Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Телдәренән дә, ҡулдарынан да килә
Телдәренән дә, ҡулдарынан да киләҠаран мәктәбенә Светлана Әмир ҡыҙы немец теле уҡытыусыһы булып 1979 йылда эшкә килде, шунан бирле уны беләм һәм һоҡланам. Әсәһе икенсе юғары белем алыу өсөн Бөрө педагогия институтына уҡырға ингәндә, ул беренсе класта ғына уҡый әле. Үҫә төшкәс инде, икмәк бешерә, ҡайнатмалар әҙерләй, һыйыр һауа, һарыҡ йөнө лә ҡырҡа, баҡсала эшләргә ярата.

Был бәләкәй ҡыҙыҡайҙың ошондай эштәрҙе башҡарыуына ышаныуы ла ауыр. Ләкин, әсәһе уҡып бөткәнсе, уға донъя йөгөнөң күпмелер өлөшөн үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Был сынығыуы тормошонда бик ярҙам итә. Бөгөн, уҡыусы ҡыҙҙарҙы тегеү-сигеү серҙәренә төшөндөрөү менән бер рәттән, буласаҡ хужабикәләрҙе тәмлеТелдәренән дә, ҡулдарынан да килә ризыҡтар бешерергә, үҙенсәлекле торттар әҙерләргә өйрәтергә лә ваҡытын ҡыҙғанмай. Яҙмыш Светлананы үҙе кеүек уңған Фәзит Мәжит улы менән ҡауыштырған. Бәхетле йәшәй был ғаилә. Тормош иптәшенең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Улар бөтә уңайлыҡтары булған заманса ҙур, матур өй һалып ингән.
1983 — 1986 йылдарҙа сит илдә – Алжирҙа — йәшәргә тура килә был ғаиләгә, сөнки Фәзит Шәйхетдинов СССР-ҙың һөнәри белем биреү буйынса дәүләт комитеты юлламаһы менән сит илгә эшкә ебәрелә. БДУ-ла курстарҙа уҡый, француз телен (ул Алжирҙа — дәүләт теле) өйрәнә. Светлана ла французса һөйләшергә күнегеп, унда балаларҙы мәктәпкә әҙерләүсе төркөмдә эшләй, ғәрәпсә лә аңлай башлай.
ЮНЕСКО контракты буйынса улар Мароккола йәшәй. Светлана туризм һәм сит телдәр институтында эшләй, студенттарҙы был илдә киң таралған немец теленә Телдәренән дә, ҡулдарынан да киләөйрәтә, уларҙан иһә ныҡлап инглиз, испан, француз телдәрен үҙләштерә. Ғәрәптәр менән дә улар телендә аралаша башлай. Был халыҡтың милли аш-һыуын үҙләштерә, үҙе башҡорт һәм татар милли аштарын таныта. Ундағы дуҫтары менән әле лә элемтәлә.
Йәй аллы-гөллө сәскәгә күмелгән ихатала ейән-ейәнсәрҙәре — Карина, Арыҫлан, Йәсминә — рәхәтләнеп уйнай. Баҡсаларында ниндәй генә еләк-емеш, йәшелсә Телдәренән дә, ҡулдарынан да киләүҫмәй! Улар эргәһендә бал ҡорттары безелдәшә. Аҙбар тултырып мал-тыуар (һыйыр малы ғына ла алты баш), ҡош-ҡорт аҫрау улар өсөн тормош талабына әйләнгән. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйылған консерваларҙың иҫәбе-һаны юҡ.
Светлана сит илдән яңы һөнәр өйрәнеп ҡайтҡан: фарфор ҡомонан "ҡамыр" яһап, тере сәскәләрҙән һис айырылғыһыҙ шәлкемдәр, төрлө ҡабырсыҡтарҙан һәм матур таштарҙан бик йәтеш ҡумталар эшләй. Теләгән кешегә уларҙы яһау серен дә өйрәтә, һорағандарға осһоҙ ғына хаҡҡа һата.
Фәзит Мәжит улы яндырып-биҙәкләп эшләгән, Светлана Әмир ҡыҙы бәйләгән һәм теккән әйберҙәр, бешергән торттар йәрминкәләрҙә һәйбәт үтә. Яҙын бергәләп үҫтергән һуған орлоғонан, сәскә, помидор үҫентеләренән яҡшы килем алалар. Мал, бал һатыуҙан ингән аҡса ла ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра.


Автор: Сания ШӘРИПОВА. Бүздәк районы, Уран ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә