Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауыл сауҙаһына йән өрөүселәр
Ауыл сауҙаһына йән өрөүселәрРәүис Әбүзәр улы Хажиевтың ун йылдан ашыу етәкселек итеү дәүерендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте йылдам үҫеш кисерҙе. Әле район төп күрһәткестәр буйынса республикала — беренсе урында. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе тырыш белгестәр туплаған, табышлы тармаҡтарҙы үҫтерә, яңы технологияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, баҙар киңлектәрен яулауҙы йүнләй. Һуңғы йылдарҙа предприятиены төҙөкләндереүгә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға 25 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Икмәк етештереү буйынса Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте Башпотребсоюз селтәрендә беренсе урынды биләй.
Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова йәмғиәттә 30 йылдан ашыу эшләй, тиҫтә йыл инде икмәк комбинатын етәкләй. Бында бешерелгән ризыҡ менән тотош район тәьмин ителә, шулай уҡ көн дә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының 230 һатыу нөктәһенә оҙатыла. "Пятерочка", "Байрам" кеүек ҡеүәтле сауҙа селтәрҙәре ҡырмыҫҡалыларҙың продукцияһына өҫтөнлөк биреүе юҡҡа түгел. 2007, 2010, 2012, 2013 йылдарҙа комбинаттың бойҙай икмәге "Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары" һәм "Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары" конкурстары лауреаты булды. Бында икмәктең — ете, ҡаластың — һикһән, прәниктең ун төрөн етештерәләр. Алкоголһеҙ эсемлектәргә лә ихтыяж кәмемәй.
Ауыл сауҙаһына йән өрөүселәрЯңы икмәк комбинаты сафҡа ингәндән һуң эштәр тағы ла көйләнгән. Кирбес мейестә үҙҙәре әҙерләгән ҡомалаҡ сүпрәһе ҡушып бешерелгән икмәк һәр кемдең күңеленә хуш килде. Өс сменала эшләүсе оҫталар уны тәүлегенә 13 тонна етештерә. Район халҡы өсөн дә отошло: яңы эш урындары барлыҡҡа килде. Киләсәктә булка-ҡалас, кондитер изделиелары етештереүҙе тағы ла киңәйтмәкселәр. Кадрҙар етерлек: цех мөдире Земфира Әминева, технолог Лада Ванчева, икмәкхана мөдире Светлана Моратова, мастерҙар Гүзәл Ҡотлоярова, Аксинья Максимова күптән инде йәмғиәттең тәжрибәле белгестәре, алтын ҡуллы оҫталары булып танылды. "Тик шуныһы аптырата: ҡайһы бер намыҫһыҙ етештереүселәр беҙҙең брендты ҡулланып, сауҙаға сифатһыҙ тауар сығара. Ҡырмыҫҡалы икмәген яратыусыларға шуны әйтер инем, һатып алғанда башта етештереүсеһенең кем икәнен асыҡлағыҙ", — ти комбинат директоры Әлфирә Иҙрис ҡыҙы.
Ауыл сауҙаһына йән өрөүселәрЯңы йыл алдынан, район үҙәгенә йәм өҫтәп, "Уют" кафеһы асылды. Ул өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратып өлгөргән күңел асыу үҙәгенә әүерелде. Заманса биҙәлгән дүрт залда байрам, туй, юбилей тантаналары үткәреүгә теләүселәр сиратҡа бер нисә айға алдан яҙылып ҡуйған. Шунда уҡ бильярд залы, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелгән кафе яны майҙансығында фонтан да йәлеп итеп тора. Аш-һыу оҫталары Рәзинә Заһитова, Гөлфиә Теләүсина — ошо тармаҡта өс тиҫтә йылдан ашыу тәжрибә туплаған уңған белгестәр. Уларҙың тәмле һый-хөрмәте "Уют" кафеһының абруйын тағы ла арттыра. Әленән-әле баш ҡаланан оҫта ашнаҡсыларҙы саҡырып, аш-һыуҙы төрләндереп, яҡташтарына нәзәкәтле табын тәҡдим итә кафе уңғандары.
Ауылды тотоп тороусы мәктәп, балалар баҡсаһы, хужалыҡ тибеҙ. Шулай уҡ сауҙа булған урында ла йәшәү бар. Ауыл сауҙаһына йән өрөүсе кооператорҙарҙың тырыш хеҙмәте һәр саҡ юғары баһаға лайыҡ.

Ҡырмыҫҡалы районы.

p.s. снять комнату в уфе


Автор: Р. ВАҺАПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә