Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халҡына еңеү бүләк итте
Халҡына еңеү бүләк иттеБокс буйынса Америка чемпионы, Силәбе өлкәһе башҡорто Хәбир Сөләймәновтың Мексикалағы алышта еңеү яулауын хәбәр иткәйнек инде. Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙҙе ҡотлау өсөн уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
– Хәбир, профессиональ бокста был нисәнсе еңеүең? Ярыштың әһәмиәте ниндәй?
– Донъя чемпионы исеменә дәғүә итер өсөн боксерҙар рейтингының юғары баҫҡысына етергә тейешһең. Был ун икенсе еңеүем булды, тағы ла дүрт-биш алышта һынатмаҫҡа кәрәк. Ғөмүмән, һабаҡ ала белһәң, һәр ярыш үҙенсә әһәмиәтле.
– Белеүебеҙсә, һигеҙ раундлыҡ алышта дәғүәсең – мексикалы Хорхе Геррероны беренсе раундта уҡ еңдең. Көсөгөҙ тиң түгел инеме әллә?
– Уны көсһөҙ тип әйтмәҫ инем, тәжрибәһе лә ҙур. Мексикала алышҡас, көйөрмәндәре лә зал тулы булды. Шулай ҙа ниңәлер тиҙ биреште.
– Еңеүеңә нимә булышлыҡ итте тип уйлайһың?
– Тренерым менән ике ай көсөргәнешле шөғөлләнеүебеҙ һөҙөмтәһе ул. Икенсе сәбәп бирсәткәләрҙә тип уйлайым. Ҡағиҙә буйынса, уларҙы бәйгенең ойоштороусылары бирә, үҙеңдекен кейергә ярамай. Мексикандарҙыҡы ҡәҙимге бирсәткәләрҙән ике тапҡырға йоҡараҡ булып сыҡты, эсенә губка ла һалмағандар, ҡулға бинт та уратманылар. Былар барыһы ла һуғыуҙы йомшартыр, зыянды кәметер өсөн эшләнергә тейеш ине. Боксерҙарҙың йоҙроғо тос бит инде, шуға майҙанға сыҡҡас та үҙемә һуҡтырмаҫҡа кәрәк тип уйлап ҡуйҙым. Ун ике сәғәт буйы сират еткәнен көтөү ҙә тамам асыуҙы ҡабартҡайны. Дәғүәсем нокаутҡа киткәндә хатта тирләргә лә өлгөрмәгәйнем.
– Яңы йылды нисек ҡаршыларға йыйынаһың?
– Тыуған яҡҡа ҡайтып, атай-әсәйем, туғандар эргәһендә булырмын тип уйлағайным, әммә пландар ҡапыл үҙгәрҙе. Мексикалағы алыштан һуң ғинуарҙа уҙасаҡ икенсе ярышҡа саҡырҙылар, хәҙер бар көстө шунда йүнәлтергә кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, Яңы йыл, тыуған көн, ниндәйҙер байрам тип әллә ни иҫем китеп бармай, уларҙы бер нисек тә билдәләмәйем. 31 декабрҙә дуҫтарым менән Ҙур Айыу тигән тауға барып, саңғыла шыуырға йыйынам, сөнки башҡа ерҙә ҡар юҡ.
– Хәбир, беҙҙә бер яңылыҡ бар: күптән түгел Башҡортостан Бокс федерацияһына яңы рәйес һайланды. Әле был өлкәлә аныҡ маҡсаттар ҡуйыла, пландар төҙөлә. Республикала боксты үҫтереү буйынса һинең дә тәҡдимдәреңде ишетке килә.
– Үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн күберәк ярыштар үткәрергә, билдәле боксерҙарҙы саҡырырға кәрәк. Егеттәр кумирҙарына ҡарап, уларға оҡшарға тырышасаҡ, дәрте артасаҡ.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.
Америка Ҡушма Штаттары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә