Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа
Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа“Бала тыуғанда дәүләт тарафынан бер тапҡыр бирелеүсе финанс ярҙамын нисек алырға?”

– Был хоҡуҡты ата-әсәнең береһе (йәки опекун) файҙалана ала. Быйыл бер тапҡыр бирелеүсе пособие күләме 13087,61 һум тәшкил итә. Әгәр игеҙәктәр тыуһа, матди ярҙам һәр балаға айырым күрһәтелә.
Уны Социаль страховка фонды сығымдары иҫәбенән эш урынында алырға мөмкин, ә эшләмәгән йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған ата-әсәгә федераль бюджеттан халыҡты социаль яҡлау идаралығында түләйҙәр.
Пособиены юллау өсөн бала тыуғандан һуң алты ай эсендә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Документтарҙы йыйып тапшырғас, ун көн эсендә матди ярҙамды алырға тейешһегеҙ.

***
“Әсәгә бала тәрбиәләгән осорҙа федераль бюджеттан түләнеүсе пособиены алыу тәртибен аңлатһағыҙ ине”.

– Бала тәрбиәләүгә бәйле ялда булған осорҙа дәүләттән финанс ярҙамы алыу хоҡуғынан эшләгән йәки уҡыған осраҡта ла мотлаҡ файҙаланасаҡһығыҙ. Сабый тыуған көндән башлап йәш ярымға еткәнсе һеҙгә пособие түләйәсәктәр.
Әгәр ҙә рәсми декрет ялында булһағыҙ, түләүҙәр уртаса эш хаҡының 40 процентынан сығып иҫәпләнәсәк. Әммә ул тәүге сабый өсөн – 2453,93, ә икенсе һәм артабанғы балаға 4907,85 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Пособиеның иң юғары кимәле – айына 16241,14 һум. Әгәр әсә эшләмәй икән, уға ай һайын тәүге бала өсөн – 2453,93 һум, икенсе һәм артабанғы сабыйҙы тәрбиәләгәнгә 4907,85 һум күләмендә аҡса түләнә.
Пособие алыу өсөн ғариза, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы (күсермәһе) кәрәк. Әгәр ҙә бүтән балаларығыҙ булһа, уларҙың да тыуыу тураһындағы таныҡлығы (күсермәһе) талап ителә. Ирегеҙҙең эшләгән йәки уҡыған урынынан уның бала тәрбиәләү буйынса ялдан файҙаланмауы һәм айлыҡ пособие алмауы тураһында белешмә алырға онотмағыҙ.
Әгәр ата-әсәнең икеһе лә эшләмәй ҙә, уҡымай ҙа икән, йәшәгән урындарындағы халыҡты социаль яҡлау органынан пособие алмауҙары тураһында белешмә кәрәк буласаҡ.

***
“Әсәлек капиталын алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?”

– Бөтә тейешле документтарығыҙҙы туплап, Пенсия фондының территориаль бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Әсәлек капиталы сертификаты 2007 йылдың 1 ғинуарынан икенсе һәм артабанғы сабыйын тапҡан әсәләргә бирелә. 2013 йылдан ул 408 960,50 һум тәшкил итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә