Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нур таратыр иман йорто
Нур таратыр иман йортоДәүләтшиндәрҙе тыуған ауылдары Истәктә генә түгел, бөтөн Яңауыл районында ла яҡшы беләләр.

Ғаилә башлығы Һаҙый ағай уҙған быуаттың 30-сы йылдарында тырыш хеҙмәте менән билдәлелек яулай, аҙаҡ махсус курс тамамлап, колхозда агротехник булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән фронтҡа алына, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында данлы хәрби юл үтә, орден-миҙалдарға лайыҡ була. Тыныс тормош башланғас, яңынан үҙ һөнәренә тотона, хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған ҡырҙарында иген үҫтерә.
Һаҙый ағай ҡатыны Фәғилә Кәрим ҡыҙы менән ун балаға ғүмер биргән. Уларҙың иң олоһо — 1932 йылғы Нәҡиф — хәрби осоусы була, улы Игорь атаһы юлын һайлай. Ҡораллы Көстәрҙә офицер булып хеҙмәт итә, афған һуғышында һәләк булып ҡала. Яңауыл ҡалаһының бер урамына уның исеме бирелгән.
Дәүләтшиндәрҙең ун балаһының икәүһе баҡыйлыҡҡа күскән, ҡалғандары имен-аман ғүмер итә. Илебеҙҙең төрлө тарафында көн күрә улар, эшләгән һәм йәшәгән урындарында абруйлылар, ата-әсәләре рухына тап төшөрмәйҙәр. Ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән, етенсе тиҫтәһен ваҡлаған Борис ағай бар туғандары араһында ла ихтирамлы. Нефтекама ҡалаһында йәшәгән уҙаман “ТВ-Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә уңышлы етәкселек итә.
Ул уҙған быуаттың 90-сы йылдарында республикала беренселәрҙән булып күптәр өсөн таныш булмаған эшкә тотона һәм уны уңышлы атҡарып сыға. Нефтекамала, ҡалаға ҡараған Энергетик һәм Әмзә ауылдарында, Яңауыл ҡалаһында, Ҡалтасы районының Красный Холм һәм Ҡалтасы ауылдарында кабелле телевидение үткәрә. Төньяҡ-көнбайыш төбәктең ошо ҡала һәм ауылдары халҡы бөгөн зәңгәр экрандан 70-тән артыҡ канал тапшырыуын ҡарай һәм Борис Дәүләтшингә, ул ойошторған “ТВ-Маяҡ” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерә…
Ир-уҙаман тыуған ауылы Истәк халҡын тағы ла бер изге эше менән ҡыуандырҙы. Күптән түгел бында Борис Һаҙый улы төҙөткән мәсет асылды. Ҡәһәрле ауырыу яҡты донъянан иртә алып киткән улының иҫтәлегенә “Йәмил” исемен биргән ул иман йортона. Мәсет Фәғилә менән Һаҙый Дәүләтшиндәрҙең өйө торған ихатала һалынған, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Бының ысынлап та шулай икәнлеген тантанала сығыш яһаған район етәкселеге вәкиле лә, дин әһелдәре лә, ауылдың төрлө быуын кешеләре лә айырым билдәләне.
Нур таратыр иман йортоТарихтан күренеүенсә, мәсеттәр элек-электән халыҡтан йыйылған аҡсаға йә иһә ауылдың хәллеләре иҫәбенә төҙөлгән. Ошондай сауаплы эш башҡарыусылар, әлбиттә, оло рәхмәткә лайыҡ. Был йәһәттән Борис Һаҙый улы, уның башланғысын дәррәү күтәреп алған Дәүләтшиндәрҙең барлыҡ туған-тыумасаһы ауылдаштарынан күп йылы һүҙ ишетте. Мәсет асыу тантанаһы истәктәр өсөн оло байрамға әйләнде. Салт аяҙ йәйге көндә йыраҡ-йыраҡтан ҡайтҡан ауылдаштар менән осрашыу, Истәккә матурлыҡ өҫтәп ҡалҡҡан иман йортона тәүге тапҡыр аяҡ баҫыу, унда доғалар уҡыу, ғибәҙәт ҡылыу хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр.
— Был эшкә дәртләнеп тотондом, — тип һөйләй Борис Һаҙый улы. – Барлыҡ туғандарым башланғысымды хупланы. Эште бер йыл да ун биш көндә теүәлләнек. Күңел биреп, ихлас шөғөлләнгәс, төҙөлөш ыңғай барҙы, әллә ни ауырлыҡ булманы. Йәлеп ителгәндәрҙең барыһы ла үҙ эшен яҡшы башҡарҙы. Атай-әсәйемдең, улымдың рухы хөрмәтенә ауылдаштарыма күркәм иман йорто бүләк иттек. Бының менән үҙем дә, ғаиләм дә, бөтә туғандарым да бик ҡәнәғәт. Мәсет ишеге барыһына ла асыҡ. Кеше өҙөлмәһен ине унан – теләгебеҙ шул.


Автор: Ансар Нуретдинов, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе. Яңауыл районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә