Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Табынға ҡарап танырҙар
Табынға ҡарап танырҙарЯҡын арала Томск ҡалаһында башҡорт аш-һыуы рестораны барлыҡҡа киләсәк. Был изге уй менән “Ялҡын” башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Дамир Нуриев янып йөрөй.
Томск ҡалаһы башҡорттары ойошмаһы 1993 йылда төҙөлгән, тәүҙәрәк “Дуҫлыҡ” тип аталған. Дамир Камил улы үҙәк рәйесе булып 2001 йылдан алып эшләй. Үзбәкстанда үҫеүенә ҡарамаҫтан, ул үҙен саф башҡорт тип иҫәпләй. Ата-әсәһен заманында йүнәлтмә буйынса Башҡортостандан Ташкент өлкәһенең Алмалыҡ ҡалаһына эшкә ебәргәндәр, малай шунда тыуған, аҙаҡ, юғары белем алыу маҡсатында, Томск ҡалаһына киткән һәм уҡыған ерендә төпләнеп ҡалған. Үҙе әйтмешләй, бер ҡасан да тынғы бирмәгән башҡорт рухы үҙенекен иткән һәм ошо эш менән шөғөлләнергә этәргән.
— Башҡорт булыуым менән һәр ваҡыт ғорурланам. Ғөмүмән, Башҡортостан бик оҡшай, әгәр мөмкин булһа, башҡа төбәктәргә үҫеш өлгөһө итеп ошо республиканы күрһәтер инем. Халҡы ихласлығы, үҙенсәлеклелеге, үҙаллылығы, тырышлығы һәм һәләте менән айырылып тора, — ти Дамир.
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булараҡ ҡатнашҡанда ул, үҙе тәғәйенләнгән секциянан баш тартып, эшҡыуарлыҡ секцияһы ултырышында ҡатнашырға теләк белдерә. Был ҡарарынан ул бик ҡәнәғәт ҡала, сөнки тап шул саҡта унда башҡорт аш-һыуы менән шөғөлләнеү теләге тыуа. Уңған егет ҡайтҡас та эшкә тотона, һәм әле үк һөҙөмтәләр бар. Бынан бер-ике ай элек ҡалалағы ресторандарҙың береһендә Дамирҙың тырышлығы менән ун – ун ике төрлө башҡорт ашы тәҡдим ителә башлаған.
— Беҙ үҙенсәлеклелек һәм сифат менән алдырасаҡбыҙ. Сөнки бығаса Томск яҡтарында башҡорт аш-һыуының булғаны ла юҡ ине. Кешеләр араһында ҡыҙыҡһыныу тыуа, тәмләп ҡарағылары килә, — ти ул. — Икенсенән, мин сифатҡа өҫтөнлөк бирәм. Ҡағыҙҙа нисек яҙылған, шулай бешерәбеҙ. Алдашыу булмаясаҡ.
Был баҙарҙы тағы бер ни тиклем ваҡыт өйрәнгәндән һуң Дамир башҡорт аш-һыуы ресторанын асырға йыйына. Уның әйтеүенсә, бында күргәҙмә әйберҙәр ҙә ҡуйыласаҡ. Улар, һис шикһеҙ, Башҡортостанға бәйле буласаҡ. Дамир Камил улының ышаныуынса, аш-һыу аша беҙҙең республикаға, уның халҡына ҡарата ҡыҙыҡһыныу артасаҡ.
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең ҡалала кешеләр башҡорттар тураһында бик аҙ белә. Татар, украин, белорус һәм башҡа милләттәр хаҡында ла әллә ни хәбәрҙар түгелдәр. Шуға күрә беҙ үҙәк ағзалары менән мәктәптәргә һәм юғары уҡыу йорттарына йөрөй башланыҡ, йәштәрҙе башҡорттар менән таныштырабыҙ. Ә ресторан барлыҡҡа килһә, халыҡ беҙҙе үҙе эҙләп табып белешәсәк, — ти ул.
Егеттең пландары ҙур. Мәҫәлән, ҡымыҙ бешеүҙе айырым бер ҙур йүнәлеш тип ҡабул итә. Йылҡысылар менән һөйләшеп, үҙҙәрендә үк ҡымыҙ әҙерләргә кәрәк, тип иҫәпләй.
Дамир башҡорттоң аш-һыуына фәлсәфә күҙлегенән ҡарай:
— Бөгөн күптәр кафела тиҙ бешерелгән теләһә ниндәй ризыҡ менән туҡлана. Улар бит һаулыҡҡа ғына түгел, психикаға ла зыян килтерә. Ә башҡорттарҙың тарих төпкөлөнән килгән аш-һыуы ваҡыт һынауын үткән. Яуҙар, һәр ваҡыт күсенеп йөрөүҙәр, төрлө тәбиғәт шарттарында үҙен аҡлаған аҙыҡ-түлек һаулыҡ өсөн файҙалы...
Бөгөн Томск ҡалаһында ике мең самаһы саф башҡорт йәшәй. Электән күсеп килгәнлектән, тел онотолоп барһа ла, рух һүнмәй. Ҡалала “Ағиҙел” үҙешмәкәр бейеү ансамбле эшләй, битараф булмағандар “Ялҡын” башҡорт мәҙәниәте үҙәгенең сараларында ҡатнаша. Дамир Камил улы үҙе ҡурайҙа, ҡумыҙҙа өҙҙөрөп уйнай.
Әлфиә ӘЙҮПОВА
Томск ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә