Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Осҡанда өҙөлгән ғүмер
Осҡанда өҙөлгән ғүмерБашҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың театр сәнғәте йондоҙо, ғүмерен мәҙәниәткә арнаған күренекле шәхес Филарит Бакиров ни бары 62 йәшендә арабыҙҙан китте.

Ғүмер тигән төшөнсәнең йүгәне ҡыҫҡа шул, ә һин бигерәк иртә ҡуҙғалдың. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта тиҫтәләгән генә түгел, ә йөҙәрләгән образ ижад иттең. Улар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Мәшһүр образдар тыуҙырған, Стәрлетамаҡта милли театр асыуға ҙур көс һалған халыҡ артисы, күренекле драматург Илшат Йомағолов та яҡты донъянан иртә китте. Хәтереңдәме, Филарит, уны һуңғы юлға оҙатҡанда был күренеште шиғыр менән әйткәйнем:
Төштәремдән китһен әруахтар,
Көтмәһендәр әле тиҙ генә.
Барыбер ҙә унда барасаҡбыҙ,
Ҡалмабыҙ бит инде беҙ генә.

Тик ниңәлер унда борсолалар,
Тармы әллә унда ожмахтар?
Ундай ожмах беҙгә кәрәк түгел,
Һөйөү тигән ожмах бында бар.
Филарит, һин минең "Сибәр ҡатын" һәм "Ут күршеләр" тигән комедияларымды Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында сәхнәләштерҙең, сөнки талантлы артист ҡына түгел, ә һәләтле режиссер ҙа инең. "Сибәр ҡатын" — Ғәли Ибраһимов, ә "Ут күршеләр" Жәлил Кейекбаев исемендәге премияларға лайыҡ булды. Башҡорт менән татарҙың йәшәйешенә, үҙенсәлекле һыҙаттарына, үҙ-ара мөнәсәбәтенә бағышланған был комедияла уйнап, татар олатайы образын тыуҙырҙың. Һоҡланғыс итеп күҙ алдына баҫтырҙың уны.
Хәҙер театрҙа һин дә, драматург булараҡ мин дә юҡ. Тик борсолма, театр көслө, рухлы, уның булдыҡлы етәкселәре бар, талантлы коллектив та заман тыуҙырған яуыз елдәрҙе ижади ҡеүәте менән еңергә ынтыла.
Ғүмерең буйы театрға, халыҡҡа намыҫлы хеҙмәт иттең. Намыҫ тигәндәй, шуны әйтке килә: Латин Америкаһы ғына түгел, ә бөтә донъя әҙәбиәте классигы Эрнест Хемингуэй "Талант эргәһенә намыҫ та кәрәк" тигән. Һин, ысынлап та, талантлы ла инең, намыҫыңа, тимәк, тамашасыларға хыянат итмәнең. Юҡһа, хәҙерге буталсыҡ заманда ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, түрәләр алдында ярамһаҡланыу, бары тик үҙ мәнфәғәтеңдән сығып эш итеү, проблемаларға һумдар аша ҡарау китте, намыҫ тигәнең онотолдо. Ә һин, Филарит, эшләгәндә лә был күренештәргә ерәнеп ҡараның, сәнғәт тигән бөйөк төшөнсәгә тап төшөрмәнең. Бының өсөн һине өнәп тә еткермәйҙәр ине. Тормош иптәшең, Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова ла намыҫлылар ҡәүеменән. Шөкөр, ул иҫән-һау, васыяттарыңа тоғро ҡалырына шик юҡ.
Ғөмүмән, ҡан, күҙ йәштәре аша тыуған милли театрҙы һаҡларға кәрәк. Унһыҙ халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереп булмай, кешеләрҙе рухи аҙыҡһыҙ ҡалдырырға ярамай. Стәрлетамаҡ ғүмер баҡый театрлы булған. Легендар Вәлиулла Мортазин-Иманский үткән быуат башында уҡ ҡалала "Сәйәр" тигән театр асып ебәрә, үҙ янына Ырымбурҙан яҡташы драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙе саҡырып килтерә. Республикабыҙҙың әлеге Башҡорт академия драма театры үҙ юлын Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Стәрлетамаҡтағы ошо коллективтан башлай. Хәтеремдә, Филарит, һин: "Өфөлә эшләгәндә был турала бик йыш иҫтәренә төшөрә торғайным, юғиһә театрҙа егерме йыл самаһы баш режиссер булған Вәлиулла Иманскийҙы оноталар", — тип һөйләгәйнең. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрына уның исемен биреү яғында инең. Эйе, был турала уйларға кәрәк. Һинең исемде лә мәңгеләштереү зарур. Һуңғы ваҡиғалар ҙа ҡаһарманлығың тураһында бик асыҡ һөйләй.
Төркиәлә гастролдә булып ҡайтып килгәндә, ҡаты сирләп киттең. Ә бит сығыш яһағанда уҡ ауырығайның, әммә тешеңде ҡыҫып, иренеңде ҡанатҡансы тешләп, сәхнәлә уйнауыңды дауам иттең һәм спектаклдәрҙе өҙөүгә юл ҡуйманың. Юлда саҡта, Талбазыға килеп етәрәк, бөтөнләй бирештең, һәм коллектив һине ошо район дауаханаһында ҡалдырып китергә мәжбүр булды. Табиптар һине аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышты, ләкин... Ғүмерең үкенесле өҙөлдө.
Күренекле халыҡ артисының исемен мәңгеләштереү тураһында уйланаһы бар, тинем. Ул йәшәгән йортҡа исем-шәрифен оло хөрмәт менән яҙып, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылһын ине. Яҡташтары ул уҡыған мәктәпкә Филарит Бакиров исемен бирер, тип ышанғы килә. Минеңсә, Стәрлетамаҡтың бер урамын шулай атау ҙа артыҡ булмаҫ ине. Юғиһә беҙҙә мәңгеләштереү тураһында бик уйлап бармайҙар. Ана, Илшат Йомағоловты ла оноттолар. Ә ул, артист булараҡ, техникумда ижади көстәр әҙерләү йәһәтенән ғәйәт ҙур эштәр башҡарҙы бит. Филариттың исеме лә онотолмаһын ине.


Автор: Кәбир АҠБАШЕВ, драматург.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә