Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Профессор ҡабыҙған хыял
Профессор ҡабыҙған хыялБашҡорт дәүләт медицина университетының клиник дауаханаһы (баш ҡала халҡы уны 6-сы дауахана тип тә йөрөтә) – заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, төрлө йүнәлешле, ҙур учреждение. Бында консультация-диагностика үҙәге, хирургия, онкология, гинекология, терапия, неврология, педиатрия, бала табыу, анестезия-реанимация бүлектәре уңышлы эшләй, йыл әйләнәһенә баш ҡаланан, республиканың төрлө төбәктәренән, сит өлкәләрҙән килгән меңдәрсә кеше дауалана.

Дауахана 625 койка-урынға иҫәпләнгән. Учреждениеға медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Олег Ғәлимов етәкселек итә.
– Йыл һайын клиникала 18 меңдән ашыу пациент дауалана, 6 меңдән ашыу операция үткәрелә, бала табыу йортонда 3 меңдән ашыу сабый донъяға килә. Меңдән ашыу хеҙмәткәр араһында 9 фән докторы, 48 фән кандидаты эшләй. Медицинаның барлыҡ төп йүнәлештәре буйынса махсуслашҡан ҙур Профессор ҡабыҙған хыялструктура менән, әлбиттә, етәкселек итеү еңелдән түгел. Беҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ – юғары квалификациялы белгестәр, – ти Олег Владимирович.
Таяр Вилданов – шундайҙарҙың береһе. Әбйәлил районынан, торакаль хирургия бүлегендә эшләй, тәжрибәле, абруйлы белгестәрҙең береһе. Ябай ауыл малайының ҡатмарлы һәм яуаплы һөнәрҙе һайлауына осраҡлы ғына хәл булышлыҡ иткән: Таяр 7-се класта уҡығында ауылға билдәле яҡташы, медицина фәндәре докторы Ишмырҙа Һиҙиәтов килгән. Балалар менән ихлас күңелдән аралашҡан, медицина тураһында мауыҡтырғыс фильм күрһәткән профессор үҫмерҙең йөрәгендә хыял уятҡан – ул да табип булырға тейеш! Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Таяр Сибай медицина училищеһына юлланған. Диплом алғас, тәжрибә тупларға ла өлгөргән: бер йыл тыуған ауылында фельдшер, унан һуң район үҙәге Асҡарҙа “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләгән.
Әммә тынғыһыҙ күңеле бының менән генә ризалашмаған: маҡсатлы егет, Башҡорт дәүләт медицина университетына барып, бәхетен һынап ҡарарға булған…
Студент йылдары, ике йыл Мәскәүҙә, данлыҡлы Вишневский исемендәге Хирургия институтында ординатурала белемен камиллаштырыу, баш ҡала дауаханаларының береһендә тәжрибә туплау – быларҙың барыһы ла артта. Бөгөн Таяр Даян улы – торакаль хирургия бүлегенең алдынғы белгестәренең береһе.
– Остаздарыма рәхмәтлемен, – ти Таяр Даян улы. – Бигерәк тә торакаль хирургия бүлеге мөдире Артур Авзалетдиновҡа. Ул — үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы хирург.
Торакаль хирургия бүлеге 1972 йылда ойошторолған, ул тын һәм аш юлдары, диафрагма, күкрәк ситлеге арауығы сирҙәре менән яфаланыусыларға квалификациялы махсуслаштырылған хирургия ярҙамы күрһәтеү буйынса федераль үҙәк булып тора. Бүлеккә медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Артур Авзалетдинов етәкселек итә. Бында өс медицина фәндәре кандидаты, өс юғары квалификациялы табип эшләй. Тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәт араһында фәнни эшмәкәрлеккә лә ваҡыт табалар: бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан 5 монография, 8 патент әҙерләп сығарылған. Бүлектә 1997 йылдан республикала тәүгеләрҙән булып видеоторакоскопик технологиялар ҡулланыла. Операция һөҙөмтәләре буйынса бүлек хирургтары ике тапҡыр “Алтын скальпель” Башҡортостан хирургтары ассоциацияһының беренсе дәрәжәләге дипломы менән бүләкләнгән, 2003 йылда Артур Авзалетдинов иһә Башҡортостандың иң яҡшы хирургы исеменә лайыҡ булған.
Яуаплы ла, ҡатмарлы ла хирург һөнәре: уның хаталанырға хаҡы юҡ – һүҙ кеше ғүмере хаҡында бара. Шуға күрә табиптарҙың көндәлек эшен батырлыҡҡа тиңләргә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә