Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иҫән хандың рухы иҫән
Иҫән хандың рухы иҫәнПермь крайының Чернушка ҡалаһы һәм районы башҡорттары үткәргән шәжәрә байрамында ҡатнашыу форсаты сыҡҡайны. Милләттәштәребеҙҙең үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлауға, киләһе быуындарға башҡорт рухын тапшырыуға ни тиклем йөрәкһенеп ҡарауын күреүҙән ҡыуаныстың сиге булманы.
мБындай байрам ҡалала икенсе тапҡыр ойошторола. Край башҡорттары ҡоролтайы башлығы Рәсил Мөхәмәтйәновтың шәхсән тырышлығы һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашырыла ул. Бер нисә йыл элек кенә шәжәрәнең ни икәнен белмәгән, байрамдың мәғәнәһен аңламаған гәйнә башҡорттарының күбеһе бөгөн йыйында ҡатнашыуҙы мөҡәддәс бурысы тип һанай.
Ҡаланың мәҙәниәт һарайында уҙған быйылғы сараға 200-ҙән ашыу кеше килде. Улар дүрт нәҫелдең бәйге рәүешендә үткән шәжәрә байрамын тамаша ҡылыу өсөн генә түгел, бер-береһе менән аралашыу, танышыу, уртаҡ мәсьәләләр буйынса фекерләшеү, башҡорт мөхитендә үткән аҙ ғына ваҡыттан дәрт-дарман, илһам алыу маҡсатында ла йыйылғайны.
Беренсе булып Сулмаш ауылынан мәғариф ветераны Мөслимә Амаева сығыш яһаны. Үҙенең Ғариповтар затын алты быуынына тиклем белә икән. «Олатайҙарымдың береһе Хөснийәр Бәләбәйҙә хәрби хеҙмәт үткән, шунда Гөлмийыһан исемле башҡорт ҡыҙына өйләнгән. Тимәк, татар ауылында йәшәһәм дә, Иҫән хандың рухы иҫәнминдә башҡорт ҡаны бар, – тине ул. – Беҙҙе «бүреләр араһы» тип йөрөтәләр. Нәҫелебеҙҙә игеҙәктәр, йөҙйәшәрҙәр күп. Барыһы ла – тырыш, һөнәрле, көслө кешеләр».
Әбейҙең тырышып-тырмашып башҡортлоғон раҫлауы, Башҡортостанға һөйөүен белдереүе, бер яҡтан, аптыратһа, икенсенән, һоҡландырҙы. Ире Миңлемулланың Барҙа районының Ҡарман ауылы башҡорто булыуы, ҡыҙы Гөлнараның улына Салауат тип исем ҡушыуы, килене Римма Камалованың тыумышы менән Башҡортостандан икәнлеге, Көйәҙе районындағы башҡорт ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнашыуы хаҡында ғорурланып бәйән итте ул. «Башҡортостан оҡшай. Бәләбәйгә барғым, кемдең затынан булыуымды белгем килә», – тигәнендә күҙҙәрендә һағыш ҡатыш өмөт сағылды.
Сираттағы нәҫел – Ниғмәтйәновтар – Асҡын районының Олокүл ауылынан булып сыҡты. Улар менән ошо тирәләге ауылдарҙың береһендә төпләнгән Илвера Дмитриева таныштырҙы. Әйткәндәй, Рәсил Мөхәмәтйәнов менән бер шәжәрәгә барып тоташалар икән. «Мөхәмәтйәндең улы Ниғмәтйәндең өс ҡатыны, 33 балаһы булған. Шул тармаҡтан таралғанбыҙ, – тине Илвера. – Беҙҙә ғаиләләр ишле. Үҙем – атайым Тимербайҙың һигеҙенсе балаһымын. Затыбыҙ сифат йәһәтенән дә алдыра, арабыҙҙа белемлеләр, йүнселдәр күп. Мәҫәлән, Артур Ниғмәтйәнов – Әбйәлилдә фермер, Эмиль – Чернушкала билдәле эшҡыуар».
Хәтмуллиндар үҙ шәжәрәһе тураһында шиғыр юлдарына һалып һөйләне, шул уҡ ваҡытта сәхнәлә дүрт ҡыҙ нәҫел тарихын бейеү аша ла күрһәтеп барҙы. «Беҙ – ижади кешеләр», – тине улар.
Ә бына Мөхәмәтйәновтар байрамға Чернушкала йәшәгән туғандарын ғына түгел, Асҡын районының Ҡаҙансы ауылынан зат-ырыуын да саҡырған. Рәсил Мөхәмәтйәнов нәҫеле хаҡында бик бай мәғлүмәт бирҙе, шәжәрә төҙөүҙең әһәмиәтен, йыйындың маҡсаттарын аңлатты. Сараны уның хәләл ефете, Чернушка башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәүиә Махатова етәкселегендәге «Сулпан» ансамбле бейеүселәре биҙәне.
Ярышыусылар үҙҙәренең ҡул эштәрен, бауырһаҡтарын да жюри хөкөмөнә тапшырҙы. Ҡатнашыусы дүрт команда өсөн «Иң ҙур нәҫел», «Иң боронғо нәҫел», «Ғаилә династиялары», «Иң ижади нәҫел», «Иң тәмле бауырһаҡ» тигән биш номинация билдәләнгәйне, шуға күрә бер кем дә мәхрүм ҡалманы. Иҫтәлекле бүләктәр менән бергә башҡорт Ҡоролтайы исеменән дипломдар ҙа тапшырылды.
Иҫән хандың рухы иҫәнЙыйылыусылар араһында шәжәрәһе 1525 йылғы Әсән (Иҫән) хандан башланған Гөлнара Әзмөхәмәтова менән танышырға насип булды. «Әле ошо башҡорт ханының 14-се быуыны үҫә. Китаптарға ҡарағанда, ул яҡын-тирәләге Аҡсәйет, Күрҙем, Илмәт кеүек ауылдарҙы һалған. Тамырҙары Сыңғыҙханға барып тоташа, тиҙәр. Ә бына Ғәли Соҡоройға туғанлығыбыҙҙы иҫбатлауы ауыр түгел – шәжәрәбеҙ бар», – тине ул.
Урындағы халыҡтың башҡорт йыр-моңон ишетеүгә ни тиклем мохтаж булыуын аңлатып тораһы түгелдер. Улар өсөн Нефтекама дәүләт филармонияһының «Ҡәрҙәштәр» эстрада төркөмө килеүе оло ваҡиғаға әйләнде. Баймаҡ егете Рәил Ғайсиндың ҡурайҙа боронғо һәм заманса көйҙәрҙе һыҙҙырыуы, «Бөрйән һандуғасы» Раян Алтыншиндың башҡорт халыҡ йыры «Ильяс»ты, һикһәненсе йылдарҙа ижад ителгән «Төнгө серенада»ны, яңыраҡ танылған «Һағындыра тыуған яҡтарым»ды башҡарыуы, уның яҡташы Марс Ишморатовтың баян телдәрен талдырғансы уйнауы гәйнә башҡорттарының һушын алды. «Ирәндек бөркөтө» – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовты тамашасылар оҙаҡ ҡына сәхнәнән төшөрмәне.
Даян МӘЖИТОВ
Пермь крайы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 0

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә