Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Коммуналь хеҙмәттәр хаҡы нисек һәм ниңә үҙгәрә?
1 июлдән бөтә төбәктәрҙә лә электр энергияһына, газға, йылылыҡ һәм һыуға тарифтар уртаса 12 процентҡа артты. Индексация ғинуарҙа түгел, ә йыл уртаһында яһалды. Был граждандарға йыл буйынса йыйылма коммуналь түләүҙе 6-7,5 процент кимәлендә ҡалдырыу мөмкинлеген бирә.

Электр менән газға түләү йыйылма түләүҙәр структураһында өҫтөнлөк иткән муниципаль берәмектәрҙә коммуналь хаҡтарҙың 1 июлдән 15 процентҡа тиклем артыуы мөмкин. Инфраструктураһы Рәсәй төбәктәре милкенә йәки муниципаль милеккә тапшырылған хәрби ҡаласыҡтарҙа, шулай уҡ былтыр декабрҙә тарифтар уртаса кимәлдән ике тапҡырҙан да түбәнерәк булған биләмәләрҙә түләүҙең ҡырҡа артыуы ихтимал.
Коммуналь өлкәләге тариф көйләүе системаһы федераль кимәлдә артымдың иң юғары һәм иң түбән индекстарын билдәләүҙе күҙ уңында тота. Аныҡ дәүмәлде, йәғни йылылыҡҡа, яҡтылыҡ, һыу һәм газға иң сикке тарифты һәр төбәктең власть органдары үҙҙәренең норматив акттары менән билдәләй. Федераль күрһәткестәргә таянып, улар коммуналь хеҙмәт күрһәткән һәр предприятие өсөн тарифты раҫлай, аныҡ биләмәне ресурстар менән тәьмин итеү үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә ала.
Коммуналь хеҙмәт өсөн түләү бик күп факторҙарға бәйле. Уларға йорттоң ҡасан һалыныуы, нисә ҡаттан тороуы, төҙөкләндерелеү дәрәжәһе, күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәт, уртаҡ йорт һәм шәхси иҫәп-хисап приборҙары инә. Әгәр ундай прибор юҡ икән, түләү төбәк власть органдары тарафынан ҡаралған ҡулланыу нормативы буйынса билдәләнә.
Коммуналь хеҙмәткә түләү күләме уның менән тәьмин итеүсегә лә бәйле. Тарифтар тейешле ресурсты етештереү буйынса сығымдарға бәйле һәр тәьмин итеүсе ойошма өсөн айырым билдәләнә. Тимәк, төрлө ойошмаларҙа сығым күләме лә төрлөсә, ул селтәр киңлеге, ҡорамалдың энергияны файҙаланыу күләме, уны етештереү алымы, файҙаланылған яғыулыҡ төрө, уның хаҡы, ҡулланыусылар һаны менән бәйле. Шуға күрә тарифтар һәм түләүҙәр дәүмәле араһында ла айырмалыҡтар күҙәтелә.
Тормошсан мөһим коммуналь хеҙмәттәр барыһы өсөн дә асыҡ булырға тейеш. Ошо маҡсатта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Ғаиләнең йәки яңғыҙ йәшәгән кешенең йыйылма килемендә коммуналь сығымдар 22 проценттан арта икән, социаль яҡлау органдарына субсидия һорап мөрәжәғәт итергә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү йәһәтенән дәүләт ярҙамы алырға мөмкин.
Ил Президентының ҡарарына ярашлы, киләһе йылдан башлап инфраструктура монополияларының тарифтар үҫеше инфляция кимәле менән сикләнәсәк. Бындай тәртип биш йылға билдәләнә. Хөкүмәт тейешле параметрҙарға тап килгән һәм халыҡ өсөн уңайлы булған ахырғы хаҡты нығытып, иҫәп-хисап механизмын эшләйәсәк. Тарифҡа бәйле ҡарар ҡабул ителгәндә ҡулланыусыларҙың фекере мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Дәүләт көйләүенең асыҡлығын арттырыу маҡсатында Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт, инфраструктура монополиялары һәм төбәктәрҙәге энергетика комиссиялары ҡарамағында ҡулланыусылар советы ойоштороласаҡ.


Автор: Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә