Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ — Кинйә нәҫеленән!
Беҙ — Кинйә нәҫеленән!Милли батырыбыҙ Кинйә Арыҫланов, өс Советтар Союзы Геройы – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин менән дан тотҡан Көйөргәҙе ерендә йыл һайын тип әйтерлек республика әһәмиәтендәге олпат һәм мәртәбәле байрамдар ойошторолоп тора. Былтыр бында ҡурайсыларҙың икенсе йыйыны бик матур үткәйне. Быйыл халҡының тарихи үткәнен, тыуған ерен, килер быуындарҙың тыныс, лайыҡлы тормошо өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан итеүҙән ҡурҡмаған шәхестәрен һанлағандар тағы ла Көйөргәҙе районына, халҡыбыҙҙың шөһрәтле улы Кинйә Арыҫландың бала сағы, йәшлек йылдары үткән Кинйәабыҙ һәм Беренсе Кинйә ауылдарына йыйылған. Маҡсаттары шул: геройҙың тыуыуына 290 йыл тулыуҙы тантаналы билдәләү, данлыҡлы ырыу башлығының изге аманатының быуындан быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырыла килеүен һәм һаҡланыуын раҫлау ине.
Байрам тантанаһы район үҙәге Ермолаевка ҡасабаһында Кинйә Арыҫлановтың һәйкәленә район етәкселеге һәм ҡунаҡтарҙың сәскә һалыуынан башланды. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында – Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, рәссам, тарихсы Йәдкәр Бәширов һәм Татарстан башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фирҙәүес Бәширова, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, скульптор Өлфәт Ҡобағошов, композитор Айрат Ҡобағошов, Кинйә Арыҫланов исемендәге хәйриә фондының вице-президенты Салауат Юлбарыҫов һәм яҙмышы, эшмәкәрлеге ошо ергә бәйле башҡа мәртәбәле шәхестәр булды.
Төп тантана Кинйә Арыҫлановтың тыуған төйәгендә — Кинйәабыҙҙа үтте. Ауылда уның хөрмәтенә ойошторолған тарихи-мемориаль комплекс бар (ул 2003 йылда батырҙың тыуыуына 280 йыл тулыу уңайынан асылған). Парктың түрендә – мөһабәт йорт: тәүге ҡатында ауыл мәҙәниәт йорто урынлашһа, икенсе ҡатында – Кинйә Арыҫлановҡа арналған музей. Ул 2001 йылда асылған һәм республиканың милли музейы статусына эйә. Йорт тупһаһына аяҡ баҫыр алдынан башланған тантаналы митингты Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов асты:
Беҙ — Кинйә нәҫеленән!— Тарихи шәхесебеҙ менән беҙҙең арала өс быуатҡа яҡын дәүер ята, әммә күп яҡлы батырыбыҙҙың сағыу образы һаман да уның яҡташтарының һәр береһенең күңел төпкөлөндә һаҡлана. Мәләүез районының Нөгөш буйында тыуған Кинйә уңдырышлы Көйөргәҙе ерендә үҫеп, рухи яҡтан нығынған. Туған халҡының иркен һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған күп һанлы тоҡомдаштарының мөғәллиме һәм остазы була ул. Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаевтың көрәштәше тарихи шәхескә әүерелә. Нәҡ ата-бабаларыбыҙ ерендә Кинйә халыҡтың данын, мөхәббәтен һәм ихтирамын яулай. Беҙ барыбыҙ ҙа Арыҫланов тоҡомо менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уларға тиңләшәбеҙ, – тине район хакимиәте етәксеһе.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың береһе Рудик Исҡужин яҡташтарын байрам менән тәбрикләп былай тине:
— Кинйә Арыҫланов тоҡомонан сыҡҡандарҙың барыһы ла уның фамилияһын йөрөтмәй, әммә Кинйәнең иҫтәлеген күңел төпкөлөндә йөрөтәбеҙ. Бөгөнгө байрам бигерәк тә бында балаларҙың ҡатнашыуы менән мәртәбәле – улар өлкән быуындың үҙ батырҙарын онотмауын һәм һаман да данлауын күреп үҫә.
Тантанала сығыш яһаусы Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вәхитов, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы, 1975 — 1999 йылдарҙа районға етәкселек иткән Раил Әбдрәшитов, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, йыйылған халыҡты байрам менән ҡотлап, теләктәрен еткерҙе. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Марсель Вәхитов Башҡортостан Хөкүмәте исеменән яҙылған хатты уҡып ишеттерҙе.
Геройға арналған музей бер нисә залдан тора. Һәр залда Абдул мәктәбе уҡыусылары (Кинйәабыҙ ауылы балалары шунда йөрөп уҡый) гид ролен үтәне – ҡунаҡтарға йөкмәткеле мәғлүмәттәр еткерҙе. Музей директоры Мөслимә Биктимерова әйтеүенсә, музей экспонаттарын туплауҙа һәр ауыл халҡы, ситтә эшләгән яҡташтары ла ҙур ярҙам күрһәткән. Унда Көйөргәҙе районының ғына түгел, башҡа район уҡыусылары, ғалимдар, тарихсылар йыш була. Хатта яңыраҡ Япония тарихсыһы Каити Тойо Кава ла булып, күп мәғлүмәттәрҙе яҙып алып киткән.
Халыҡты бигерәк тә Иван Федоров ижад иткән “Емельян Пугачев менән Кинйә Арыҫлановтың осрашыуы” тигән диограмма үҙенә ылыҡтыра. Уны ҡарап торһаң, әйтерһең дә, үҙеңде шул ялан уртаһында, унда барған ваҡиғалар үҙәгендә хис итәһең.
Күмертау ҡалаһы рәссамы Флүр Исмәғилевтең “Кинйә Арыҫланов вариҫтары” тигән картинаһы һәм башҡа эштәре айырым иғтибарға лайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәм һуғыш яланында ятып ҡалған, тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәргә арналған залда ҡунаҡтар өнһөҙ генә оҙаҡҡа туҡталып ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышына был бәләкәй генә ауылдан 62 кеше киткән, шуларҙың 28-е яу яланында ятып ҡалған, 34-е ҡайтҡан. Тик әлеге көндә ошо ветерандарҙың берәүһе генә – 92 йәшлек Тимерғәле Арыҫланов — иҫән. Әйткәндәй, Кинйәабыҙ ауылында әле 52 йорт ҡалған. Уҡыусы балалар һаны йылдан-йыл кәмей, шул сәбәпле үткән уҡыу йылын кесе кинйәләр күрше ауылға йөрөп уҡый башлаған. Быйыл башланғыс класта бер генә уҡыусы булһа, киләһе уҡыу йылына беренсегә килеүсе берәү ҙә юҡ икән. Ауылда йәшәгән йәштәргә, шулай итеп, ауыл юҡҡа сыҡмаһын өсөн киләсәк тураһында уйланырға ҡала.
Тамашаны ҡарар өсөн ауылдың иң өлкән йәштәгеләренең береһе – 86 йәшлек Сәймә инәй Рахманғолова ла килгән.
Беҙ — Кинйә нәҫеленән!— Беҙгә, балам, эштең кәттәһе эләкте инде, — тип башланы ул әңгәмәне. – Дүртенсе класта ғына уҡып йөрөгәндә иген баҫыуын сүп үләндәренән ҡул менән утарға алып сыҡтылар. Минең хеҙмәт юлым шунан башланды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Свиртлауға (Свердловскиға – Авт.) вербовка менән алып киттеләр. Биш йыл торф сығарҙым. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа колхозды аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Ул осорҙағы ауырлыҡты иҫкә төшөрһәң, нисек түҙҙек икән тип аптырап ҡуяһың. Шул көндәр кире килмәһен илебеҙгә. Балалар бәхетле, тыныс тормошта йәшәһен, тип гел теләктәр теләйем. Һеҙ ҙә иҫән-аман йөрөгөҙ, — тине инәй.
Тантана тамамланғас, йәмәғәт ҡурайсылар бәйгеһе үтәсәк яланға – күптән инде өмөтһөҙ ауыл мөһөрө баҫылып, юҡҡа сыҡҡан Беренсе Кинйә ауылы урынына йүнәлде. Һабантуй яланын хәтерләтте бындағы тамаша.
Байрам башланғанын көткән арала иртәнән бирле күптәрҙең теленән төшмәгән бөгөнгө көн геройҙарының береһе – Беренсе Кинйә ауылында тыуып үҫкән, йәшлек йылдарын Себер тарафтарында үткәргән, әле тыуған яғына ҡайтып, нефть промыслаһы ҡорамалдарын етештереүсе завод асып ебәргән уҙаман – Зиннур Исхаҡов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Тыуған ауылым тарихы тураһында олатайым менән өләсәйемдән өйрәнеп, ауылымдың һәм үҙемдең шәжәрәмде төҙөнөм. 1724 йылға алып китә ул мәғлүмәттәр. Ун бишенсе быуынға барып терәлде шәжәрәм. Тик ауылымдың юҡҡа сығыуы бик үкендерә – һуңғы йортто 1986 йылда ташлап сығып киткән ауылдаштарым. Әле бында бер өй ҙә юҡ. Яҡташтарым менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, ауылыбыҙҙы тергеҙергә булдыҡ – 5-6 нигеҙ ҡорорға уйлайбыҙ. Иң тәүгеләрҙән мин үҙем булам инде. Беҙҙең башланғысты район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы күтәреп алды. Ғөмүмән, ул бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Күп кенә эштәрҙе бергәләп башҡарҙыҡ, һәм алда ла берлектәге байтаҡ мәшәҡәт көтә. Завод етәксеһе булараҡ, мин бағыусылыҡҡа аҡса йәлләмәйем. Ауыл нигеҙен тергеҙеү кеүек изге эшкә бар яҡташтарым да ҡушылырға теләй. Алла бирһә, бында яҡын йылдарҙа Беренсе Кинйә ауылы ҡайтанан тороп баҫасаҡ. Әлбиттә, был эште әруахтарыбыҙ йортон – зыяратты кәртәләүҙән башланыҡ. Кинйә Арыҫлановтың ҡәберлеген төҙөкләндереп, унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм яу яланынан ҡайтмаған яугирҙәр исемлеге теркәлгән иҫтәлекле комплекс ҡуйғандан һуң, гүйә, ауылыбыҙға ҡайтанан йән инде. Был ер хәҙер яҡташтарҙың осрашып, әңгәмәләшеү, кәңәшләшеү урынына әйләнде, – тип һөйләне илһөйәрлек рухы менән янған ир-уҙаман.
“ЮжУралОйл” һәм “Көйөргәҙе нефть промыслаһы ҡорамалдары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Көйөргәҙе район хакимиәтенең йәштәр советы менән берлектә районда Кинйә Арыҫланов исемендәге йәштәр премияһы булдырылыуы киләсәк быуынды яҡшылыҡҡа, уңышҡа, илһамға әйҙәүсе ваҡиғаға әйләнгән. Премия спорт, фән, сәнғәт һәм производство өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән 14 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләргә тәғәйенләнә.
Ошо фәһемле ваҡиғанан һуң һүҙ ҡурайсыларға бирелде. Концертты район артистары тамамлап ҡуйҙы.
Шулай итеп, данлы Көйөргәҙе ерендә шаулап-гөрләп үткән тағы ла бер мәртәбәле халыҡ байрамы, Кинйә тоҡомло милләттәштәребеҙҙе туплап, йәнә яңы үрҙәргә әйҙәне.
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20