Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем оҙағыраҡ эшләй, шул ота
Кем оҙағыраҡ эшләй,  шул отаРәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе һәм ҡала-райондарҙағы идаралыҡ вәкилдәре Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры М. Топилин, Пенсия фонды идараһы рәйесе А. Дроздов ҡатнашлығында үткән селектор видеоконференцияһында ҡатнашты. Мәсьәлә мөһим: хеҙмәт пенсияһын яңыса иҫәпләү ҡағиҙәләре менән таныштырыу, йәғни "пенсия калькуляторы" проектын презентациялау. Үҙгәрештәр 2015 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Яңы формулаға күскәнгә тиклемге формалашҡан бөтә пенсия хоҡуҡтары ла һаҡлана һәм күләме кәмемәйәсәк. Матбуғат конференцияһында журналистар электрон иҫәпләгес — "пенсия калькуляторы"ның нисек эшләүе менән танышты. Калькулятор бөгөнгө пенсионерҙар, хаҡлы ялға сығырға өс йылдан кәм ваҡыт ҡалған граждандар, эшкә яраҡһыҙ һәм ҡараусыһын юғалтҡан кешеләр, хәрбиҙәр һәм көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, пенсияға иртә китергә хоҡуҡлылар өсөн тәғәйенләнмәгән.

Реформаның өҫтөнлөгө ниҙә?


Әллә күпме бәхәс, һорау тыуҙырған пенсия реформаһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Йыл аҙағына тиклем яңы реформа тамам ҡабул ителеп, етди мәсьәләгә нөктә ҡуйылырға тейеш. Шуныһын да әйтәйек: пенсия иҫәпләүҙең яңы ҡағиҙәләре бөгөнгө хаҡлы ялдағыларға ҡағылмай.
Ни өсөн оло шау-шыу тыуҙырған яңы реформа кәрәк булды әле тигән һорауға яуап бар. Пенсия иҫәпләүҙең яңы ҡағиҙәләрен уйлап табыусылар алдына шундай бурыс ҡуйылды: граждандарҙы пенсия менән тәьмин итеүҙең ҡулайлы кимәлен гарантиялау; пенсия системаһының тигеҙлеген һаҡлау өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу; эш биреүселәргә һәм федераль бюджетҡа страховка көсөргәнешен арттырмау; пенсия кимәлен пенсионерҙың йәшәү минимумынан кәметмәү; эш хаҡы менән пенсия араһындағы бәйләнеште көйләү; стаждың ролен көсәйтеү. Яңы пенсия ҡағиҙәләренең өҫтөнлөгө ниҙә? Айырма нимәлә?
Бөгөн ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы күләме тәү сиратта эш биреүселәрҙең хеҙмәткәр өсөн түләгән страховка иғәнәләре кимәленә бәйле. Ә хеҙмәт стажы, күпме йылдар тир түгеүең иҫәпкә алынманы тиерлек. Һөҙөмтәлә пенсияға хоҡуҡ менән эшләүсе граждандарға пенсия түләү буйынса йөкләмәләр тиң булманы. Бөгөнгө иҫәп-хисап тәртибен оҙаҡ эшләүсе граждандарға ҡарата ғәҙел тип әйтеп булмай. Пенсия тәғәйенләүҙәге тигеҙләү принцибы һөҙөмтәһендә оҙаҡ эшләүселәр ҙә, аҙ ғына страховка стажына эйә булғандар ҙа уны бер тигеҙ күләмдә алды.

Прәникме, ҡамсымы?


Пенсия аҡсаһы ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килә? Бөтә эшләүсе граждандар өсөн эш биреүсе Фондҡа иғәнәләр күсерә. Тимәк, һәр кем ҡартлыҡта түләүһеҙ медицина ярҙамына һәм лайыҡлы пенсияға хоҡуҡлы. Һәр хәлдә аҡсаны тап ошо маҡсатта туплайҙар.
Буласаҡ пенсия икегә — страховка һәм тупланма өлөшкә — бүленә. Тәүгеһе дөйөм "ҡаҙан"ға, йәғни бөгөнгө пенсионерҙарға түләүгә китә. Тупланма өлөш шәхси иҫәпкә күсерелә. Уны Пенсия фонды йәки дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтары контролләй. Был аҡсалар тик ятмай, ҡиммәтле ҡағыҙҙарға инвестициялана, йәғни, илдең иҡтисади үҫешенә эшләй, ә беҙ бының өсөн проценттар алабыҙ. Шуныһын да иҫкә төшөрәбеҙ: 1967 йылға тиклем тыуғандарҙың тупланма өлөшө юҡ. 2004 йылда уларҙы был системанан сығарҙылар.
Яңы формуланың төп айырмаһы шунда: иҫәп системаһы аҡсаны һумдарҙа иҫәпләүҙән "ҡасырға" тырыша. Эшсенең хеҙмәтен коэффициенттар ярҙамында иҫәпләйәсәктәр. Тулы кимәлдәге хеҙмәт пенсияһын (социаль түгел!) алыу өсөн әлегәсә ни бары биш йыл ғына талап ителде, ә киләсәктә минималь стаж 15 йыл буласаҡ. Бер яҡтан, бындай тәртип ғүмерҙәрен эштә үткәргән, намыҫлы хеҙмәт эйәләренә ҡарата ғына түгел, тулы күләмдә эш хаҡы түләүсе, ваҡытында социаль иғәнәләр күсереүсе эш биреүселәргә ҡарата ла ғәҙел түгел төҫлө. Икенсенән, әлеге ҡағиҙәләр күсерелгән иғәнәләр күләме менән сағыштырғанда пенсия түләү буйынса йөкләмәләрҙең ашып китеүенә килтерә. Пенсия фонды дефицитын тәрәнәйтеүсе бындай бер яҡҡа ғына "ауышыу" яңы формула ярҙамында бөтөрөләсәк.
Әйтеүебеҙсә, эш хаҡының күләме кеүек үк, стаж ҙурлығы ла мөһим роль уйнаясаҡ. Пенсияға сыҡҡанда хеҙмәт эшмәкәрлегенең һәр йылы өсөн шәхси пенсия коэффициенттарын иғәнәләр түләнгән һәр йылдың эш хаҡы суммаһынан сығып иҫәпләйәсәктәр.
Тимәк, хеҙмәткәрҙең йыллыҡ пенсия коэффициенты рәсми эш хаҡының Хөкүмәт тарафынан раҫланған иң юғары кимәлдәге эш хаҡына ҡарата нисбәте булараҡ иҫәпләнә. Иң юғары йыллыҡ пенсия коэффициенты — 10. Быныһы — иғәнәләр түләү өсөн раҫланған иң юғары "планка"нан да кәм эш хаҡы алмаған хеҙмәткәрҙәр өсөн. Коэффициенттың күтәрелеүе лә, төшөүе лә ихтимал. Мәҫәлән, өҫтәмә балдарҙы оҙаҡ эшләп тә арттырып була. Ҡатын-ҡыҙҙың — 30, ир-аттың 35 йылдан күберәк стажға эйә булыуы шарт.

Эшләргә лә әле, эшләргә!


Пенсия йәшенә етеп тә, уны шунда уҡ рәсмиләштермәйенсә, эшен дауам иткән кеше отасаҡ.
Аҙ эш хаҡы алыусыларҙың, билдәле, коэффициенттары ла түбән буласаҡ. Әгәр кеше пенсияның тупланма өлөшөнә эш хаҡының законға ярашлы мөмкин булған иң юғары өлөштө (6%) күсерһә, коэффициентты кәметеү ҙә ҡаралған. 2% тариф менән сикләнгәндәр өсөн кәмеү һиҙелерлек булмаясаҡ тип ышандыралар.
Шулай уҡ пенсионерҙың армиялағы хеҙмәт йылдары, сабыйҙы тәрбиәләү ваҡыты өсөн коэффициент билдәләнә. Пенсия иҫәпләгәндә бөтә йыллыҡ коэффициенттар ҡушыла. Хөкүмәт йыл да ошо йыллыҡ коэффициенттың "ҡиммәтен" раҫларға тейеш. Ә был Пенсия фондына күпме аҡса тупланыуына бәйле. Шулай итеп, дәүләт Пенсия фондына аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итә, артыҡ күп сығымдарға юл ҡуймай. Быйылғы пенсия коэффициентының шартлы ҡиммәте — 57,9 һум.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы вәкилдәренең бер тауыштан иҫбатлауҙарына ҡарағанда, яңы пенсия реформаһы отошло. "Мәҫәлән, әгәр ҙә һеҙ пенсия йәшенә еткәндән (55 һәм 60) һуң йәнә өс йыл эшләйһегеҙ икән, билдәләнгән түләү 19 %-ҡа, ә страховка өлөшө 24 процентҡа арта. Пенсияға сығыуҙы һигеҙ йылға кисектерһәгеҙ, пенсия күләме икеләтә тиерлек артасаҡ (билдәләнгән түләү — 73, ә страховка өлөшө 90 процентҡа)", — тип аңлата улар.
Яңы тәртиптең бары ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияларын түләүгә ҡағылғанын да онотмағыҙ. Инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсиялар элеккесә тәғәйенләнә.
Ошоғаса тупланма пенсияға эш хаҡының күпме өлөшөн (6 йәки 2 процент) күсерергә уйлап та ҡарамаған "өнһөҙ"ҙәрҙең иҫенә төшөрәбеҙ: әгәр ҙә әлегәсә был мәсьәләне хәл итмәгәнһегеҙ икән, ашығырға кәрәк, сөнки 2014 йылдан тупланма өлөшкә бөгөнгө 6 процент урынына эш хаҡыбыҙҙың 2 проценты ғына күсереләсәк. Ҡалған 4 проценты дөйөм "ҡаҙан"ға китәсәк, был хаҡта закон ҡабул ителгән. Эксперттар әйтеүенсә, "өндәшмәй" ҡалыусылар күпселекте тәшкил итәсәк. Бюджет миллиардтар менән тулыланасаҡ, ә пенсия түләү хәстәрлеге киләһе быуындар иңенә төшәсәк.
Бөгөнгө йәштәр үҙҙәренең ниндәй ҙур, етди һынау алдында торғанын әлегә аңлап та еткермәйҙер. Ҡартлығы ла, пенсияһы ла әллә ҡайҙағы Ҡаф тауҙары артында ятҡан кеүек. Әммә яңы реформа һис тә өлкәндәр өсөн түгел, ә тап хеҙмәт юлын яңы ғына башлаған егет-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн үтә мөһим. Кемдең эш хаҡы юғарыраҡ, шуның пенсияһы ла ҙурыраҡ. Ә беҙҙә ярты халыҡтың эш хаҡы уртасанан түбән. Кем ғүмер буйы аҙ эш хаҡына ҡәнәғәт булып йөрөй, ҡартлыҡта ла ҡайышты ҡыҫыбыраҡ бәйләргә тура киләсәк. Ғәҙеллекме был? Уйланырға урын бар.
Реформаның һис тә юҡҡа башланмауы билдәле. Әле Пенсия фондының дефициты бер триллион һумдан аша. Һалымдарҙы башҡаса арттырыу мөмкин булмағас, Хөкүмәт өҫтәмә аҡса эҙләргә ҡарар итте.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Пенсия фонды сайттарындағы "Пенсия калькуляторы" проекты менән танышырға һәм киләсәк пенсияғыҙҙың шартлыса күләмен иҫәпләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ (www.rosmintrud.ru; www.pfpf.ru)




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 704

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 776

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 110

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 805

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 049

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 181

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 622

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877