Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әллә була концерт, әллә юҡ...
“Башҡортостан” гәзитенән журналист килеп киткәндән һуң ошо баҫмаға яҙылыу мәсьәләһе буйынса күптәр менән һөйләштем. Ыңғай ҡараш тойола. Гәзиттә беҙҙең турала “Ярҙарҙы яҡынайтыр Яр Саллы” тигән яҙма донъя күргәс, ҡыҙыҡһыныусылар тағы ла артты. “Ярты йылға 685,56 һум беҙҙең өсөн ҡыйбат, бына йома һанына ғына яҙылыр инек”, — тигән кешеләр күберәк. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаланың почта бүлексәһендә: “31805 индекслы гәзиткә яҙылып булмай”, — тип яуап бирәләр.
Беҙ, йәғни Яр Саллы башҡорттарынан бер төркөм, 10 декабрҙә ҡаланың мәҙәниәт һарайында мәшһүр Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертын ҡарап, халҡыбыҙ өсөн ғорурлығыбыҙ артып, илһам, дәрт алып ҡайттыҡ. Сара “Төньяҡ амурҙары” бейеүе менән башланды, “Еҙ үксә”, “Ете ҡыҙ”, “Бөрйән ҡыҙҙары” менән дауам итте. Сәнғәт оҫталары башҡа халыҡ бейеүҙәрен дә ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Кейемдәрҙең сағыулығын, матурлығын тасуирларға һүҙ етмәҫ кеүек. Күмәк бейеүсе ҡатнашҡан, бай йөкмәткеле, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ тамаша ине был.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо күркәм сара хаҡында ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең, яҡташтарыбыҙҙың күбеһе алдан ишетмәгән булып сыҡты. Һуң ғына белеп ҡалып, кассаға шылтыратҡандарға: “Билеттар һатылмай! Әллә була ул концерт, әллә юҡ...” — тип яуап биргәндәр. Концерттан бер көн алда билет алырға килгән тиҫтәгә яҡын кешенең дә: “Ниндәй концерт ти ул? Иҫегеҙ киткән икән”, — тип хәтерен ҡалдырғандар. Касса эргәһендәге белдереүҙәр таҡтаһында ла 10 декабрь көнөнә афишалар бөтөнләй юҡ ине. Телевизорҙан концерттың ҡасан, ҡайҙа булыры асыҡ күрһәтелмәне, ансамбль тураһында белешмә генә булды. Танышым Азат хәҙрәт Шәрипов: “Алабуға ҡалаһындағы афишанан күреп кенә килдем”, — тип әйтеп торҙо. Ҡайтышлай бер ҡатын менән һөйләшеп киттек, ул Аҡтаныш районынан ошо сараға тип махсус килгән булған. “Билеттар арзан, залда оло кешеләр әҙ булды, — тип аптыраны ул. — Башҡорт бейеүҙәрен, ғәҙәттә, төрлө халыҡ вәкилдәре яратып ҡарай ҙа баһа!”
Былтыр Стәрлетамаҡ театры менән дә шундай уҡ хәл булғайны. Башҡа милләт концерттарының афишалары, рекламалары бер ай алдан бөтә ергә эленеп, хатта ялҡытып бөтә, ә башҡорт тамашалары тауыш-тынһыҙ, йәшерен рәүештә үткән кеүек. Йә ветерандарға ғына билет тараталар, йә залға айырым берәй мәктәптән уҡыусыларҙы йыялар.
Яр Саллыла 14 йыл йәшәйем, ошо ваҡыт эсендә атаҡлы бейеү ансамбле бында тәүгә сығыш яһаны. Тағы ҡасан килерҙәре билдәһеҙ. Башҡорт халҡы, шулай уҡ барлыҡ ҡитғаларҙа танылыу яулаған Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бындай мөнәсәбәткә лайыҡ түгел.
Әлфиә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Татарстан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә