К.Ф. Смирнов тураһында фекеремде тамамлап, түбәндәгене әйткем килә: 1965 йылда ул Өфөгә килде һәм Башҡортостан археологтары тарафынан йыйылған табышты тикшерҙе. Шул саҡтағы осрашыуҙарҙың береһендә үҙемде күптән борсоған һорауымды уға бирергә баҙнат иттем. “Константин Федорович, боронғо яҙма документтарҙа савроматтар һәм сарматтар Азов диңгеҙе, Дон буйҙарында йәшәгән халыҡ тип әйтелә, ниңә һеҙ һәм бөтә археологтар уларҙы Көньяҡ Уралда көн иткән тип яҙаһығыҙ?” — тинем. Ул ваҡытта мин йәш, Константин Федорович алдында малай ғына инем. Беҙҙең арала бәхәс китте. Шул саҡ уның 1964 йылда Мәскәүҙә баҫылған ҙур күләмле “Совраматы. Ранняя история и культура сарматов” тигән китабын биреп, автографын һораным. Остазым үҙенең китабына “Дорогому Ниязу — помните савроматов, они и в Башкирии были. К.Ф. Смирнов” тип яҙып ҡуйҙы.
Тарихи документтарҙан күренеүенсә, яйыҡтар — башҡорт халҡының иң боронғо нәҫеленән, ләкин туранан-тура ҡан-ҡәрҙәш олатайҙарыбыҙ.
Башҡорт халҡының бөйөк фольклор ҡомартҡыһы “Урал батыр”ҙа, Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш һәм Һаҡмар ағалы-энелеләр, Урал батырҙың улдары итеп күрһәтелә. Урал батыр үлгәндән һуң Урал тауҙарында йәшәгән кешеләр, ҡош-ҡорт һыуһыҙ йонсой башлаған.
Эпоста әйтелгәнсә, тауҙарҙы булат ҡылыс менән ярғандан һуң барлыҡҡа килгән дүрт йылғаны Уралдың улдары хөрмәтенә Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш һәм Һаҡмар тип атағандар.
Минең уйлауымса, “Урал батыр” эпосын яйыҡтар, атап әйткәндә, улар араһынан сыҡҡан үтә белемле, поэтик оҫталығы булған шағирҙар тыуҙырған. Эпостың йөкмәткеһенән күренеүенсә, улар Урта Азия, Яҡын Көнсығыш (Иран, Ираҡ, Сүриә, Мысыр, Византия) илдәрендә йәшәгән халыҡтарҙың көнкүрешен, рухи донъяһын, дини-философик әҙәбиәтен, тарихын бик яҡшы белгән. Был күренештәр эпоста Уралдың Ҡатил, Ҡәһҡәһә батшалыҡтарына сәйәхәт ҡылып, уларҙағы мифик геройҙар менән көрәшеп еңеүенән асыҡ һүрәтләнә. Ундай сюжеттар Урта Азия, Яҡын Көнсығыш халыҡтарының уртаҡ эпосы булған “Авеста”ла тулыһынса сағыла, шуға күрә “Урал батыр”ҙың ошо әҫәр йоғонтоһонда барлыҡҡа килгәне иғтибарҙы йәлеп итә. Ике эпос араһындағы айырма шунда: “Урал батыр”ҙағы ваҡиғалар — Уралда, ә тегенеһендә көньяҡ илдәрҙә бара. Дөйөмләштереп әйткәндә, “Урал батыр” — Урал шарттарына ҡулайлаштырылған бөйөк героик әҫәр. Уның яйыҡтарҙа тыуҙырылыуы шик ҡалдырмай.
Тарихи сығанаҡтарҙа был фекерҙе раҫлаған мәғлүмәттәр байтаҡ. Мәҫәлән, яңы эраға тиклемге III быуатта йәшәгән Ҡытай тарихсылары Урал тауҙарында урынлашҡан Янь тигән легендар илде белә. Был ил хәҙерге Урта Азиялағы Азов диңгеҙе һәм Амударъя йылғалары буйында урынлашҡан ҙур майҙанды, шул иҫәптән хәҙерге Ҡазағстандың көньяҡ райондарын биләгән. Кангюй исемле ҙур дәүләттең составына ингән айырым өлкәне тәшкил иткән. Кангюйҙың сәйәси үҙәге Амударъя йылғаһының түбәнге ағымы буйындағы тиҫтәләгән ҙур ҡалала урынлашҡан. Улар кирбестән эшләнгән, бейеклеге 30-40 метр саҡрымдарға һуҙылған ҡоролмаларҙан торған; хандар йәшәгән бина стеналарында төрлө буяу менән эшләнгән һүрәттәр һаҡланған. Донъя фәне был ҡоролмаларҙы тимер быуат башында, яңы эраға тиклемге VIII — VI быуаттарҙан беҙҙең эраның VII — VIII быуаттарынаса булған цивилизация күренешенең иң үҫешкән өлгөһө тип баһалай.
Юғарыла телгән алынған ҡытай тарихсылары, Янь иле ошо Кангюй иленән бер нисә мең саҡрым төньяҡта урынлашҡан, тип яҙа. Хәҙерге заман ғалимдарының берҙәм фекере буйынса, был легендар Янь иле Көньяҡ Уралда урынлашҡан һәм улар йәшәгән ҡәбиләләр Кангюй хужаларына сысҡанға оҡшаған хайуандарҙың тиреһе менән һалым түләгән. Әле әйтелгән мәғлүмәт ошо ваҡытта Уралда йәшәгән яйыҡтарҙың Кангюй дәүләтенең сәйәсәтенә буйһоноуы тураһында һөйләй, ә был инде — яйыҡтарҙың үҙ илендә (Уралда) идара итеүсе (ойоштороусы) дәүләт ойошмаларының булыуына ышаныслы дәлил.
Хәҙер беҙ ошо Кангюй дәүләтенең йоғонтоһо арҡаһында Урал, хатта Урал-Волга биләмәһендә үҫеш алған үтә мөһим иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙгәрештәрҙе күҙ алдына баҫтыра алабыҙ. Был мөмкинлек ошо ҙур территорияла беренсе булып төҙөлгән меңдән ашыу ҡаласыҡ-нығытманың барлыҡҡа килеү тарихына бәйләнгән. Улар йылға, күлдәрҙең яр буйҙарындағы бейек һәм текә морондарҙа, тау баштарында эшләнгән; ярҙар дошмандың баҫып инеүенән һаҡлаһа, ялан яғынан бер нисә, хатта 5-6 бейек ҡойма һәм тәрән соҡор булған, ә ҡапҡалары махсус ҡоролмаларҙан эшләнгән. Археология фәнендә был ҡәлғә-ҡоролмаларҙың Евразияның дала-урманлы зоналарында тимер быуат баштарында барлыҡҡа килгәне ХVII — ХVIII быуаттарҙан бирле билдәле ине, ә бына хәҙер килеп уларҙың Урал-Волга яҡтарында Кангюй дәүләтенең әүҙем йоғонтоһо арҡаһында төҙөлгәнен беҙ ышаныслы раҫлай алабыҙ.
Түбәндәге фекерҙе Урал-Волга археологияһында башлап миңә әйтергә тура килде. Уның сере шунан ғибәрәт: 60 йыл рәттән археологик экспедицияларҙа йөрөгәндә, һәр ауылға, мәктәпкә, колхоз идараһына инеп, урында археологик ҡомартҡыларҙың, ғөмүмән, боронғо әйберҙәрҙең табылыуы тураһында һорашып йөрөнөм, был йыш ҡына мөһим асыштар яһарға ярҙам итә ине. Шулай, 1956 — 1957 йылдарҙа уҡ ошондай һөйләшеү ваҡытында ерле башҡорттарҙың ҡала-тау, хан-ҡала тигән исемле урындарҙы белеүен асыҡланым, ул ерҙәрҙе барып тикшергәндән һуң боронғо ҡаласыҡ-ҡәлғәләрҙең емереклектәрен һәр ваҡыт таба инем. Көньяҡ Уралда ошондай урындарҙың дөйөм һаны утыҙға яҡын. Ҡала-тау исемдәрен йөрөткән ҡомартҡылар Татарстан, Урта Волга яҡтарында ла осрай. Шуныһы ҡыҙыҡ: Урал-Волга биләмәһендә ошондай ҡаласыҡтарҙың һаны меңдән ашыу, тик уларҙың утыҙлағаны ғына фәнгә ҡала-тау, хан-ҡала исеме менән билдәле. Минең фекерләүем буйынса, бөтә ҡалған ҡаласыҡтар ҙа элек ҡала-тау һәм хан-ҡала исеме менән йөрөтөлгән, һәм был ерҙәр ерле халыҡтың хәтерендә хәҙер ҙә ошо исем менән һаҡланыуы мөмкин, тик ул ҡомартҡыларҙы беренсе булып асыусылар һәм тикшереүселәр археологтар тарафынан билдәләнмәгән. Уның сәбәбе — беренсе тикшереүселәрҙең урындағы халыҡ менән мөнәсәбәткә инмәүелер.
Ә фәнни яҡтан ҡала-тау, хан-ҡала исемле үтә ҡатмарлы ҡәлғә-ҡаласыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе бик мөһим фәнни әһәмиәткә эйә. Ер шарының тик Иран, Үзбәкстан территорияһында ғына ла исемендә ҡала һүҙе булған 20 меңдән ашыу топонимик атама һаҡланған. Мәҫәлән, Кой-Ҡырылған-ҡала, Джанбас-ҡала, Бөркөт-ҡала һ.б. Ысынбарлыҡта улар тирә-яғы кирбестән, балсыҡтан эшләнгән бейек ҡоймалар (стеналар) менән уратып алынған ҡаласыҡ-нығытмаларҙан тора; улар иҫәбенә Кангюй дәүләтенең ғорурлығы булған бөйөк ҡалалар ҙа инә. Урал-Волга буйҙарында ошо ҡаласыҡтарҙың Кангюйса исемендә ҡала һүҙе менән аталыуы (ҡала-тау, хан-ҡала) минеңсә, һис шикһеҙ ул ҡоролмаларҙы Боронғо Кангюй дәүләтенең әүҙем ҡатнашлығы һәм сығышы менән ошо көньяҡтан килгән яйыҡ ҡәбиләләре тарафынан эшләнелеүен иҫбатлай. Башҡаса был тарихи күренеште ышандырырлыҡ итеп аңлатыуы ҡыйын. Әлбиттә, ҡала-тауҙарҙы төҙөгәндә урындағы башҡа ҡәбилә төркөмдәренең ҡатнашҡанлығын да онотмайыҡ, ләкин был яңылыҡ, исемдәренә ҡарағанда, Кангюй дәүләтенең Урал-Волга ҡәбиләләренә булған ҙур йоғонтоһо икәнлеген күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Төҙөлөшө яғынан ҡатмарлы, күп көс талап иткән йөҙәрләгән ҡаласыҡтың барлыҡҡа килеүе Урал-Волга биләмәһендә йәшәгән ҡәбиләләрҙең тормошонда мөһим сәйәси, иҡтисади яңылыҡтар булыуы тураһында һөйләй. Һис шикһеҙ, ул ҡаласыҡтар ырыу-ҡәбилә башлыҡтары йәшәгән сәйәси, мәҙәни һәм иҡтисади, сауҙа үҙәге булған, ә ҡайһы берәүҙәре урындағы тәүге дәүләти ойошмаларҙың баш ҡалаһына ла әйләнеп киткәндер. Элекке, йәғни баҡыр-еҙ быуатында булған примитив тормошҡа ҡарағанда, был мөһим яңылыҡтар яйыҡтарҙың һәм уларҙың күрше замандаштарының тарихи үҫешендә яңы үрҙәргә күтәрелеүе тураһында һөйләй.
Яйыҡтарҙың хәҙерге башҡорттар менән ҡан-ҡәрҙәшлеген иҫбатлай торған тағы бер мәҙәни мираҫын билдәләп үтеү уңайлы булыр ине. Улар Яйыҡ тигән һүҙҙең ырыу һәм шул уҡ ваҡытта топонимик исем рәүешендә хәҙер ҙә ҡулланылыуынан тора. Был мәғлүмәттәрҙе Башҡортостандың билдәле тел белгестәре, фән докторҙары С.Ф. Миржанова һәм А.А. Камалов үҙҙәренең фәнни командировкалары ваҡытында йыйған. Улар тарафынан шундай ҡыҙыҡ күренеш асыҡланған. Башҡортостандың дүрт (Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Стәрлетамаҡ) һәм Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районында башҡорттар тарафынан 22 урында яйыҡ һүҙе йә ошо атама ҡатнашлығында (яйыҡ, ҫубый, яйыҡ ҫыбы мең, яйыҡ ҫебен) топонимик исемдәр ҡулланыла. Ғалимдар үҙ хеҙмәттәрендә был миҫалдарҙа “яйыҡ” һүҙе ырыу исеме мәғәнәһендә ҡуллана, ләкин шул уҡ ваҡытта уларға топоним исеме мәғәнәһе бирелгән. Һис шикһеҙ, был миҫалдар Геродот-Птолемейҙар заманында йәшәгән яйыҡтарҙың хәҙергә тиклем башҡорттар хәтерендә һаҡланып ҡалыуы, улар араһында туранан-тура олатайлыҡ-нәҫеллек мөнәсәбәттәренең булыуы тураһында һөйләй. Төйәләҫтәр — яйыҡтар төркөмөнә ингән беҙҙең боронғо олатайҙар.
(Дауамы. Башы 128-се һанда).