҡ.

Ысынлап та, юл төҙөүселәрҙең эш һөҙөмтәһен тикшереүгә ихтыяж күптән тыуҙы, ни тиһәң дә, сит илдәрҙә бындай лабораториялар электән бар. Бына, ниһайәт, Өфөлә лә ҡала юл-төҙөлөш лабораторияһы эш башланы. Сәбәбе лә билдәле: йыш ҡына юлсыларҙың бөгөн һалған асфальты иртәгәһенә автомобиль үтә алмаҫлыҡҡа әйләнә, йәғни яңынан-яңы ямауҙар, хатта ҡайһы саҡ төҙөкләндереү ҙә кәрәк була. Ә бит ошо юлдарҙы һалыу өсөн дәүләт Юлдар сифатлыраҡ булһын өсөнҡаҙнаһынан (йәғни шул иҫәптән һеҙҙең менән беҙҙең кеҫәнән) миллиондарса һум сарыф ителә!
Лаборатория етәксеһе Василий Ивлев менән килешелгән ваҡытта – иртәнге сәғәт 9-ҙа уҡ тикшерелергә тейешле юл биләмәһенә, Өфөнөң Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамына, юлландыҡ. Һиҙеп торабыҙ: белгестәр ошо көн дауамында ғына бер нисә урында булырға тейеш. Иртә ҡуҙғалыуыбыҙҙың сәбәбе шул ине.
Етәксе һөйләүенсә, лаборатория эш башлаған мәлдән ҡала буйынса өс йөҙҙән ашыу өлгө (материалдың анализға тигән өлөшө) алынған икән. Әйткәндәй, бында һалынған юлдың сифатын ғына баһалап ҡалмайҙар: төҙөлөштә ҡулланылған бөтә материалдар – тупраҡ ҡатламы нигеҙе, ҡом, ҡырсынташ ҡатнашмаһы, асфальт бетоны үҙе – һәр йәһәттән ентекләп тикшереү үтә. Шулай уҡ юлдың һәр ҡатламының өлгөһө лабораторияға оҙатыла. Асфальт ҡатламы талаптарға яуап бирмәһә, ул юл төҙөүселәр тарафынан шунда уҡ урында төҙәтелә (мөмкин булған осраҡта). "Мәҫәлән, быйыл юлдарҙа барлыҡҡа Юлдар сифатлыраҡ булһын өсөнкилгән соҡорҙарҙы ямау мәлендә байтаҡ асфальттың сифаты тикшереү үтмәне. Әлбиттә, ундай эш өсөн бер кемгә лә түләнмәйәсәк. Яуапһыҙ подряд ойошмаларына ҡала етәкселеге тарафынан башҡаса заказ да бирелмәйәсәк. Үҙ бурысын юғары кимәлдә башҡарыусылар ғына эшләүен дауам итәсәк", – тип һөйләне белгес. Ә тикшереүгә йүнәлтелгән өлгөләрҙең яҡынса 30 проценты талапҡа яуап бирмәй икән.
Быны булдырмаҫ өсөн подряд ойошмаһы эште башлар алдынан юлды төҙөкләндергәндә ҡулланыласаҡ материалдарҙың исемлеген, улар буйынса бөтөн документацияны тикшереүгә тапшыра. Аҙаҡ иһә заводта юл ҡатламының өлгөһө әҙерләнә һәм лабораторияла ентекле тикшереүҙән һуң ғына раҫлана. Артабан, юлда ремонт эштәре башланғас та, белгестәр даими рәүештә уның сифатын тикшерә әле. Әйткәндәй, ҡала юл-төҙөлөш лабораторияһы фонтан, һәйкәлдәрҙәге бетон сифатын да күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тейеш. Хәҙер йорт ихаталарында башҡарылған капиталь ремонттың, яңы төҙөлгәндәренең эргә-тирәһендәге асфальттың сифатын да улар ҡабул итеп ала.
Был иртәлә лаборатория хеҙмәткәрҙәре Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамының яңыртылыусы өлөшөнән бер нисә өлгө алды. Асфальт ҡатламы юлдың һәр яғында ла бер үк ҡалынлыҡта булырға тейеш. Быраулаусы махсус ҡорамал ярҙамында уның бер нисә өлөшөн киҫеп сығарыу, әлбиттә, белгестәрҙән физик көс тә, ваҡыт та талап итә. Ошо уҡ урында бетон ҡатнашмаһының өлгөһө лә алынды. Василий Ивлев аңлатыуынса, уларҙың сифаты тураһында һығымта ике көндән яһаласаҡ. Әйткәндәй, юлды "Автодорстрой" ойошмаһы төҙөкләндерә, шуғалыр уларҙың вәкиле лә бында ине.
Юлдар сифатлыраҡ булһын өсөнӘлбиттә, лабораторияның мөмкинлеге етәһе – ул тикшереү эше өсөн кәрәкле бөтә ҡорамал менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, заманса технологиялар ярҙамында юлдың эҫе менән һыуыҡты, ямғырҙы нисек кисерәсәген белергә була. Бында асфальтта колея барлыҡҡа киләсәк ваҡытты билдәләү өсөн Германияла сығарылған махсус ҡорамал да бар. Ғөмүмән, белгестәр юл төҙөлөшөндә ҡулланылған бөтә материалдарҙың да сифатын һынау мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, лабораторияла башҡарылған бөтә тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре дөйөм архивҡа тупланып бара.
Беҙҙең иғтибарыбыҙҙы бер яҡ ситтәрәк ятҡан Германия асфальтының өлгөһө йәлеп итте. Әммә, етәксе белдереүенсә, сит илдәрҙәге талаптар беҙҙекенән айырыла. Өфө юлдарына, хәйер, ошо асфальттың сифатына тиңләшеү өсөн камиллашаһы ла камиллашаһы әле. Ләкин немецтарҙыҡынан ҡалышмағандары ла юҡ түгел. Тимәк, әгәр ошондай лабораториялар һөҙөмтәле эшләһә, тиҙҙән беҙҙең юлдар ҙа сит илдәге кеүек йылдар дауамында көҙгөләй ялтырап ятасаҡ.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә