Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы дуҫтар табырға өмөтләнәбеҙ
Яңы дуҫтар табырға өмөтләнәбеҙЙәйге миҙгелдең мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың беҙгә хәбәр ебәреп тороуы һөйөндөрә. Республиканың төпкөл төбәктәренән килгән яҙмаларҙан күренеүенсә, авторҙарыбыҙ араһында илһөйәр, уңған, матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр бик күп.

Тәүге хатҡа күҙ һалайыҡ. Салауат районынан Ирина Нуриева ғүмерен ерҙәге иң изге һөнәргә бағышлаған Әлиә Ишбулдина хаҡында яҙа: «Әлкә ауылында донъяға килгән ул. Малаяҙҙағы мәктәп-интернатты тамамлағас, тыуған ауылында өлкән пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлаған (һүрәттә). Бөгөн ул — райондың абруйлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе. Тәжрибәле педагог ижади ҡарашлы булыуы, эшендә алдынғы алымдарҙы киң ҡулланыуы, балаларға әхлаҡи тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлеүе менән айырылып тора. Бар булмышы менән сағыу мөғәллимә улы Айнур менән ҡыҙы Айгөлгә хәстәрлекле әсәй, дуҫтарына — ярҙамсыл, тоғро иптәш. Яратҡан шөғөлдәре — сәйәхәт итеү, сәскәләр үҫтереү, аш-һыу әҙерләү. Буш ваҡытында район, республика гәзиттәренә мәҡәләләр яҙа, уҡыусыларының ижадынан тупланмалар әҙерләй». Ошондай күркәм гәзитебеҙҙең дуҫтары булыуы беҙгә лә ҡыуаныс.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Сәмиғулла Батыршиндың хаты иһә гәзиткә яҙылыуҙың йылдан-йыл ҡиммәтләнеүенә ишаралай.
«Башҡортостан» гәзитен 1951 йылдан бирле өҙлөкһөҙ алдырам. Бөтә мәҡәләләр менән танышам. Тик шуныһы: барлыҡ әйбергә хаҡтарҙың артыуы борсоуға һала. Ҡайҙа икән 1960 йылдағы хаҡтар?! Икмәк — 20 тин, һөт — 24 тин, ит 2 һум 50 тин тора ине…» — тип борсола уҡыусыбыҙ.
Сираттағы хат юлдарының авторы — Ейәнсура районының Сирғол ауылынан Мәрйәм Батталова. «Мөғжизә бар икән ул донъяла! Уйламағанда, хыялда ла булмаған сәйәхәт насип итте миңә. 2013 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу башланғас та, гәзит-журнал алдырыуҙы хәстәрләп ҡуйҙым. Уйынлы-ысынлы, «ятып ҡалғансы, атып ҡал» тигәндәй, квитанциямды ебәрҙем дә оноттом. Бер көн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһынан шылтыратып, путевка отоуымды хәбәр иттеләр. Шатландым да, ғорурландым да, дөрөҫөн әйткәндә, ҡурҡып та ҡалдым. Ундай мөмкинлек бер генә була тип, кәңәшләшкәндән һуң, путевканы Мысырҙан Төркиәгә алмаштырып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттым», — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан гәзит уҡыусыбыҙ.
Йәрмәкәй районынан әүҙем авторыбыҙ Әнүәр Сөләймәнов: «Райондың Райман, Абдулла, Яңы Йәрмәкәй ауылдарында һәйкәл-обелисктар асылды, — тип хәбәр итә. — Уларҙың һул яғында — фронтҡа киткән ауылдаштарҙың, икенсе яғында Еңеү яулап ҡайтҡандарҙың исемлеге мәрмәр ташҡа уйып яҙылған. Үкенес, бер ауылдан 145 яугир тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмаған». Шулай уҡ автор йырлы-моңло Йәрмәкәй ерендә үткәрелгән Әбүзәр Әбүҙғәлиев исемендәге «Уйна, гармун!» конкурсы хаҡында ла яҙып ебәргән. «Был байрам киләсәктә лә ойошторолоп, талантлы яҡташыбыҙҙың яҡты рухы беҙҙең күңелдәрҙе йылытып торһон», — тип тә теләгән.
Бүздәк районының Уран ауылынан Сания Шәрипова иһә былай тип яҙа: «Күптән түгел ауыл Советы эргәһендә үҙенсәлекле байрам сараһы уҙҙы. Төрлө төбәктән ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар килде. Барлығы 500-гә яҡын бала көн дауамында рәхәтләнеп ял итте, күңел асты, уйындарҙа ҡатнашты, бер-береһе менән танышып, дуҫлашты».
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан Сәйҙә Сәйәхова ауылдарында Рөстәм Шаһыбалов, Заһир Иҫәнсурин, Венера Рәхмәтуллина, Рита Өмөтбаева ҡатнашлығында үткән концерттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша: «Йыр-моң күңелдәрҙе арбаны. Концертҡа килмәгәндәр үкенеп бөтә алманы. Милли көйҙәребеҙҙән, бейеүҙәребеҙҙән йәшәүгә көс алыуға ни етә, матур тамашаларға йөрөйөк», — тип өндәшә хат авторы ауылдаштарына.
Белорет районының Манышты ауылынан әүҙем авторыбыҙ Нурулла Миһрановтан килгән хат юлдарынан күренеүенсә, уға күптән түгел Өфө ҡалаһындағы Хәрби ветерандар госпиталендә ятырға тура килгән. «Бында үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр генә эшләй, — тип башлаған һүҙен Нурулла Мөхөтдин улы. — Биналар таҙа, һәйбәт ашаталар. Һәр бүлмәлә — радиоалғыс, ашханала — телевизор. Гәзит-журнал көн дә тиерлек килә. Һәр секцияла алып уҡырға китаптар бар. Бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә ауырыуҙарға йылы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт».

Хөрмәтле дуҫтар! «Ялыу кенәгәһе»ндә һеҙ йәшәгән төбәк халҡын борсоған һәм күптән хәл ителмәгән мәсьәләләр тураһында мәғлүмәт донъя күрһен тиһәгеҙ, 272-35-11 телефонына йәки гәзитебеҙҙең электрон адресына (bashgazet@mail.ru) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һеҙ күтәргән көнүҙәк мәсьәлә республика, ҡала һәм район етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ. Әлбиттә, урынлы ялыуға төплө яуап та булыр. Һеҙҙән хат-хәбәр, шылтыратыуҙар көтәбеҙ!
Уҡытыусылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булған «Асыҡ дәрес», яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың фекерен еткергән «Әҙип һүҙе», файҙалы үҫемлектәр тураһында «Баһития», шулай уҡ «Халыҡ тауышы» рубрикаларына, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан иғлан ителгән «Башҡортостан — ғәзиз ерем», оҫта ҡуллы замандаштарыбыҙ хаҡында «Һөнәрмән», шулай уҡ «Ҡәләмгир» конкурстарына эштәрегеҙҙе тәҡдим итегеҙ. Яңы дуҫтар өҫтәлер тигән өмөттәбеҙ.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә