Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иңдәрендә яуаплылыҡ тоя
Иңдәрендә яуаплылыҡ тояБашҡорт халҡында ир-егетте баһалай торған бихисап мәҡәл, әйтем һәм йыр бар. Уларҙың һәр береһендә ергә ереккән, илен һәм халҡын данлаған, намыҫына тоғро ҡалған ир-азаматтар тураһында һүҙ бара. Эйе, быуаттар буйы мәртәбәле булған ҡараштар бөгөн дә үҙгәрмәй, ә баһаһы арта ғына. Ир-азаматтар тураһында уйлағанда, ил һәм халыҡ яҙмышын иңдәрендә тиҫтәләрсә йыл йөкмәп барған замандаштар күҙ алдына баҫа. Бар улар башҡорт ерендә!

Бөгөнгө геройымдың тормош юлын байҡау түгел ниәтем, шәхес булараҡ донъяға ҡарашын, йәмғиәттә тотҡан урынын күҙаллау. Ул – Фәнүр Хажғәли улы Әлибаев. Тыуған еренә ғашиҡ, тоғро һәм ғәҙел ир-азамат. Өс тиҫтә йылға яҡын Башҡортостандағы иң ҙур Көньяҡ Урал ҡурсаулығында етәксе булып эшләй. Өс тиҫтә, әйтерһең дә, өс көн һымаҡ ҡына. Ә күпме ҡыуанысы, хафалары һәм хәл итә алмаҫлыҡ ауыр мәсьәләләре менән иңдәренә ята был йылдар.
Бала саҡ хәтирәләре сылбыр-сылбыр булып мәңгелеккә күңел пәрҙәләренә теҙелгән. Фәнүр ғаиләлә тәүге бала булғас, иғтибар ҙа күп булғандыр. Сабый саҡта Заһира әзәһенең (өләсәйҙе Йөйәктә шулай тиҙәр) Ҡөрьән сүрәләре, тәмле-татлы ризыҡтары ғына түгел, бай йөкмәткеле хикәйәт-әкиәттәре лә күңелгә уйылып ҡалған. Йәшкә өлкәнерәк ике туған Ҡасим менән Насир ағайҙарынан да тормош серҙәренә өйрәнә. Әле 1-се класҡа барғанда уҡ Фәнүрҙең аң-белемгә ынтылышы бик көслө була. Йөйәк урта мәктәбендәге һәр дәрес, һәр фән ғилем офоҡтарын киңәйтә генә. Тырыш, талапсан Фәнүр йорт-ҡура тирәһендә, атаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, үксәгә баҫып килгән Ҡәйүм менән Ғәйсәргә “елле ағай” булырға ла өлгөрә. Тап ошо йылдарҙа урман хужалығында эшләгән атаһы Хажғәлиҙең һөнәрен оҡшата ул. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлағас, ағайҙарының кәңәшен тотоп, Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға керә. Белорет һынлы Белоретта йәшәп, ҡайҙа уҡырға барһын инде?! Фәнүрҙең яҙмышының һәр бите тиҫтерҙәренән айырылмай кеүек. Ҡулға диплом алғас, ил сиген һаҡлау – ата-бабаларҙан ҡалған изге бурыс. Уныһын да лайыҡлы үтәй. Бер аҙ үҙаллы эшләп, аяҡҡа баҫҡас, һылыуҙарҙан-һылыу Уҫманғәле ауылы ҡыҙы Флүрәне әйттерә. Донъя түп-түңәрәк һымаҡ. Ләкин Фәнүр был ғына белем менән йыраҡ китә алмаҫын самалап, тау егеттәре кеүек тәүәккәлләп, уҡырға китергә уйлай. Ҡайҙа? Өфөлә ул ваҡытта институтта урман хужалығы буйынса уҡытмайҙар. Әлбиттә — Свердловскиға! Бер үҙең өсөн генә түгел, ә өс кеше өсөн яуаплылыҡ алып юллана сәфәргә, сөнки ҡыҙҙары Әлиә лә тыуып өлгөргән. Фәнүр институтта көндөҙгө бүлектә уҡып, төндәрен ҡарауылсы, урам һепереүсе булып эшләп, ғаиләһен дә ҡарарға өлгөрә. Бына ҡайҙа ул башҡорт егеттәрендәге тәүәккәллек!
Дипломлы йәш белгес Көньяҡ Урал ҡурсаулығына эшкә ҡайта. Яңы ғына ойошторолған хужалыҡтың мәшәҡәттәре лә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләләре лә бихисап. Тәрән белемле йәш белгесте етәкселәр ҙә бик тиҙ шәйләп ала. Ике йыл эшләгәс, директор вазифаһын ышанып тапшыралар. Яратҡан эшен ең һыҙғанып башҡара. Шул осорҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем ҡурсаулыҡтағы эштәрен һанар өсөн генә лә өс төн, өс көн етмәҫ ине. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә юғары баһалана ҡурсаулыҡ. Майҙаны буйынса Башҡортостанда иң ҙуры булыуға ҡарамаҫтан, тәбиғәттең һәр мөйөшө күҙ ҡараһы кеүек һаҡлана. Шулай уҡ ҡурсаулыҡтағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары фәнни яҡтан өйрәнелә. Фәнүр Хажғәли улы ла үҫемлектәр буйынса ғилми эш алып бара, конференцияларҙа сығыш яһай. Бөгөн ҙур ғәмәли эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булараҡ биология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы уңышлы яҡланды. Фән өлкәһендә лә Фәнүр үҙенең төплө ҡарашын, фекерҙәрен тыуған яҡ тәбиғәтенә бәйләп еткерҙе.
Ир-уҙамандың тәбиғәткә, кешеләргә булған һөйөүе сикһеҙ. Бала саҡтан ҡурай уйнап, халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкәнгәме, күңеле бик бай һәм итәғәтле. Шуға ла ҡурсаулыҡ коллективы ла бер ғаиләләй эшләй һәм йәшәй. Унда һәр береһе атайҙарса хәстәрлек, ағайҙарса ярҙам, кәңәш тойоп тора. Фәнүр Хажғәли улының ғаиләһе лә уға ныҡлы терәк. Флүрә менән ике ҡыҙ һәм ул үҫтереп, уҡытып, юғары белем биреп, хәҙер өс ейән-ейәнсәрен кинәнеп иркәләйҙәр. Фәнүр Хажғәли улы ир-азамат затынан: һәр ваҡыт бөйөк Уралы, тыуған ере һәм яратҡан кешеләре өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәй.


Автор: Зәки Арыҫланов. Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә