Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ мәнфәғәтеңде яҡларға өйрән
Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенә эш биреүселәрҙең үҙ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт тарафынан гарантияланған мотлаҡ социаль страховка иҫәбенән пособие түләүҙән баш тартыуы тураһында ялыуҙар килә. Башлыса ҡатын-ҡыҙ законлы хоҡуғын яҡларға ынтыла. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, етәкселәр, Социаль страховка фонды предприятиеға пособие түләү өсөн аҡса күсермәгән йәки квартал отчетын тапшырғанға тиклем тотҡарлай, тип аҡлана. Әммә был һылтау нигеҙһеҙ. Хатта ил иҡтисады өсөн ауыр мәлдәрҙә лә Фонд страховкаланған граждандар алдындағы бурысын үҙ ваҡытында һәм тулы күләмдә үтәне.
Эшләүсе граждандар хоҡуҡтарын яҡлай алһын өсөн Фондтың төбәк бүлексәһе йыш килгән мөрәжәғәттәрҙең ҡайһы берҙәренә аңлатма бирә.

Пособие дәүләт тарафынан гарантияланған


Мотлаҡ социаль страховка буйынса пособие билдәләү һәм түләү бурысының эш биреүсегә йөкмәтелеүен һәр хеҙмәткәр белергә тейеш. Был закон менән нығытылған, йәғни пособиены ай һайын Фондҡа страховка иғәнәләре күсерергә бурыслы ойошма түләй. Предприятие күсергән аҡса Фонд бюджетыныҡы тип иҫәпләнә, пособиелар шул иҫәптән алына. Сығымдар күсерелгән страховка иғәнәләренән артып киткән осраҡта эш биреүсе пособиены тулы күләмдә үҙ иҫәбенән һәм ваҡытында түләргә бурыслы, Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе уны аҙаҡ барыбер ҡаплай.
Хеҙмәткәр, йәғни страховкаланыусы пособие тәғәйенләү һәм түләтеү өсөн Фондтың үҙенә лә мөрәжәғәт итә ала. Законда ошондай бер нисә осраҡ ҡаралған. Мәҫәлән, ойошма бөтөрөлгәндә йәки банкрот тип иғлан ителгәндә, страховкалаусының һәм уның мөлкәтенең ҡайҙа урынлашыуын асыҡлау мөмкин булмағанда, төбәк бүлексәһенең ярҙамына таянырға була.
Шулай итеп, әгәр хеҙмәткәр ошо сәбәптәр буйынса үҙенә тейешле пособиены ала алмай икән, был унан бөтөнләй мәхрүм ҡала тигән һүҙ түгел. Ундай осраҡта документтар һәм ғариза менән туранан-тура төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пособие страховкаланған граждандарға, хеҙмәткәрҙәргә банк йәки почта аша күсерелә.
Әгәр декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙы предприятие йәки ойошма ябылыу сәбәпле эштән бушатһалар, 86-сы Федераль закон тарафынан индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, уға бала тәрбиәләү буйынса пособие һуңғы 12 айҙағы уртаса хеҙмәт хаҡының 40 проценты күләмендә түләнәсәк.

13 процентлыҡ һалым алынмай


Пособие тәғәйенләү һәм түләү ваҡыты законда аныҡ ҡаралған. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм 1,5 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләү буйынса пособие хеҙмәткәрҙең эш биреүсегә документтар тапшырыуынан һуң ун көн эсендә тәғәйенләнә һәм эш хаҡы таратылған көндә түләнә.
Ә бына бала тыуғандан һуң бер тапҡыр бирелгән пособиены, документтар тапшырғас, ун көн эсендә ҡулға алырға тейештәр. Шуға айырыуса иғтибар итегеҙ: йөклөлөк һәм бала тыуыу буйынса, шулай уҡ сабыйҙы 1,5 йәшкә ҡәҙәр тәрбиәләгән өсөн тәғәйенләнгән пособиенан 13 процентлыҡ һалым алыу ҡаралмаған. Был хаҡта Һалым кодексының 217-се статьяһында әйтелә. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәрҙең ошо турала белмәүенән эш биреүселәр оҫта файҙалана.

Эҙҙәрен табып булмағанда


Эш биреүсе финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген туҡтатҡанда, ойошманың да, мөлкәтенең дә ҡайҙалығын белеү мөмкин булмағанда нимә эшләргә? Бындай осраҡта страховкаланыусының судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуғы бар. Суд ҡарары булғанда, пособиены Фонд тәғәйенләй һәм түләй. Аҡса хеҙмәткәрҙең шәхси иҫәбенә күсерелә йәки почта аша ебәрелә. Айырым осраҡтарҙа эш биреүсенең Енәйәт кодексындағы 145.1-се статья буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ла ихтимал. Шуға күрә хеҙмәткәр, тейешле пособие түләнмәһә, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына, Прокуратураға йәки судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Бынан тыш, эш биреүсе, законға ярашлы, ғәйебе булыу-булмауға ҡарамаҫтан, матди яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ла мөмкин.
Хеҙмәт кодексының 236-сы статьяһына ярашлы, эш биреүсе пособиены ваҡытында түләмәгән хәлдә, уны арттырып (аҡсалата компенсация) ҡайтарырға бурыслы. Өҫтәмә проценттар тотҡарланған һәр көн өсөн ваҡытында түләнмәгән суммаға ҡарап билдәләнә. Хеҙмәткәргә түләнгән аҡсалата компенсацияның юғары күләме коллектив йәки хеҙмәт килешеүе менән ҡарала.


Автор: Раушания КӘБИРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә