Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан
Баймаҡ районының Байым ауылында Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә инандырыр, изге доғаның көс-ҡөҙрәтенә ышандырыр сара булды.
Баймаҡтар был йыйынды бөйөк дин әһеле, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Байым ишан Динебәктең (1733—1816) тыуыуына 280 йыл тулыуға бағышланы. Үҙ яғында ғына түгел, бөтә башҡорт илендә танылған арҙаҡлы шәхес тураһында шағир Урал Мостафин ошолай тип яҙа:
Тоҡом ҡаның дауам итә,
Ҡанбабабыҙ, Байым ишан!
Вариҫтарың татыулыҡта,
Туғанлыҡта йәшәй, ышан.
Тыуған ерҙең һауаһынан,
Ер-һыуынан, йыр-моңонан
Йәшәргә көс, дәрт алабыҙ,
Беҙ бит Ишан тоҡомонан!
Быйылғы йыйын шағирҙың “Байым ишан нәҫеле туғанлыҡта йәшәй” тигән фекерен тағы бер ҡабат раҫланы һәм Байым ауылы халҡының татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәүен, Байым ишан нәҫелдәренең тырыш, сая, булдыҡлы булыуын ғәмәлдә күрһәтте. Сарала ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙе ололауға ҙур урын бирелгәйне. Үлән үҫкән ерендә үҫә, тиҙәр бит, республикабыҙҙың байтаҡ күренекле шәхестәре, башҡорт халҡының яҙмышы өсөн янып йәшәүселәр нәҡ ошо ауылдан сыҡҡан. “Байым ишан нәҫелдәре” тигән гәзит-плакатта был турала бай мәғлүмәт бирелә. Мәҫәлән, золом ҡорбаны Мөхтәр Әхмәтғәзе улы Байымовтың күренекле ғалим, шағир, тел белгесе, дәүләт эшмәкәре булыуын белдек. Ауыл халҡы юллап, мәшһүр шәхестең исемен Байым мәктәбенә бирҙерткән. Йыйын иһә Мөхтәр Байымов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Байрамдың төп идеологы, тыуған яҡ белгесе, “Байым ишан” китабы авторы Азамат Тажетдинов ине. Сарала уның улы — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов та ҡатнашты. Уларҙың да тамырҙары Байым ишандың Тажетдин тигән улына барып тоташа. Был турала Дәүләтбаевтар төҙөгән “Байым ишан” шәжәрәһендә теркәлгән.
Мәсеткә инеп намаҙ уҡығас, ишан ҡәберенә зыярат ҡылдыҡ, Ҡөрьән сүрәләренән аяттар уҡылды. Ирәндек тауының суйыр таштары менән кәртәләп алынған ҡәберлеккә матур итеп яҙылған яңы мәрмәр таш ҡуйылған. Был барса халыҡтың күңеленә хуш килде. Аллаһтың рәхмәте яуһын был изге эштәрҙе башҡарыусыларға.
Артабан ҡунаҡтар “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү өсөн һабантуй яланына йыйылды. Барыһы ла ҡәҙимгесә матур барҙы. Ауылдаштарҙың сығышы концерт номерҙары менән аралашты, лайыҡлыларға бүләктәр тапшырылды.
Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов:
— Эй, туғандар, сәселгән игендәр һарғая башланы, ямғыр яумай бит әле. Әйҙәгеҙ, бөгөн Аллаһтан ямғыр һорап, доға ҡылайыҡ, — тине.
Өйлә намаҙы еткәс, сәхнәнән ситкәрәк китеп, диндарҙар намаҙға баҫты. Йөҙләгән ир-ат (улар араһында йәштәр ҙә күп ине), ҡатын-ҡыҙ намаҙҙан һуң доғаларын уҡып, Аллаһтан ямғыр һорап ялбарҙы. Әллә ишан хәҙрәттәренең изге рухы булды, әллә юғары көс туғандарҙың берҙәмлеген, татыулығын хупланы, Аллаһы Тәғәләбеҙ ялбарып ямғыр һораусыларҙың теләген шунда уҡ ҡабул итте. Күп тә үтмәне, күк йөҙөн болоттар ҡаплап алды, бер аҙҙан яуа башланы. Яуын һибәләп кенә үтмәне, ерҙе туйындырғансы силәкләп ҡойҙо. Тирмәләргә, машиналарына инеп тулған кешеләр, ихлас теләктәрҙең нисек тиҙ ҡабул булыуына хайран ҡалды. Был хәлдән һуң күптәр намаҙға баҫыр, Аллаһтың барлығын, берлеген таныр тип ышанам.
Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан, тиҙәр. Йыйында туғандарҙың, ауылдаштарҙың берҙәм булыуы, бер-береһенә ярҙам итеп, бергәләшеп йәшәүе күренде. Был эштәрҙең башында Байым ишан исеме тора, тоҡомон уның изге рухы берләштерә. Бына ниндәй көс-ҡөҙрәткә эйә бит ул изгеләребеҙ рухы. Быуаттар үтеп киткәс тә халҡын Аллаһ ҡаршыһында яҡлай, бер йоҙроҡ итеп туплай, изге эштәргә дәртләндерә, рухи көс бирә.
Был йыйынды халыҡҡа дөрөҫ тәрбиә биреү өлгөһө тип атар инем. Йыл буйына бөтә ауыл менән ошо сараға эҙмә-эҙлекле әҙерләнеү, ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең дә был эшкә йәлеп ителеүе, китаптар, буклеттар, гәзиттәр сығарылыуы, һәр кемдең үҙен динебеҙ нисек өйрәтә (ихлас, әҙәпле, тәртипле, итәғәтле), нәҡ шулай тотоуы — былар барыһы Аллаһ риза булырҙай изге эштәр.
Башҡортостан картаһында Байым ауылы бер төймә хәтлем генә. Республикабыҙҙың һәр бер нөктәһендә ошондай йыйындар үткәрелһә, һәр бер төбәк үҙ изгеһен шулай ололоҡлаһа, изге дин юлына баҫып, үҙенә ни кәрәк, шуны Аллаһтан ялбарып һорарға өйрәнһә, иншалла еребеҙгә бәрәкәт, халҡыбыҙға иман, тормошобоҙға именлек ҡайтыр. Бөтә башҡорт иле сәскә атыр, бер туғандарҙай булып, гөрләтеп йәшәр, тигән өмөттә ҡалам. Амин.

Баймаҡ районы.


Автор: Лира ЯҠШЫБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә