Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ ниңә шулай түгел һуң?
“Башҡортостан” яҙмышы — һеҙҙең ҡулда” тигән тәрән йөкмәткеле, фәһемле мәҡәләне (2011 йыл, 18 ноябрь) уҡығас, бер нисә көн әсенеп, төп баҫмабыҙға вайымһыҙлыҡ күрһәтеүебеҙгә йөрәгем һыҙлап йөрөнө. Ысынлап та, “Башҡортостан” — республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп ижтимағи-сәйәси гәзите бит. Баҫманың тиражы йылдан-йыл кәмей, һәм уны әле үҙ аҡсаһына яҙылған 6,5 мең кеше генә алдыра. Быны мин бер биҙрә һыу янындағы тамсы кеүек күрәм.
Ә бит башҡорттар Рәсәйҙә 1,58 миллион тәшкил итә. 1973 йылда, ВЛКСМ-дың Ғафури райкомының беренсе секретары булған саҡта, Таллинн ҡалаһында Бөтә Союз конференцияһында ҡатнашырға тура килгәйне. Эстондар башҡорттарҙан ике тапҡырға кәмерәк. Ләкин төп гәзиттәре беҙҙекенән бер ярым тапҡырға күберәк тираж менән сыға ине. Был — уларҙың үҙ телен мөкиббән яратыуы, уны һаҡларға тырышыуы, икенсе төрлө әйткәндә, мәҙәни күрһәткесе. Беҙ, милләттәштәрем, ниңә шулай түгел һуң?
Беҙҙең Ғафури районында 18,3 мең башҡорт йәшәй, йәғни барлыҡ халыҡтың 54 проценты, ә “Башҡортостан” 51 дана ғына таратыла. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала 600-ҙән ашыу йорт иҫәпләнә, ошонда уҡ башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни үҙәге, ҙур урта мәктәп бар. Бөгөн бында ни бары унлаған кеше генә төп баҫманы алдыра. Был почта бүлексәһенә тағы ла Ҡаранйылға, Ҡолҡан, Туғай ауылдары ла ҡарай. Һәр береһе 300 йорттан торған, урта мәктәпле Ҡауарҙы, Юлыҡ ауылдарында, шулай уҡ Һабай менән Аҡташта ла “Башҡортостан”ды берәр дана ғына алдыралар. Еҙем-Ҡаран, Йөҙимән, Бурлы почта бүлексәләренә лә бер нисә генә дана гәзит килә. Туғыҙ ауылды берләштергән Ҡарағай бүлексәһендә төп гәзиткә бөтөнләй яҙылмағандар. 15 мең халҡы булған Красноусолда курортты һәм уның эргәһендәге өс ауылды ла индереп — 11, киләһе йылға ни бары 9 дана яҙҙырылған. Ә бит бында дүрт урта мәктәп, башҡорт гимназия-интернаты бар, төрлө учреждениеларҙағы зыялыларҙың кәм тигәндә өстән бер өлөшө — башҡорттар.
Бына ошонан сығып мин райондаштарыма, бигерәк тә интеллигенция вәкилдәренә, мөрәжәғәт итәм. Беҙ Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың, атаҡлы тел ғалимы Жәлил Кейекбаевтың, тиҫтәләрсә күренекле яҙыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт, дин әһелдәренең тыуған төйәгендә ғүмер кисерәбеҙ, данлы төбәктә йәшәйбеҙ тип күкрәк кенә ҡаҡмайыҡ, төп милли баҫмабыҙҙы арттырыу эшенә лә дәррәү тотонайыҡ!
Сирек быуат элек гәзит 100 мең дана тираж менән сыға ине, тип яҙған баш мөхәррир. Дөрөҫ. Үткән быуаттың 80-се йылдарында гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы һәр ваҡыт контролдә булды. Шуға ла “Башҡортостан” гәзите районда 4 мең дана самаһы алдырылды, һәм беҙ республика буйынса тәүге биш урында инек. Хәҙер ҙә район, ҡала хакимиәттәрендә матбуғатҡа яҙылыу өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнә, ләкин улар, минеңсә, тейешенсә эшләп еткермәй, был әһәмиәтле сараға көндәлек иғтибар юҡ. Гәзиттең хаҡы ҡиммәт тип һылтанып, аҡланмайыҡ: эш хаҡы, пенсия артып тора бит.
Почта хеҙмәткәрҙәре лә гәзит-журналға яҙҙырыу эшен бар көсөн биреп башҡармай. Уҙған быуаттың 60 — 80-се йылдарында хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡауарҙы почта бүлексәһенә Рим Шәрипов етәкселек итте, әле мәрхүм инде. Ул һәр ваҡыт халыҡ араһында булды, йыйылыштарҙа, концерттарҙа сығыш яһаны, тиҙ генә подписка ойоштора ине, мәктәптәргә барып һөйләште, пенсия таратҡанда өлкәндәр менән уртаҡ тел тапты. Шуға ла ғүмере буйы маҡтаулы булды, ә “Башҡортостан”ды 300 данаға тиклем еткерә ине.
Гәзиттең тиражын арттырыуҙа һуңғы айҙарҙа редакция хеҙмәткәрҙәренең, урындарға барып, халыҡ менән осрашыуҙар үткәреүе ҙур роль уйнай. Юҡһа был алым онотолоп киткәйне. Халыҡ бындай осрашыуҙарҙы бик хуплай, ярата. Әгәр үҙегеҙ менән яҙыусыларҙы күберәк йөрөтһәгеҙ һәм китап-журнал менән сауҙа ойошторһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр, сөнки ауылдарҙа, хатта Красноусолда ла китап магазины юҡ.
Гәзитте пропагандалауҙа уның үҙ хәбәрселәре лә, минеңсә, эшләп еткермәй. Улар бит мәҡәлә яҙыу менән генә сикләнергә тейеш түгел, ә халыҡ йыйылған урындарҙа сығыш яһап, гәзиткә һөйөү уятырға, яҙылыуға өндәргә бурыслы.
80-се йылдарҙа беҙҙең төбәктә “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе булып Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхтәр ағай Тимербулатов эшләне. Ул, Ишембайҙа йәшәһә лә, айына бер нисә тапҡыр килеп китер ине. Һәр саҡ ниндәй саралар булырын алдан һораша, шунда матур итеп сығыш яһай торғайны.
Тағы бер тәҡдим. Халыҡ менән осрашыуҙарҙы һеҙгә Башҡортостандан ситтә лә үткәрергә кәрәк, сөнки беҙҙең ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең байтаҡ өлөшө Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәй.
“Башҡортостан” һуңғы осорҙа бик йөкмәткеле, биҙәлеше лә һәйбәт булып сыға, күҙгә күренеп яҡшыра. Барыбыҙ ҙа тырышлыҡ һалып уның тиражын арттырайыҡ, туғандар!
Рәфҡәт НИҒМӘТУЛЛИН,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә