Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғиниәт ҠУНАФИН: “Хөкүмәт тарафынан ярҙам ғына булһын...”
Ғиниәт ҠУНАФИН:  “Хөкүмәт тарафынан  ярҙам ғына булһын...”Быйыл июнь айында Башҡортостан ғилми йәмәғәтселегенең сираттағы йыллыҡ йыйылышы булды. Башҡортостан Фәндәр академияһының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы ғилми эштәр барланды, фәндең үҫеш перспективалары ҡаралды. Унда Башҡортостан Президенты Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы, Хөкүмәт вәкилдәре сығыш яһаны. Бер төркөм ғалимдарға элекке СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә танылыу алған шәхестәрҙең исеме менән аталған премиялар тапшырылды. Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияға гуманитар фәндәр өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Фәндәр академияһының академик-секретары, академияның мөхбир ағзаһы, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Сафиулла улы ҠУНАФИН лайыҡ булды. Ошо шатлыҡлы ваҡиға уңайы менән ғалимға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Ғиниәт Сафиулла улы, һеҙҙе гуманитар фәндәр буйынса абруйлы премияға лайыҡ булыуығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да фәнни уңыштар юлдаш булһын. Республикабыҙ ғалимдарына тәғәйенләнгән премияларҙың шарттары хаҡында ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтһәгеҙ ине.
— Ҡотлау теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Премияларҙың асылына һәм мәртәбәһенә килгәндә, шуны әйтергә мөмкин: төрлө фән өлкәһе буйынса күренекле ғалимдар, шәхестәр исемендәге премиялар Башҡортостан Фәндәр академияһы ойошторолғандан алып булдырылған. Ә был фәнни учреждениены ойоштороусы — Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәте. Шуға ла премиялар — ғалимдарыбыҙҙың фәнни ҡаҙаныштарына республика кимәлендәге баһалама, улар төрлө фән тармаҡтары буйынса конкурстар һөҙөмтәһендә бирелә. Мәҫәлән, гуманитар фәндәр буйынса Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияға бынан тиҫтә йыл элек Стәрлетамаҡ педагогия академияһы профессоры, күренекле тел белгесе К.Ғ. Ишбаев лайыҡ булған. Бына килеп республикабыҙҙың конкурста ҡатнашыусы ғалим-философтары, социологтары, телселәре, әҙәбиәтселәре, фольклорсылары, тарихсылары араһынан миңә, әҙәбиәт белгесенә, мәртәбәле конкурста еңеп сығырға яҙҙы.
— Һеҙҙе арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә, ул ҡалдырған рухи байлыҡты хәҙерге уҡыусыға еткереүгә ифрат ҙур өлөш индергән ғалим булараҡ беләбеҙ. Премия шул эштәрегеҙ өсөн бирелдеме, әллә конкурсҡа башҡа хеҙмәттәрегеҙҙе тәҡдим иттегеҙме?
— Тартынмайынса шуны әйтә алам: халҡымдың бөйөк улы хаҡында урыҫ һәм башҡорт телдәрендә тәүге монографик хеҙмәттәрҙе тыуҙырыуым, уларҙы элекке СССР-ҙың төп ғилми нәшриәте “Наука”ла һәм Башҡортостан китап нәшриәтендә донъяға сығарып, илдең йөҙәрләгән халҡына арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында мәғлүмәттәр еткерә алыуым, уның ижад емештәрен иҫке баҫмаларҙан, ҡулъяҙмаларҙан, архивтарҙан туплап, хәҙерге башҡорт теленә ауҙарып, 150 йылдан һуң бөгөнгө уҡыусыға башлап еткереүем менән халҡым алдында ла, олуғ ил ағаһы алдында ла йөҙөм яҡты. Әммә конкурста был китаптарым менән ҡатнашманым. Бөгөн 500-ләгән фәнни эш, 30-ҙан ашыу китап авторымын. Шуларҙың араһынан конкурсҡа республикабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” һәм “Ғилем” нәшриәттәрендә донъя күргән “Культура Башкортостана и башкирская литература XIX – начала XX веков” (2006), “XIX быуат башҡорт әҙәбиәте” (2010) һәм “Башкирская поэзия XIX – начала ХХ веков. Вопросы жанровых и идейно-художественных особенностей” (2011) тигән монографияларымды һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәрҙе тәҡдим иткәйнем. Әйткәндәй, телгә алынған икенсе китап республикабыҙҙың юғары белем биреү системаһы тарихында революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәте буйынса тәү башлап яҙылған дәреслек булып тора. Хәйер, комиссия гуманитар фәндәр өлкәһендәге премияны миңә бирергә ҡарар иткәндә, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ижадын өйрәнеү һәм пропагандалау йүнәлешендәге тырышлыҡтарымды ла күҙ уңында тотҡандыр.
— Конкурсҡа тәҡдим иткән китаптарығыҙҙың береһе генә башҡорт телендә. Күпселек хеҙмәттәрегеҙ урыҫса. Бының берәй сәбәбе бармы?
— Уйынлы-ысынлы әйткәндә, мин Ғафури районының “ата башҡорт” ауылы Сәйетбабала тыуып үҫкәнмен, шундағы “ата башҡорт” мәктәбендә белем алған кешемен. Бөгөн “балалар урыҫса уҡығанда ғына кеше була” тигән фекерҙе ҡалҡан итеп алған ата-әсәләрҙең ҡарашының төптө хата булғанлығына эштәрем, үҙемсә яулаған ҡаҙаныштарым менән бер дәлил булып торған затмын. Ғилми хеҙмәттәремде халҡым телендә лә, урыҫса ла яҙам. Быны башҡорттарҙың тиҫтәләгән быуаттар буйына бай рухи мираҫ тыуҙырған эпослы халыҡ, яҙмалы халыҡ, китаплы халыҡ булыуын урыҫ телендә уҡый-яҙа белгән һәр халыҡ саҡ ҡына булһа ла белһен тигән теләктән аңлы рәүештә эшләйем. Аҡмаһа ла тама, иш янына ҡуш була, тамсы ла тама-тама ташты тишә бит әле. Сафтарыбыҙ ишәйә, уны тулыландырыусылар нығыраҡ эҙләнһә һәм эшләһә, ташты тишер тамсыларҙан хатта үҙенекенән башҡаны күрергә лә, танырға ла теләмәгән “тәкәббер ҡаяларҙы” ярып үтерҙәй фән “йылғалары” хасил булыр, халҡымдың тиңдәр араһында тиң булыуын күрһәтерҙәй фәнни нигеҙле социаль-тарихи, рухи панорамаһы тыуҙырылыр. Шөкөр, был йүнәлештә эштәр бара. Алты томлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихының донъя күреүе, уның 7-се томы әҙерләнеүе, өс томлыҡ урыҫса варианты яҙылыуы һәм 1-се томы баҫылып сығыуы, “История литературы Урала” тигән күп томлыҡ фундаменталь хеҙмәттә әҙәбиәтебеҙгә ҙур иғтибар бүленеүе, ете томлыҡ “Башҡорт халҡы тарихы”ның яҙылып бөтөүе, урыҫса ете томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы”ның донъя күреүе, уның башҡортса вариантының әүҙем әҙерләнеүе, фольклорсыларыбыҙҙың 40-ҡа яҡын халыҡ ижады томдарын, телселәребеҙҙең башҡорт теленең ун томлыҡ академик һүҙлеген, өс томлыҡ академик грамматикаһын әҙерләп һәм баҫтырып сығарыу буйынса ең һыҙғанып эшләүе – үҙҙәре үк күпте һөйләй. Ә бит гуманитар фәндәрҙең торошо — милләттең рухи йөҙөн, эстетик, этик, тарихи, сәйәси, социаль, ҡыҫҡаһы, интеллектуаль-мәҙәни үҫеш кимәлен күрһәтеүсе “барометр”. Ә ул боҙолмаҫлыҡ, яңылыш күрһәтеүҙәргә юл ҡуймаҫлыҡ булһын өсөн, беҙгә булған көстө тейешенсә туплап, стратегик йүнәлештәрҙе аныҡ һәм дөрөҫ билдәләп, маҡсатҡа ынтылышлы, системалы эшләү кәрәк. Ә башҡараһы эштәр, хәл итәһе проблемалар ифрат күп һәм мөһим. Әйтәйек, башҡорт халҡының борондан алып 1917 йылға тиклемге яҙма ҡомартҡыларының 20 томлығын төҙөү, рухи мәҙәниәттең һигеҙ томлыҡ тарихын яҙыу – шуларҙың бер өлөшө генә. Хөкүмәт тарафынан финанс ярҙамы булғанда, был үтә мөһим, изге ҙур эштәрҙе тормошҡа ашырырлыҡ фәнни көстәр бар беҙҙә.
— Ғиниәт Сафиулла улы, бөгөн ниндәйерәк пландар һәм маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
— Пландар, тормошҡа ашыраһы идеялар күп кенә. Уларҙың ҙур бер өлөшө Башҡортостан Фәндәр академияһында гуманитар фәндәр бүлеген, БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте кафедраһын етәкләүгә бәйле ойоштороу эштәренә ҡағылышлы булһа, икенселәре туранан-тура үҙемдең ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарыма һәм эҙләнеүҙәремә бәйле. Ергә “һоп” итеп төшмәй тороп, яҙып ятҡан хеҙмәттәрем хаҡында бөтә ғәләмгә нимәлер һөйләп тороу килешкән эш түгел. Бында шуны ғына әйтә алам: яҙғандарымдың, башҡарған эштәремдең барыһы ла тиерлек бер төп маҡсатҡа – халҡымдың рухи мираҫын ҡулдан килгәнсә барлап, фәнни планда өйрәнеп, бөгөнгө һәм киләсәк быуындарға ҡайтарып-төшөндөрөп биреүгә йүнәлтелгән. Бөтә теләгәнем шул: яҙған-баҫтырғандарыма халҡым күңеленә юл ярып, уға үткән тарихи булмышын дөрөҫ күҙалларға булышлыҡ итеп, илһам, алға әйҙәр көс биреп торор фәнни сығанаҡтар булып ҡалырға яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873