Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һарыҡты кем тапатҡан?
Һарыҡты кем тапатҡан?Бына оҙаҡ йылдар инде Күсей ауылы халҡы ваҡ малын Бурһыҡ тауы яғына ҡыуа. Көтөүсе ҡырға алып киткәнсе, һарыҡтар ауыл ситендәге Аҡма йылғаһы янына йыйыла. Фажиғә буласаҡ көндә лә тап шулай була.

Сибай – Күсей маршрутында йөрөгән автобус шоферҙары күптән был хәлгә күнегеп бөткән: ауылға яҡынайыу менән тиҙлекте кәметергә кәрәк. Тик ни өсөндөр ул мәлдә тәжрибәле шофер тормозға баҫһа ла, автобус тәгәрмәсе туҡтарға ашыҡмай. Һарыҡтар, өҫтәренә менеп килгән автобустан өркөп, бер-береһенә һыйына, ҡайһылары ситкә ырғый... Юлындағы 22 һарыҡты тапай-тапай, автобус, ниһайәт, туҡтай. Йылғалай аҡҡан ҡанды, мөлдөрәшеп ятҡан ни тере, ни үле бахыр малҡайҙарҙы күреп, ҡот осҡос хәлдән баҡырышҡан бүтән малдың тауышынан ауыл халҡы бер аҙға шаңҡып ҡала. Оҙаҡ йылдар водитель булып эшләгән Зөфәр Ниғмәтуллиндың бындай хәлгә тәү тапҡыр юлығыуы. Сәбәбе шул: автобустың тормоз системаһы эштән сыҡҡан.
Ауыл хакимиәте башлығы Сәриә Йыһаншина, үҙе әйтеүенсә, был турала ишеткәс тә, ваҡиға урынына бара. Тиҙ арала Баймаҡ ҡалаһынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен, “Сибай” АТП-һы хужаларын саҡырталар. Тик, ни сәбәптәндер, полиция вәкилдәре төшкә саҡ килеп етә. Сибайҙан килгәндәр, ғәйепте ауыл халҡына япһарырға тырышып, төрлө сәбәп эҙләй. Был юлы фажиғә бары мал ҡорбандары менән тамамлана, ә шул урында балалар йәки кеше булһа...
Уйлауы ла ҡурҡыныс! Миҙал ике яҡлы була тигәндәй, закон буйынса, юлда йөрөгән мал өсөн хужаһы яуап бирә. Әммә был юлы — тиҫтәләрсә баш. Етмәһә, башҡа юл да юҡ. Ғүмер буйы көтөү тап ошо оло урамдан бер нисә минут уҙа. Машиналар ҙа, йәйәүлеләр ҙә туҡтап уларҙы үткәрә. Бер ваҡытта ла "малды урамдан ҡыуаһығыҙ" тигән ғәйепләү булманы. Ниндәйҙер бәлә тыуа ҡалһа, күпте белеүселәр, өйрәтеүселәр күбәйә лә китә. Был юлы ла тап шулай була. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен уйлай, бахыр малҡайҙарҙың ни хәлдә ятыуы ла, үлгән һарыҡтарҙың хужаларына күпме зыян килеүе лә ҡыҙыҡһындырмай. 22 баш һарыҡ шунда уҡ йән бирһә, 10-дан ашыуы йәрәхәтләнә. Өҫтәүенә шул көндә ҡурҡыуынанмы, әллә башҡа сәбәптәнме, бер нисә баш мал ҡырҙа үлә. Трактор арбаһына тейәлгән үләкһәләр махсус соҡорға алып барып күмелә.
Ауыр ҡышты сығып, йәшел үләнгә баҫтырылған малды юғалтыуы бигерәк үкенес: хужаларының көйөнөсө аңлашыла. Мәҫәлән, бер йорттан — биш, икенсеһенән — өс, ҡайһыларынан икешәр баш мал әрәм булған. Бер һарыҡтың хаҡын өс мең һумдан иҫәпләгәндә бер хужаның кеҫәһенән 15 мең һум елгә осҡан тигән һүҙ. Был сығымды кемдән түләтерҙәре әлегә билдәһеҙ. Әлбиттә, бар ғәйепте автобус шоферына япһарыу дөрөҫ булмаҫ, сөнки был машинаның тормозы бер нисә көн эшләмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, АТП етәкселеге автобусты төҙөк тип рейсҡа сығарған. Ҡыш буйы салонында ел уйнаған, төҙөк булмаған "ПАЗ"-иктар хеҙмәтләндерә пассажирҙарҙы.
Ауыл хакимиәте яғынан Сибай автовокзалына ҡарата ялыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, уға яуап бер ваҡытта ла алынмай. Юлдарҙың насарлығы, ауылдың район үҙәгенән йыраҡ урынлашыуы сәбәплеме, ни өсөндөр Күсей элек-электән етәкселек тарафынан үгәйһетелгән һымаҡ. Ауылға иғтибар аҙ, хатта Сибай – Күсей юлына асфальт һалыуҙы һорап ауыл хакимиәте башлығы Сәриә Йыһаншина республика етәкселегенә шәхсән мөрәжәғәт итһә лә, ошоғаса мәсьәлә асыҡ килеш ҡала. Күсей ауылындағы ваҡиға арҡаһында зыян күргәндәр, дөрөҫлөктө юллап, прокуратураға ялыу яҙасаҡ. Әммә, ҡарға күҙен ҡарға суҡымай тигәндәй, ғәйепләнеүселәр был юлы ла һыуҙан ҡоро сыҡмаҫмы? Әгәр улар яза алмаһа, иртәгә кеше тапатыусылар ҙа табылмаҫ тимә. Төҙөк булмаған транспортты күрәләтә юлға сығарған ойошма етәкселәре лә яуап тоторға тейештер бит? Баш һау булһа, мал табылыр, тиһәк тә, малды табыуы еңелдән түгел. Бигерәк тә ауыл ерендә...


Автор: Кәримә УСМАНОВА Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә