Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли баҫмаларҙан кемдәр биҙҙерә?
Арғаяш район мәҙәниәт һарайында урындағы етәкселек менән йәмәғәтселек вәкилдәре араһында милли матбуғатҡа арналған һөйләшеү ойошторолдо.
Республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн башҡортса баҫмалар алдырып уҡыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Халыҡ йыйындарында был хаҡта борсоулы һүҙҙәр йыш әйтелә, әммә “боҙ” урынынан ҡуҙғалмай әле.
Етди һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәшит Хәкимов, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Айҙар Ишбирҙин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Ҡамса Мортазин һәм йәмәғәт әүҙемселәре ҡатнашты.
Барлыҡ ғүмерен тиерлек балалар тәрбиәләүгә арнаған аҡһаҡал, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов, әсенеп, былай тине:
— Элек Арғаяш районына ун меңдән ашыу дана башҡорт баҫмаһы килә торғайны, шулар араһында “Ағиҙел” менән “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары ғына ла меңәр дана тәшкил итте. Әле Бәжекәй урта мәктәбендә райондың “Восход” гәзитен генә алдыралар. “Ватандаш” журналы һуңғы тапҡыр унда 2007 йылда килгән, мәктәптәрҙә матбуғатҡа аҡса бүленмәү арҡаһында яҙҙырыу туҡталған. Бындай шарттарҙа белем офоҡтары нисек киңәйһен дә йәш быуынды нисек тәрбиәләйһең?!
Элегерәк милли баҫмаларҙың Рәсәй каталогына инмәүе бәкәлгә һуҡһа, хәҙер килергә тейешле гәзит-журналдар “аҙашып” аптырата. Был күренеш Силәбе өлкәһендә йыш ҡабатлана. Ҡоншаҡ районы мәғариф бүлегенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методисы Нуриза Ғәлиева белдереүенсә, 2011 йылдың беренсе яртыһына “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылған ун уҡытыусының (райондың 13 мәктәбендә туған тел уҡытыла) өсөһө генә тейешле баҫмаларҙы ҡулына алған, ә ҡалғандары әле һаман журналдың 4 – 6-сы һандарын көтә. Арғаяш районында ла шундай уҡ хәлдәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был халыҡтың милли матбуғаттан биҙеүенең берҙән-бер сәбәбе түгел.
Көҙәш ауылынан килгән хеҙмәт ветераны, уҡытыусы Сәймә Фазылова мәсьәләне яйға һалыуҙы үҙеңдән башларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, мәктәптәрҙә милли баҫмаларға яҙылыу эшен әүҙемләштереү тәҡдимен индерҙе.
Матбуғаттың әһәмиәте, совет дәүере тәжрибәләре, бөгөнгө милли баҫмаларҙың республиканан ситтәге хәле тураһында йәнле һөйләшеү күңелдәрҙә өмөт сатҡыһы уятты. Был йәһәттән берҙәм булыу һәм маҡсатлы эш алып барыу кәрәклеге билдәләнде. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Рәшит Хәкимов милли баҫмаларға иғтибарҙың мотлаҡ артасағын белдерҙе.
Ҡ. ДӘҮЛӘТБАЕВ.
Силәбе өлкәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә