Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыналды, әммә һынманы
Әхмәт ауылы мәшһүр Урал тауы битләүендә, Һаҡмар йылғаһы буйында ята. Мәрүәс апай тап ошо хозур тәбиғәтле ерҙә тыуып үҫкән.

Ауыл мәктәбендә башланғыс белем ала, унан биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡырҙасҡа йөрөп уҡый ул. Әсәһе Бибиғәйшә апай ифрат бөтмөр ҡатын була: ауыр һуғыш осоронда быйма баҫырға ла, күлдәк, тун тегергә лә, кешеләргә мейес сығарырға ла өлгөрә — балаларҙы ҡарарға кәрәк бит.
Был осорҙа ауыл халҡы яҙҙан көҙгә ҡәҙәр күберәк үлән аҙыҡтары менән йән аҫрай. Мәрүәс апайҙарҙың йортоноң сарҙағы баулап эленгән мышар, балан тәлгәштәренән, артыш, ҡарағаттан өҙөлмәй. Тырыш хужабикә баҫҡан быймаларҙы кейеп, ауырығанда ул әҙерләгән эремсек һыуы, киптерелгән емеш-еләк, үлән менән дауаланып үлемдән ҡалған бала-саға, буй еткергәс, оло йөрәкле Бибиғәйшә апайға рәхмәт әйтергә онотманы.
Зирәк Мәрүәс апай бәләкәй сағынан уҡытыусы булырға хыяллана, әммә уҡыу таныҡлығын тик "бишле" билдәләре биҙәгән ҡыҙҙы малсылыҡ фермаһына лаборант итеп эшкә ҡушалар. Шул ваҡытта яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә Мәрүәс апайҙың: ялан яғы егете, шаян, үткер Арыҫлан ағай менән осраша.
Арыҫлан ағайҙың атаһы — Башҡорт кавалерия дивизияһында пулеметсы булған Садиҡ Вәлиев — һуғыш яраларынан оҙаҡ йәшәй алманы. Яңғыҙ ҡалған ҡәйнәһе менән ифрат татыу булды Мәрүәс апай, уны үҙ әсәһеләй яҡын күреп, кәңәштәрен тыңлап, ҡәҙер-хөрмәттән айырманы. Ғөмүмән, Вәлиевтәрҙең йәш ғаиләһе Тәпән ауылында иң һоҡланғыс пар булды, тип әйтһәм, яңылышмамдыр. Үҙҙәренә оҡшап береһенән-береһе матур алты балаға ғүмер бирҙеләр. Әммә Хоҙай Тәғәлә төрлө һынауын ебәреп кенә тора шул: кинйә ҡыҙҙары Ғәлмиәгә ике ай ғына саҡта, ғаилә башлығы ҡапыл баҡыйлыҡҡа китеп барҙы...
Мосолман ҡатындарына хас сабырлыҡ менән күтәрҙе был ҡара ҡайғыны Мәрүәс апай. Үҙен тотошлай балаларына арнаны. Уларҙы ҙур тормошҡа ысын кеше итеп әҙерләү маҡсаты менән типте әсә йөрәге. "Баланы таба белгәс, баға ла бел" — Фатима өләсәһенең ошо һүҙҙәре уның күңелендә васыят булып уйылып ҡалған. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында атайһыҙ үткән бала сағында тормоштоң барлыҡ ауырлығын күргән Мәрүәс апай ғаиләһенә күңел йылыһын йәлләмәне, тырышып донъя көттө. Балалары ла әсәһенә ҙур терәк булды: мал-тыуарға аҙыҡ әҙерләште, йорт-ҡурала, баҡсала барлыҡ эште башҡарҙы, ат егеп, колхозға ярҙамға ла сыҡты. Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында еләк бешһә, йыйырға күмәкләп баралар: Ғәлиә, Ғайса, Хәйҙәр, Ғәлимә, Ғәлим, Ғәлмиә. Ҙур биҙрә тулғас, үҙҙәре туйғансы ашай, унан ҡаҙ бәпкәләре шикелле теҙелеп ҡайталар...
Мәрүәс апай мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Аҙ ғына аҡсаһына, әлбиттә, балаларын ҡурсаҡ шикелле итеп кейендерә алманы, әммә уларҙы һәр нәмәнең ҡәҙерен белергә өйрәтте, белемгә әйҙәп, дәртләндереп, ҡанатландырып үҫтерҙе. Аталарына оҡшап дәрте ташып торған малайҙары береһенән-береһе уҙҙырып гармунда уйнаны. Был йәһәттән айырыуса Ғайсаһы оҫта булды. Уйын ҡоралын әлегәсә ҡулынан төшөрмәй ул: дәртле лә, һағышлы ла гармун моңо алыҫ үҫмер сағына алып ҡайта, колхозға күмәкләп бесән әҙерләү, кәбән һалыу мәлдәрен, йәшлек шуҡлыҡтарын хәтеренә төшөрә.
Ғаиләлә иң өлкәне булған Ғәлиә, һигеҙ класты тамамлағас, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы "КамАЗ" заводына эшкә китте, шул ерҙә ғаилә ҡорҙо. Егәрле, тырыш хеҙмәткәр эшендә ҙур хөрмәт ҡаҙанды, яҡындары, дуҫтары араһында ла ихтирамлы.
Ғайса иһә, ауыл хужалығы институтын тамамлап, туған Калинин исемендәге колхозға етәкселек итте. Райондың ошо хужалығында ғына башҡорт тоҡомло аттар һаҡлап алып ҡалынды. Уларҙы үрсетеү маҡсатында Европа илдәренән килеүселәр ҙә булды. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, республикала колхоздар юҡҡа сыға башлаған осорҙа, Ғайса Вәлиев етәкселегендәге хужалыҡта малсылыҡ, игенселек, ҡошсолоҡ тармаҡтары уңышлы эшләне, уңайлыҡтар булдырылды. Колхозсылар етештергән ҡымыҙ һабантуйҙарға, башҡа төрлө урынға һатыуға сығарыла ине. Унан тынғыһыҙ, эшһөйәр Ғайсаны район хакимиәтенең ер комитетына етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай: Ғайса Арыҫлан улының коллективы республиканың юғары премияһына лайыҡ булды.
Өсөнсө бала Хәйҙәр ҙә Башҡортостандың ауыл хужалығы институтында белем алды, аҙаҡ Свердловск партия мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлап, яуаплы урындарҙа эшләне. Әле Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе йөгөн тартҡан Хәйҙәр Арыҫлан улының республика халҡы, ябай ауыл кешеләре мәнфәғәтендә башҡарған эштәрен һанап бөтөрлөк түгел.
Ғәлимә иһә — Магнитогорск ҡалаһындағы заводта алдынғы токарь. Совет осоронда коммунистик хеҙмәт ударнигы булып танылған, бихисап маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән хөрмәтле хеҙмәткәр ул.
Бишенсе бала Ғәлим, юғары юридик белем алып, райондың хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләне, подполковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Әле хаҡлы ялда.
Төпсөк ҡыҙ Ғәлмиә, хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, район хакимиәтенең мәғариф идаралығында инспектор булып эшләне, унан педагогик юлын Сибай ҡалаһында дауам итте.
Мул тормошта, затлы йортта үҫмәһәләр ҙә, һынатманы Мәрүәс апайҙың балалары. Ватанына тоғро хеҙмәт итеүҙән тыш, матур ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иттеләр. Әсә кеше өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы икән? Балаларына "кешене хеҙмәт кенә ысын кеше итә ала" тигән хәҡиҡәтте ныҡлы һеңдерә алған ябай ауыл ҡатынына һәйкәл ҡуйырлыҡ! Хәҙер алты бала — алты ғаилә — бер бөтөн булып ойошоп, мәрхүмә әсәләренең тәрбиә орлоҡтарын үҙ балаларына сәсә. Тимәк, йәш сағындағы уҡытыусы булыу хыялын тормошҡа ашырҙы Мәрүәс апай. "Халыҡ тәрбиәсеһе" тигән исем бирер инем уға. Бала бағыу, уларҙы илгә терәк булырҙай итеп үҫтереү, туғандарыңдың, яҡындарыңдың рухына тап төшөрмәйенсә йәшәү ошондай баһаға лайыҡ түгелме?


Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА. Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә