Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Мәләүез районының гүзәл Нөгөш буйында урынлашҡан Әбет ауылындағы иң күркәм йорттарҙың береһендә Сәфәрғоловтар ғаиләһендә донъяға килә Салих. Рауза апай менән Фәйзрахман ағайҙың терәге, ышанысы булып, буй еткерә. Сәфәрғоловтар өс балаһына ла дөрөҫ тәрбиә биргәнгә, улар тормош һынауҙарына бирешмәне, Рәсимә — Шишмә районы үҙәгендә, Нәсимә Салауат ҡалаһында гөрләтеп донъя көтә, икеһе лә педагог булып пенсияға сыҡты.
Салих иһә, егет ҡорона инеп килгәндә атаһын юғалтҡанға, әсәһе Рауза апайға терәк-таяныс булыу ниәтенән, училище тамамлап, әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң тыуған ауылында төпләнде. Бөгөн Йәмилә еңгә менән дүрт балаға ғүмер биреп, матур тормош көтәләр. Уның күркәм, нурлы йортонан кеше өҙөлмәй. Ике яҡтың да туған-тыумасаһын һәр саҡ яҡты йөҙ, йылы аш менән ҡаршы алалар. Күңелендә һис кемгә кер һаҡламаҫ, балаларса самими, саф күңелле, донъяға йыр-моң, йылмайыу аша бағыусы алтын йөрәкле кеше ул туғаныбыҙ. Биш йәшлек сағында әсәһенең тәүге тапҡыр гармун бүләк итеүен әле лә хәтерләй Салих. Дуҫы менән таң атҡансы мунсала гармун тартып, тәүге көйҙәр сығарып, радионан яңғыраған һәр йырҙы йотлоғоп өйрәнеүҙәр... Егет күңелендә шунда моң ярала, рухи донъяһы байый.
Әбет ауылы клубында күп йылдар художество етәксеһе вазифаһын алып барғанда, район, республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙа Салих гармуны, баяны менән сәхнәләрҙән төшмәне, “Тальян гармун”, “Оҙон көй” бәйгеләрендә еңеүҙәр яуланы. Артабан мәктәптә техникаға өйрәтеү дәрестәрен алып барҙы, әле “Ергән” МТС-ында механик булып эшләй. Етәкселеге уның хеҙмәтенән ҡәнәғәт, сөнки алтын ҡуллы Салихтың белмәгән һөнәре юҡ. Йорт-ҡураһы төҙөк, малы ишле. Ауылдағы һәр туйға, байрам түренә хөрмәтләп саҡыралар уны, ул иһә ихласлап бара, йыр-моңо менән ҡунаҡтарҙың күңелен әсир итә, был кисәләр һәр кем өсөн онотолмаҫ ваҡиғаға әүерелә.
Моң тулҡынында үҫкән ҡыҙҙары Сажидә, Гөлсинә, улдары Самат менән Булат бөгөн башлы-күҙле, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында донъя көтәләр, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Атай йортона ҡайтырға ашҡынып торалар, ейән-ейәнсәрҙәре “алтын” ҡартаталарының моңона ҡушылып бейергә, йырларға әүәҫ. Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән атай кешегә?
Ауылдың ҡотон һаҡлап, зыңҡытып донъя көткән, ауылдаштарының хөрмәтен ҡаҙанған, оло йәштәге әсәһен ихлас тәрбиәләгән Салих туғаныбыҙға 55 йәш тула. Уны күркәм юбилейы менән ихлас тәбрикләйбеҙ, сәләмәтлек, балаларының игелеген күреп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә Йәмилә еңгә менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән туғандары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә