Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ырымбурҙың ырыҫлы улы
Ырымбурҙың ырыҫлы улы...Ғәжәп бәндә. Иртән тора, монаяттарын ала, тәғәйен эшенә атлай. Сауыллыҡтар, төпһәләр араһында йөрөй. Шунда ваҡ ҡына инеш баштарын эҙләй. Тапҡанына сабыйҙай һөйөнөп, ары китә. Тағы ла бер яҡты улаҡҡа — шишмә башына юлыға: кескәй генә “күҙен” аса, юлын таҙарта. Моғайын, аҙаҡ был улаҡ — шишмәгә, ә унан һуң йылғасыҡҡа, оло иҙелгә әйләнер, ташып ағыр. Ерҙәге был юлаусы үҙе лә шиғри күңелле зат, ахырыһы. Шулай булмаһа, бәғзеләр уйынса буш шөғөл, юҡ эш ҡыуып йөрөмәҫ ине. Шиғыр яҙа, уҡытыусы һөнәре ала. Хәйер, бөтә ғүмере шул шөғөлдәр даирәһендә ҡайнаясаҡ. Өҫтәүенә, ҡурай тарта.
Иртүк тороп һынлы сәнғәт йүнәлешле республика гимназияһына, музыка буйынса уҡыған балалар янына ашыға. Унда дәрестәр бирәсәк, әҙәбиәт уҡытыусыларына ярҙам күрһәтәсәк ғалим, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми секретарь булды, мәғарифҡа ҡағылышлы туған телде уҡытыу методикаһы, педагогик психология, дөйөм дидактика, лингводидактика, лингвоэтнокультура буйынса ғилми хеҙмәттәр яҙҙы, педагогика фәндәре докторы.
Ул шағир ҙа: "Ленинсы", "Башҡортостан" гәзиттәрендә, "Ағиҙел" журналында, "Әҙәби блокнот"та шиғри шәлкемдәр баҫтырҙы. Аҙаҡ тәнҡитсе булараҡ шөһрәт ҡаҙанды. Ул йүнәлештәге эшмәкәрлеге 1971 йылда Ғәли Ибраһимовтың "Умырзая" романы хаҡында мәҡәлә яҙыуҙан башланғайны. Һәр ваҡытта, һәр урында тәрбиәсе, йәш ижади көстәрҙе туплаусы булараҡ сығыш яһаны. Мәктәп балаларының тәүге ижад емештәрен йыйҙы, уларҙы йыйынтыҡ итеп сығарҙы, йәш уҡытыусыларға дәрестә төрлө алымдар ҡулланырға өйрәтте, ә йәш ижадсыларға, башлап яҙыусыларға, танылған әҙиптәргә төбәп күпме тәнҡит мәҡәләләре, күҙәтеүҙәр яҙҙы! Ниндәй өгөт-нәсихәт бирҙе ул, нимәгә өндәне? Һәр саҡ бәпләп, ҡәҙерләп ҡараны ижад кешеһенә, гел генә уның күңелен үҫтереү ихтыяжынан сығып яҡын килде уның ижадына.
Ул — түҙемле тәрбиәсе, ялҡынлы патриот, туған теленең, әҙәбиәтенең яҡлаусыһы, балаларҙың туған телендә аралашыуын, үҙ халҡының боронғо тәрбиә ысулдары нигеҙендә тәрбиәләнеүен даулаусы.
Рафаэль Аҙнағолов, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, бер ваҡытта ла ижадсыларҙы суҡмар менән дөмбәҫләмәне, буғай. Кешегә ҡаты бәрелеп, уның күңелен китергә лә тырышманы. Быны беҙҙең ҡайһы бер ҡәләмдәштәребеҙ йомшаҡлыҡ, хушкүңеллелек тип баһаланы, йәнәһе, ул кәмселектәргә күҙ йома... Ниңә, тәнҡитсе булғас, күҫәк күтәреп оло юл сатына сыҡмай?
Рафаэль Аҙнағолов, нескә психолог, ғалим булараҡ, әлбиттә, тәнҡиттең тик бер нисә жанрҙан тормауын аңлай, уны совет осорондағыса тик түпәләү, тора-бара фекерҙәштәреңде ниндәйҙер идеологик гонаһтарҙа ғәйепләүгә хәтлем барып еткән ҡорал тип ҡабул итмәй. Ул әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә педагог, тәрбиәсе булып ҡала. Милли кадрҙарҙы үҫтерергә, ижадҡа ылыҡҡан балаларҙы ҡеүәтләргә, ижад тип янғандарҙы дәртләндерергә ынтыла.
Лингвист, этнопедагогика вәкиле башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы нигеҙҙәрен булдырыусы ғалим булараҡ, Рафаэль Аҙнағолов һәр саҡ балаларҙы туған телдә уҡытыу, уларҙы халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре нигеҙендә тәрбиәләү яҡлы. Был юҫыҡта ул матбуғатта әүҙем сығыш яһай, "Башҡортостан" гәзите вәкиле сифатында күрше Ырымбур, Һамар, Силәбе, Ҡурған, Пермь, Свердловск өлкәләрендә булып, унда башҡорт балаларын башҡорт телендә уҡытыуҙы хәстәрләй. Шул сәфәрҙәр нигеҙендә күпме йәнле юлъяҙмалар тыуҙы, ни саҡлы бәхәстәр ҡупты?! Эйе, Рафаэль Аҙнағолов шаярып-көлөп, сабата туҙһын, аҡса килһен тип сапмай, ә ҡәтғи һүҙен, етди талаптарын Башҡортостан Мәғариф министрлығына ла еткерә. Билдәле, шуның өсөн уны ҡайһы бер чиновниктар өнәп етмәй, әммә ғалим-патриот, журналист-эҙәрмән, үҙ халҡының киләсәк быуыны яҙмышы, уның үҙ телендә тәрбиәләнеүе өсөн янып-көйөүсе уҙаманы һаман да үҙ инаныстарынан бер аҙым сигенмәй. Туған теле, мәҙәниәте, ғәзиз әҙәбиәте өсөн көрәшә. Олоғара ил эсендә, бүтән халыҡтарҙың мәҙәниәте, идеологияһы солғанышында йәшәгән башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте юғалып ҡуймаһын тип яна.
...Йәл, беҙ бындай фиҙакәр эшмәкәрҙәребеҙҙе, ил көнө тип янған уҙамандарыбыҙҙы бик күреп, күтәреп бармайбыҙ. Был халҡыбыҙҙың тыйнаҡ тәбиғәтенә лә бәйлелер. Тағы илебеҙҙә үҙебеҙ генә түгел бит, төрлө ҡарашлы, төрлө инаныслы кешеләр, даирәләр бар. Ғөмүмән, тормош ҡаршылыҡтарҙан тора, бәндә ғүмере бик ҡыҫҡа, бәхет тигәнең дә мәңгелек дуҫ-иш түгел, ә танһыҡ ҡунаҡ ҡына.
Рафаэль ағай ҡурай тарта, моңло итеп йырлап та ебәрә. Ырымбур яғының моңло балаһы ул. Ҡәләмдәштәре, фекерҙәштәре хаҡында әллә күпме матур һүрәтләмә яҙҙы. Уларҙың һәр береһе күңелде күтәрә, кеше тормошо тураһында тулы бер сәхифәгә әйләнә. Мәҫәлән, әле иҫтә ҡалғаны ғына: телсе ғалим Нәғим Ишбулатов хаҡында һүрәтләмә. Күпме һағыш, моң яғылған ул яҙмаларға! Бәндә ғүмере хаҡында уйланыу, кеше яҙмыштарының бик тә ҡәҙерле, фажиғәле бер төйөн икәнен күҙаллау...
Йылтыр ҙа йылтыр ут күренә,
Юлаусынан ҡалған бер күмер.
Дан уйнайыҡ, дуҫтар, дан көйләйек,
Шул ултырыуҙар — беҙгә бер ғүмер.

Эйе, юлаусынан был ерҙә бары бер күмер ҡала шул. Тик ул күмер дөрләүсе, бүтән күңелдәргә күсер осҡон бит әле!


Автор: Ринат КАМАЛ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Батырхан
    Батырхан от 03.07.2013, 23:37
    Күп яҡлы талант Рафаил Аҙнағолов !Яҙмаларын уҡып барам. Уның ише төплө мәҡәлә, фәнни эш яҙыусы педагогтар ғөмүмән, һирәк.Рәхмәт!

  2. Рияз
    Рияз от 05.07.2013, 07:06
    Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ринат Камал Рафаэль ағай хаҡында ҡайһылай матур яҙа!
    Рафаэль Аҙнағолов - үҙ милли телен һәм мәҙәниәтен һаҡлаусы педагог-ғалим! Уның хеҙмәттәре, матбуғатта йыш күренгән яҙмалары беҙҙең өсөн, уҡытыусылар һәм ғалимдар өсөн, иҫ киткес бай, оригиналь, ғәжәйеп тәрән аҡыллы сығанаҡ ул. Рәхмәт яҙыусы Ринат тиңдәшкә (хатта яҡташым тиһәм дә була), шундай олуғ башҡорт шәхесе тураһында нәфис йылы һүҙҙәре өсөн!

Комментарий өҫтәргә